Намаҙҙың тәртибен, ҡыҫҡа сүрәләрҙе, доғаларҙы өйрәнһәм дә, бер нисә йыл буйы көнөнә биш тапҡыр ғибәҙәт ҡылырға ихтыяр көсөм етмәне. Һәр саҡ аҡланырға сәбәп табылып ҡына торҙо. Шулай ҙа тормош юлындағы төрлө шарттар аныҡ ҡарар ҡылыр көндө яҡынайтҡандан-яҡынайтты.
Барлыҡ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡтан тыш ныҡлы тәүфиҡ, иман насип итеүен, балаларыбыҙҙың да намаҙ уҡыусылар рәтендә булыуын һорайым Раббыбыҙҙан. Тәүҙә быға ышанысым ҙур түгел ине, сөнки баш ҡала янында йәшәйбеҙ, бөтә ерҙә лә тиерлек урыҫ телендә аралашырға тура килә, динде күптәр йылына ике-өс мәртәбә генә иҫенә төшөрә... Шулай ҙа бер мәл өлкән улым “Әл-Фатиха” сүрәһен ятлап алды, башҡалары менән дә ҡыҙыҡһынырға кереште. Ҡустыһы ла эйәрҙе, икәүләп аяттарҙы, ҡыҫҡа сүрәләрҙе ярышып тигәндәй өйрәнделәр. Ислам тураһындағы китаптарҙы мауығып уҡыйҙар. Хәҙер инде минән күберәкте беләләр, әлхәмдүлиЛләһ.
Бер йәйҙә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусы балалар араһында конкурс була тип ишетеп ҡайттым. Өйҙә өлкән малайҙың ҡылын тартҡылап ҡарайым. “Барам!” – тине ул, йөҙө кинәт яҡтырып. Бәләкәйе ҡала буламы – уныһы ла әҙерләнә башланы. Тик үҙем уйға баттым: ҡатнаштыралармы беҙҙе конкурста, юҡмы?
Мәктәпкә йыйынғанда оҙаҡ уятырға тура килһә лә, балалар конкурсҡа бараһы көндө үҙҙәре торҙо. Иркенләп йөрөп әҙерләндек тә, сүрәләрҙе йәнә берҙе ҡабатлап алып, баш ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Бик яҡшы ҡаршыланылар, ҡатнаштырҙылар. Өс сәғәт буйы теплоходта алып йөрөнөләр, шунда ойошторолдо һынау. Аҙаҡ еңеүселәр тәбрикләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
– Атай, ниңә беҙгә бер нәмә лә юҡ? – тип һораны кинйә улым, ҡайтырға сыҡҡас. Мин ни тиергә белмәй торғанда ағаһы яуапланы:
– Теплоходта йөрөү бүләк түгелме һиңә? Етмәһә, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирәсәк. Киләһе йыл ҡатнашыу өсөн ярыштың тәртибен дә белдек...
Их, ошондай ҡараш балаларымдың аңында ғүмер буйы йәшәһә ине ул, тип теләйем. Дини тәрбиәне бит бер ниндәй мираҫ та алмаштыра алмай.
“Сәждә”
Ямғыр яуып торғанда ғаилә менән машинаға ултырып юлға сыҡҡайныҡ бер көндө. Кинйә улым, быяла таҙартҡыстарҙың нисек эшләгәнен ҡарап ултырҙы ла: “Атай, ҡара әле, улар ҙа сәждә ҡыла”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡалай ҡыҙыҡ сағыштырыу, тинем. Ғәҙәттә, ундай нәмәләргә бөтөнләй иғтибар бирмәйбеҙ...
Аҙаҡ был турала бер шағирә апайға һөйләгәйнем. “Бик дөрөҫ әйткән улың, тап шағирҙарса, – тине ул. – Автомобилдең ул нәмәһе бит, берсә ятып, берсә ҡалҡынып, быяланы таҙарта, ә кеше намаҙ менән күңелен сафландыра”. Килешмәү мөмкинме? Юҡтыр. Машинаның алғы быялаһы бысраҡ булһа, шоферға юл күренмәй, тимәк, һәләкәт уны аҙым һайын һағалай. Гонаһтарынан арынырға теләп, Аллаһ Тәғәләгә һыйынмаған кеше менән дә шул уҡ хәл.
Үҙһүҙлелектән тәүбә
Ҡатынымды дауаханаға алып барырға тейеш инем. Тәғәйен ваҡытҡа иң һуңғы пациент булып яҙылған, өлгөрөргә кәрәк. Ә мин, төрлө ваҡ-төйәккә әүрәп, оҙаҡлайым. “Ярай, алыҫ юл түгел, хәҙер барып етәбеҙ”, – тип үҙемде лә, ҡатынымды ла тынысландырмаҡсымын. “Өлгөрмәҫбеҙ бит”, – тип дүрт рәт әйттеләр, ләкин үҙ яйымдан уҙманым. Ваҡыттың самаһын беләм, йәнәһе.
Тик Октябрь проспектына килеп еткәйнек кенә, ҙур тығынға эләктек. Ни алға, ни артҡа китеп булмай. Дауаханаға тағы биш саҡрым тирәһе барырға кәрәк, ете-һигеҙ минут ҡына ҡалған...
Ғәләмәт ныҡ ҡыйын ине миңә! “Ҡатыным нәҡ ошо табипҡа күренергә шул тиклем теләне бит, көндәрен һанап көттө. Әгәр хәҙер өлгөрмәһәк, бер нисә аҙнанан һуң ғына килә аласаҡбыҙ. Бөгөн кис ҡәйнәм, әсәйем, ҡайһы бер туғандар, таныштар шылтыратып, дауаханала ни әйткәндәрен һорашасаҡ. Уларға ҡайһылайыраҡ яуап бирербеҙ? “Һуңланыҡ”, – тиеүе ни тиклем оят... Барыһына ла мин генә ғәйепле – күрәләтә һуҙылып йөрөп, кешеләрҙең бағлаған ышанысын аҡламаным. Бынан ары ҡатыным миңә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейеш? Үҙемде ғаилә таянысы итеп тоя алмаҫмын бит шундай яуапһыҙлыҡтан һуң!” Башымдан мең төрлө уй үтте шулай. Бер нисек тә өлгөрөп булмай инде, вертолет ҡына саҡыртмаһаң, тим. Уныһы ла ҡасан килеп етер ине икән...
Өмөтһөҙлөккә бирелеп, бына-бына илап ебәрерлек булып ултырған ҡатыныма йәнә бер ҡараным да доға уҡырға керештем. “И, Аллам, ғәфү ит инде мине үҙһүҙле булғаным өсөн! Ошо ауыр хәлдән ҡотҡармаған осраҡта ла, хатамды төҙәтергә мөмкинлек бирһәң ине”, – тип теләнем. Шул саҡ тығын тарала башлағандай булды, уң яҡтан, әйтерһең, беҙҙең машина өсөн генә бер һыҙат асылды. Аяҡты газ педаленә терәнем дә алманым, сөнки дауаханаға барып еткәнсе бер светофорҙың да ҡыҙыл утын күрмәнек, хатта яйларға тура килмәне!
Табиптың, һуңғы пациентым килмәне, тип, өйөнә юлланыуы ла ихтимал ине, ә ул, бер аҙ һуңлаһаҡ та, беҙҙе көткән, тыныс ҡына ҡабул итте. Ошо хәлдән һуң бер нисә көн буйы мәсьәләнең яйға һалынғанына ышана алмай йөрөнөм. Күрәһең, Аллаһ Тәғәләнән ваҡытында ғәфү үтенеп өйрәнергә кәрәк.
Ямғырҙы кем туҡтата?
Бер мәл алыҫтағы сабынлыҡҡа кәбән ҡойорға барғайныҡ. Иртәнсәк аяҙ ғына торған көн төштән һуң кирегә әйләнде лә китте. Күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡапланы, йәшен йәшнәп ала. Бына-бына ямғыр һыҙыра башлаясаҡ. Ә кәбән әле осланмаған...
Ни эшләйһең инде шундай саҡта? Ямғырҙы кем тыйып тора ала? Берҙән-бер юл, әлбиттә, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорау. Шулай иттем дә. Ни хикмәт – беҙҙең бесәнгә тамсы ла төшмәне. Баҡһаң, әсәйем дә доға ҡылып йөрөгән булған икән.
Бесәндән ҡайтышлай юлда ҙур-ҙур күләүектәрҙе күреп, иҫебеҙ китте. Вәт, яуған, исмаһам! Шул уҡ ваҡытта күңелебеҙҙән Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр шул ямғырҙан да көслөрәк булып яуа ине...