-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2022, 12:31

Данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите

1942 йылдың апрелендә фронтҡа юлланған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар юлын беренсе көндән алып «Ҡыҙыл атлылар» гәзите яҡтыртып бара.

1942 йылдың апрелендә фронтҡа юлланған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар юлын беренсе көндән алып «Ҡыҙыл атлылар» гәзите яҡтыртып бара.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армия сафтарында сығарылған дивизия гәзиттәренең дөйөм күләме 600-гә барып еткән, ә һалдаттарға уларҙа үҙҙәре, дивизиялағы дуҫтары, тыл, фронт яңылыҡтары тураһында мәғлүмәттәрҙе уҡыу мөһим була. Тағы ла, дивизияларҙа гәзиттәр милли телдә (бөтәһе 13 милли телдә) сығыуы менән өҫтөн була.
“Ҡыҙыл атлылар”ҙың мөхәррире итеп яҙыусы Али Карнайҙы (Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәевты) тәғәйенләйҙәр. Урынбаҫары итеп шағир, яҙыусы Әхтәм Ихсанды билдәләйҙәр. Редакцияның сәркәтибе – Шәкир Насыров. Сәркәтип вазифаһын шулай уҡ Мөхәмәт Йәмилев исемле кеше лә башҡара. Ул, журналист-ойоштороусы булараҡ, мөхәрририәт эсендә хәрби хәбәрселәр активы ойоштора. Был эш гәзитте популярлыҡ юлына илтә. Типографияның мөдире булып гвардияның өлкән сержанты Мейлах Шефир билдәләнә. Ул «Ҡыҙыл атлылар» гәзитен ваҡытында сығыуын тәьмин иткән. Баҫманың хәреф йыйыусылары вазифаһын быға тиклем «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә эшләүсе Хөршиҙә Хәйерова менән Фәүзиә Фәткуллина үтәй башлай. Фотохәбәрсеһе Туймазы районының Үрмәкәй ауылы егете Мөхәммәт Усманов була. Ул шулай уҡ дивизияның сәйәси бүлегендә лә хеҙмәт итә.
Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең беренсе һанын 1942 йылдың апрелендә сығарғайныҡ, — тип хәтерләй Хөршиҙә Хәйерова. Тирә-яҡта тынлыҡ, һалдаттар шаяра-көлә йөрөй, беҙгә эшләргә мәшәҡәтләүсе юҡ. Шуға күрәлер инде, ул саҡта миңә дивизия гәзитенең типографияһында эшләү артабан да бына шулай еңел генә үҙ ыңғайына бара бирер төҫлә тойолғайны. Ошо тәүге һанды сығарыу өсөн хәрефтәр йыйған сағымда уҡ һәр бер бәләкәй генә ҡурғаш хәрефтең немец фашистары йөрәгенә пуля булып ҡаҙалыуын теләп эшләнем. Артабан һәр һанды йыйған һайын миндә ниндәйҙер ошо теләк көсәйгәндән-көсәйә барҙы.
Бына беҙ фронттың алғы һыҙығында, Елецк ҡалаһы эргәһендә бер ауылда. Ҡала яна, тирә-яҡты һуғыш һөрөмө ҡаплап алған. Ошонда беҙ дивизия гәзитенең икенсе һанын сығарҙыҡ, һуғыш шарттарында гәзит сығарыуҙың ауырлыҡтарын мин тәүге тапҡыр ошонда татыным. Бынан һуң беҙ шундай ауырлыҡтар менән йөҙәрләгән һан гәзит, листовкалар сығарҙыҡ. Бармаҡтарым, хәрефтәр соҡоп, йөҙәрләгән тапҡыр ҡананы. Эшебеҙ бик күп: үҙебеҙ йыябыҙ, үҙебеҙ уҡып төҙәтәбеҙ, гәзит баҫа торған машинаны ла йыш ҡына үҙебеҙгә әйләндерергә тура килә. (Уны эшләтер өсөн фронтта электрҙы ҡайҙан алаһың?)» [5, 137].
«Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең күләме ике бит була. График буйынса, ул көн аша сығырға тейеш.Бигерәк тә бер туҡтауһыҙ һуғыш барған, йә дивизия күскән мәлдәрҙә һанды ваҡытында өлгөртөп булмаған. Али Карнайҙың көндәлек дәфтәренән (1965, Ағиҙел):
Соҡор эсендә иптәш баш командующийҙың приказын сығарып яттыҡ төн буйына. Беҙҙең машина эсе йылы. Коптилка яҡтыһында наборщицаларҙың береһе йыя, береһе «ауырып» йоҡлап ята. Тәҙрәләр маскировать ителгән. Ә тышта аяҙ төн, ҡоро, һыуыҡ. Тирә-яҡта бейек ярҙар. Юғарыла йондоҙҙар йымылдай һәм йыш ҡына дошман самолеттары оса. «Әгәр улар беҙҙең бында, уларҙы ҡәһәрләп, газета сығарып ятҡанды белһә, ваҡыттарын да, бомбаларын да ҡыҙғанмаҫтар ине», — тип һөйләнәбеҙ».
Ҡыйынлыҡтар күп осрай «Ҡыҙыл атлылар» хеҙмәткәрҙәренең юлында. Әммә улар бирешмәй. Һәр ваҡыт ауыр хәлдән сығыу ысулын таба. Фронтта редакция хеҙмәткәрҙәренә яҡшы материалдар туплау өсөн яу ҡырында йыш булырға тура килә. Сөнки фашистарға ҡаршы һуғышҡан совет һалдаттары менән туранан-тура аралашыу, бер блиндажда йәшәү, алыштарҙа ҡатнашыу күп мәҡәләләр, очерктар, һүрәтләмәләр яҙырға мөмкинлек биргән. «Али Карнай һәр ваҡыт һалдаттар, һуғышсан командирҙар, политработниктар араһында булды, – тип яҙа иҫтәлектәрендә яҙыусы Кирәй Мәргән. – Уның полевой сумкаһы һәр төрлө иҫтәлектәр, һуғышсан эпизодтарҙы сағылдырған яҙмалар менән тулы була торғайны. Көн һайын тиерлек ул яңы ҡуйын дәфтәре башлай».
Али Карнай бер ҡасан да яуҙан ситтә тороп ҡалырға тырышмай. Ысын яугир була ул. Кәрәк, тип һанай икән, дошмандар менән алышҡа үҙе сыға. Быны иҫбатлаған бер күренеш: «Бер ваҡыт беҙҙекеләр, һөжүмде туҡтатып, ниңәлер сигенә башланы. Паникаға бирелеп, иң алдан ҡасып барыусы эскадрон командирына ҡаршы йән-фарман сабып барған Али Карнай, ярһыуынан сыҙай алмайынса: “Ал-ға, тик ал-ға-а!” – тип, пистолетынан һауаға ата-ата, сигенеп барған төркөмдө кирегә бороп, дошман ҡамауына эләккән атлыларға ярҙамға ташланды. Шул саҡ яҡында ғына мина төшөп ярылды. Али Карнайҙың саптары, сабыр барған ыңғайы, кинәт янтайҙы һәм баштүбән тәкмәсләне. Өҙгөләнеп кешнәгән саптарын коноводына тапшырҙы ла, үҙе уның атына атланып, артабан елдерҙе...
Ун биш минут самаһы барған алыш атлыларҙың еңеүе менән тамамланды.
Бер аҙҙан 294-се кавполкка килгән Миңлеғәли Шайморатов, «Ҡыҙыл атлылар» газетаһы редакторы менән осрашҡас, асыуланды: “Кем рөхсәте менән керҙегеҙ утҡа?” Дивизия командирының шелтәлеүенән уңайһыҙланды Карнай, хатта йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
Минут самаһы ваҡыт уҙғас ҡына, ул әрнеүле тауыш менән: “Һалдаттарҙы ҡаһарманлыҡҡа өндәп яҙып, шундай иң яуаплы мәлдә үҙем ҡасып ҡотолорға тейеш инемме, иптәш генерал?! – тине. – Миңә ундай рөхсәтте коммунист һәм яҙыусы хоҡуғы бирҙе!”
Үҙ фекерле Али Карнай гел шулай алдынғы һыҙыҡтарҙа йөрөгән. Кемдәр нисек һуғышыуын, ниндәй батырлыҡтар күрһәтеүен үҙ күҙҙәре менән күрергә, кәрәк саҡта иптәштәргә ярҙам итергә тигән маҡсат ҡуйғандыр, күрәһең.
Гәзиттең башҡа хеҙмәткәрҙәре лә батыр булған. Сәркәтиб Мөхәмәт Вәлиев та һуғыш хәрәкәттәрендә бер нисә тапҡыр ҡатнаша. II – Тербуны районында барған яуҙа өс немецте винтовка, берәүһен хәнйәр менән сәнсеп үлтерә.
«Ҡыҙыл атлылар»ҙың йыйыусылары Хөршиҙә менән Фәүзиәне лә арыу-талыу, ҡурҡыу белмәҫ ҡылыҡһырларға мөмкин. Гәзиттең һәр һанын рәткә килтереп, әҙерләп кенә ҡалмай, иртән тороп, һыбайлап алғы һыҙыҡҡа гәзит таратырға йөрөгәндәр, төнөн мылтыҡ тотоп, күсмә типографияларын һаҡлағандар, йә һуғыш яланындағы яраланған яугирҙарға ярҙам иткәндәр.
Бер көндө, шулай гәзиттәрҙе алып, һалдаттар яғына барған саҡта ике ҡыҙ ҡыҙыу атыш башланған мәлгә эләгәләр. Шунда, күп ҡан юғалтыу сәбәпле, госпиталдә ятҡан политрук Низамовҡа тиҙ арала ҡан ебәрергә кәрәк була. Бер ҙә уйлап тормайынса, Хөршиҙә Хәйерова үҙенең 350 грамм ҡанын бирә.
«Ҡыҙыл атлылар» гәзите хеҙмәткәрҙәре «За отвагу», «За боевые заслуги» миҙалдары менән бүләкләнә.
«Ҡыҙыл атлылар» редакцияһында эшләгән һәр әҙип гәзиттең үҫешенә ҙур көс һала. Ватан улдары Али Карнай, Әхтәм Ихсан, Шәкир Насыров, Мөхәмәт Ямилев, Мейлах Шефир, М. Хәкимов, Мөхәммәт Усманов һәм редакцияның алмаштырғыһыҙ хәреф йыйыусылары Х. Хәйерова менән Ф. Фәткуллина баҫманың һәр һанын тейешле кимәлдә сығарған. Уларҙың тырышлығы менән данлы дивизия гәзите һуғыш йылдарында рухи ҡорал ролен үтәгән.

Наилә Әхмәтйәнова.
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы,
филология фәндәре кандидаты,
БашДУ-ның журналистика кафедраһы доценты.

Автор: Сальман Ярмуллин
Читайте нас