Быйылғы ҡабул итеү кампанияһында 3196 колледж ҡатнашҡан. Уларҙа 1,25 миллион урын булып, әлегә 927 мең урынға кеше алынған.
Буш урындары булған колледждар уҡырға теләүселәрҙе 25 ноябргә тиклем ҡабул итәсәк.
Ил айырыуса педагогтарға, шәфҡәт туташтарына, машиналар эшләү һөнәрҙәренә, клиник медицинаға, ер өҫтө транспорты технологияларына һәм техникаһына, электр һәм йылылыҡ энергетикаһы, ауыл, урмансылыҡ, балыҡсылыҡ, төҙөлөш тармаҡтарында эшләүселәргә ҙур ҡытлыҡ кисерә.
Абитуриенттар иһә күберәк шәфҡәт туташы, дауалау эше белгесе, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, мәктәпкәсә белем биреүсе, машинист ярҙамсыһы, иретеп йәбештереүсе булырға теләй.
Быйыл урта һөнәри белем системаһында маҡсатлы уҡытыу договоры буйынса инеүселәр һаны артҡан. Абитуриенттарҙың күпселеге бындай договорҙы “Рәсәйҙә эш” берҙәм цифрлы платформаһы аша төҙөгән.
28 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә колледждарҙа һәм урта махсус һөнәри уҡыу йорттарында бюджет урындарын күбәйтеү кәрәклеген билдәләгәйне.
Фото: сайттарҙан скриншоттар.