+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2022, 20:42

"Өс мөйөшлө хаттар”...

Улар ябай хаттар түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан яҙылғандар. Бөгөнгө көндә ул хаттар бик һирәк кешеләрҙә һәм муҙейҙарҙа ғына һаҡлана.

"Өс мөйөшлө хаттар”...
"Өс мөйөшлө хаттар”...
"Өс мөйөшлө хаттар”...
Беләбеҙ, улар ябай хаттар түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан яҙылғандар. Бөгөнгө көндә ул хаттар бик һирәк кешеләрҙә һәм муҙейҙарҙа ғына һаҡлана.
Хатты уҡып, шул юлдарҙы яҙған кешегә һоҡланыу тыуа, ауыр һуғыш юлы үтеп тә үҙҙәренең нескә хистәрен, рух ныҡлығын юғалтмағандарға ихтирам арта.
Уҡыусыларҙа хаттар аша тыуған телгә, тыуған илгә һөйөү, патриотик рух тәрбиәләү, тарихыбыҙҙы яҡшы белеү улар менән ғорурланыу тойғоларын байытыу, телебеҙҙе ҡәҙерләү бик тә мөһим.
Ул хаттарҙы инде ваҡыт ныҡ таушаған, теткеләгән, ләкин бер ни тиклем мәғлүмәт һаҡлаған.
“Өс мөйөшлө хаттар” - ул ҡағыҙ киҫәге генә түгел, улар – ҡәҙерле кешеләребеҙҙең иҫтәлеге, һуғыш балаларының ҡыҙ-улдарына, беҙҙең быуынға, инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә аманат та! Тыныслыҡҡа, дуҫ, татыу йәшәүгә саҡырыу ҙа, дошманлашыуға ҡаршы киҫәтеү ҙә тип ҡабул итһәк ине уларҙы.
Бөйөк Еңеүҙе яулаған яугир ауылдаштарыбыҙҙы иҫләү, батырлыҡтары алдында баш эйеү һәм уларҙың иҫтәлеге булған “өс мөйөшлө хаттар”ҙы юғалтмау, эҙләү, табыу, һаҡлау беҙҙең бурысыбыҙ!
Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе уҡыусылары ошо "Өс мөйөшлө хаттар" менән уртаҡлаша.
 
"Өс мөйөшлө хаттар”...
"Өс мөйөшлө хаттар”...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: