+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Июнь 2022, 18:45

"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ

Телеүҙәккә, сәйәхәт ҡылып, журналистарҙың эштәре ни тиклем ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та һәм яуаплы ла икәнен яҡындан күреп белдек.

"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ

#ҡоролтай #Медиайыйын2022 #СМИ #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #Культура #История #БашкирскийЯзык #Медиайыйын #СМИ #РБ #Торатау

 

7 июнь Өфө ҡалаһында Конгресс Холда - "Торатау" "Медиайыйын-2022" сараһы үткәрелде. Был форумға мине "Аманат" журналынан саҡырҙылар. Яратып уҡыған "Аманат" журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп,  2020 йылда "йәш хәбәрсе" исеменә лайыҡ булдым. Килгәс тә беҙҙе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова ҡаршы алды. Артабан, регистрация үткәс, Конгресс Холда Республика баҫмалары  ойошторған матур выставканы ҡарап сыҡтык. Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хабиров беҙ, йәш хәбәрселәр менән фото төштө. Тирә-яҡтан килгән уҡыусыларҙы бергә туплап, таныштырып, бөтөн ергә оҙатып йөрөгән Илһам Миннеғәле улы Йәндәүләтов беҙҙе Телеүҙәккә, сәйәхәткә алып китте.Унда беҙҙе гримерныйҙан башлап, һәр бүлмәне, унда нисек эфирға әҙерләгәндәрен, күрһәттеләр. Режиссерҙарҙың, теле-радио алып барыусыларының ни тиклем эштәре ҡатмарлы ла мауыҡтырғыс та, бик яуаплы икәнен яҡындан күреп белдек. Беҙҙе радио һәм телевидение журналистарының эштәре менән таныштырҙылар. Көн һайын ағай-апайҙар яңылыҡтар һөйләп, программалар үткәргән студияларҙы күрҙек һәм суфлерҙы ла уҡып ҡараныҡ. Рәсәй каналының бүлмәһендә Маловица Ольга Владимировна оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, беҙгә күп кәрәкле, файҙалы мәғлүмәттәр еткерҙе. Дәрес бик күңелле үтте. Тамыр балалар тапшырыуында һәм башҡа программаларға интервью бирҙек, мин "Ашҡаҙар"ға һөйләнем.  Төшкө ашты беҙ Матбуғат етәксеһе Максим Владимирович менән бер табында үткәрҙек. Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап алдыҡ. Ул шулай уҡ йәш хәбәрселәргә үҙенең кәңәштәрен бирҙе һәм иң элек нисек халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү кәрәклеген һөйләне. Максим Владимирович беҙгә уҡыуыбыҙҙа уңыштар теләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бергә фотоға ла төштөк.
Үҙебеҙ өсөн бик күп кәрәкле лә файҙалы  мәғлүмәттәр туплап, дәртләнешеп таралыштыҡ.
Ойоштороусыларға, барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм, ә "Аманат" журналы тағы ла күләмлерәк баҫылыуын, дуҫтары, уҡыусылары күберәк булыуын теләр инем!

Зарема Таһирова,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе,

Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
"Медиайыйын-2022"лә лә булдыҡ беҙ
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: