-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
21 Февраль 2018, 19:30

Ватанға һөйөү – имандан

Дин талаптарын яҡшы белеүҙәре, Аллаһҡа тоғролоҡтары, иманлылыҡтары этәргән дә инде беҙҙең ата-бабаларҙы иле өсөн яуға һәр саҡ дәррәү күтәрелергә. Башҡортостан үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандан алып биш быуатҡа яҡын инде башҡорттар уртаҡ Ватаны мәнфәғәтендәге бөтөн алыштарҙа ла ҡатнашып килә.

Ата-бабаларыбыҙ һәр заманда ла тыуған еренең именлеге өсөн ҡаһармандарса алышҡан. Уларҙың яу ҡырындағы һоҡланғыс ғәмәлдәре тураһында риүәйәттәр, әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре, дәреслектәр аша беләбеҙ. Боронғо халыҡ йырындағы “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын” тигән һүҙҙәр ҙә шанлы һәм данлы үткәндәребеҙҙе асыҡ сағылдыра.
Үткән быуаттағы һуғыштарҙың тарихын ғына алып ҡараһаҡ та, милләтебеҙҙең нисәмә батыр үҫтереп, илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына күпме ҡорбан биргәненә хайран ҡалабыҙ. Башҡорт егеттәре һаман да Рәсәйҙең иң ҡыйыу, иң тоғро һалдаттары иҫәбендә. Өлкән быуындарҙың юлын лайыҡлы дауам итә, йәғни хәрби бурысын намыҫ менән үтәй улар.
Ватанды һөйөү һәм ҡурсалау – тотош планетаның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Донъяла тормоштоң алға барыуын теләйбеҙ, камиллыҡҡа ынтылабыҙ икән, быға хәлдән килгәнсә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Именлекте һаҡлау – һәр кешенең, бигерәк тә ир-аттың Аллаһ алдындағы мөҡәддәс бурысы. Унан ялтаныу аманатҡа хыянат буласаҡ.
Бәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Тыуған ерҙе һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тип әйткәне билдәле. Ватаныбыҙҙы, тимәк, тыуған еребеҙҙе генә түгел, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, динебеҙҙе лә һаҡларға, үткәндәрҙән һабаҡ, тәжрибә, фәһем алып, дөйөм үҫешкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, үҙебеҙҙән һуң да аҡыллы, зиһенле быуын ҡалдырыу өсөн тырышырға тейешбеҙ. Ул саҡта Башҡортостаныбыҙ ҙа, Рәсәйебеҙ ҙә именлек, тыныслыҡ, берҙәмлек төбәге буласаҡ.
Республикабыҙҙа йәштәрҙе армия хеҙмәтенә әҙерләү, илһөйәрлек тәрбиәләү, тыуған яғыбыҙҙың хәрби даны тарихын һаҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Һуғыш ветерандары бар ерҙә лә хөрмәт ителә, улар хаҡында даими хәстәрлек күрелә. Был өлкән быуындан бигерәк беҙгә, йәғни йәштәргә, кәрәк. Ватанды һаҡлауҙың ни тиклем изге, яуаплы һәм маҡтаулы эш икәнлеген һәр егеттең аңлауы мөһим.
Ватанға һөйөү – имандан, тинек. Дин талаптарын яҡшы белеүҙәре, Аллаһҡа тоғролоҡтары, иманлылыҡтары этәргән дә инде беҙҙең ата-бабаларҙы иле өсөн яуға һәр саҡ дәррәү күтәрелергә. Башҡортостан үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандан алып биш быуатҡа яҡын инде башҡорттар уртаҡ Ватаны мәнфәғәтендәге бөтөн алыштарҙа ла ҡатнашып килә.
Башҡорт тарихынан мәғлүм булыуынса, һуғыштан бер кем дә ситтә ҡалмаған: дошманға ҡаршы көрәштә шағиры ла, ғалимы ла, муллаһы ла, түрәһе лә алғы сафта барған. Тыныс ваҡыттағы хәрби хеҙмәтте лә фарыз тип белгәндәр, сөнки ил өсөн яу ҡупҡан хәлдә ир-егеттәрҙең барыһына ла ҡулына ҡорал алырға тура киләсәк.
Ислам дине ҡанундары буйынса малайҙарҙы көрәшергә, уҡ атырға, бысаҡ менән эш итергә бәләкәйҙән үк өйрәтеп үҫтерәләр. Илбаҫар булһын, тип түгел, ә кәрәк мәлдә ғаиләһен, ырыуын, илен һаҡлай алһын өсөн. Шулай уҡ динебеҙҙә хаҡ юлда йән аямай көрәшеүселәр өҫтөн ҡуйыла. Башҡорт әсәләре лә улдарын һалдатҡа оҙатҡанда күҙ йәше сығармай бит.

Читайте нас: