+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
22 Марта 2023, 11:25

Хуш киләһең, Рамаҙан

Рамаҙан айы бөгөн, 22 март, ҡояш байыу менән башланып китә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хуш киләһең, РамаҙанХуш киләһең, Рамаҙан
Хуш киләһең, Рамаҙан

23 март иртәнге сәғәт 05:08-ҙә сәхәрҙе тамамлайбыҙ, ҡояш ҡалҡырҙан алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
“НӘҮӘЙТҮ ӘН ӘСҮҮМӘ САУМӘ ШӘҺРИ РАМАДААНӘ МИНӘЛЬ-ФӘЖРИ ИЛӘЛЬ-МӘҒРИБИ ХААЛИСӘН ЛИЛЛӘҺИ ТӘҒӘӘЛӘ. ӘМИН."
Мәғәнәһе: “Ысын күңелдән ниәт ҡылдым Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн иртәнге таңдан ҡояш байығанға тиклем изге Рамаҙан ураҙаһын тоторға”.

Ниәт ҡылынғандан һуң беҙ көнө буйына ашамаҫҡа-эсмәҫкә һәм хәләл ефетебеҙ менән яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылырға тейешбеҙ.

Ҡояш байыу менән бер йотом һыу йә тоҙ менән, емештәр менән ауыҙ асыу яҡшы.
Ошондай доға уҡыла: “БИСМИЛЛӘҺИР-РАХМӘӘНИР-РАХИМ. АЛЛАҺҮММӘ-РАХМӘӘНИР-РАХИИМ. АЛЛАҺҮММӘ ЛӘКӘ СҮМТҮ ҮӘ БИКӘ ӘМӘНТҮ ҮӘ ҒӘЛӘЙКӘ ТӘҮӘККӘЛТҮ ҮӘ ҒӘЛӘ РИЗҠИҠӘ ӘФТАРТҮ ҮӘ ЛИСАУМИ ҒАДИМ МИН ШӘҺРИ РАМАҘАНӘ НӘҮӘЙТҮ ФӘҒ-ФИРЛИ МӘ ҠАДДӘМТҮ ҮӘМ

Автор:Сәлмән Ярмуллин
Читайте нас