+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
24 Ғинуар 2019, 20:13

Сусҡа ни өсөн хәрәм?

Сусҡа итен ашау мосолмандарҙа ғына тыйылған, тип уйламағыҙ. Йәһүдтәр ҙә унан сикәнә. Был хайуанды хатта үҙ исеме менән атамаҫҡа тырышалар. Ә христиандарҙың Библия китабында сусҡа ите менән туҡланыусыларҙың һындарға табыныусылар менән бергә ҡырылып бөтәсәге хаҡында әйтелгән...

Мосолмандарға был хайуандың ите тыйылған икәнен, моғайын, беләһегеҙҙер. Әммә бәғзе берәүҙәр, етди дәлил юҡ бит, тип, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай. Йәнәһе, сусҡаны батҡаҡҡа сумып ятырға яратҡаны өсөн генә, ерәнеп, ашамайҙар.

Ә бит йәһүдиҙәр ҙә сусҡа итенән сикәнә. Улар был хайуанды хатта үҙ исеме менән атамаҫҡа тырыша. Муса бәйғәмбәргә тиклем үк дуңғыҙҙы ашарға ярамай, тип һанағандар. Иҫке Ғәһед китабында иһә йәнлектәр “бысраҡ” һәм “таҙа” төркөмдәргә бүлеп күрһәтелгән, көйшәүселәре һәм икегә ярылған тояҡлылары ғына аҙыҡ сифатында файҙаланыуға рөхсәт ителгән. Мәғлүм булыуынса, сусҡалар көйшәмәй.

Христиандар ҙа һағайырға тейеш: Библия китабында сусҡа ите менән туҡланыусыларҙың һындарға табыныусылар менән бергә ҡырылып бөтәсәге хаҡында әйтелгән (Исаия, 66:16-17). Индустарға килгәндә, абруйлы һинд руханиҙары иҫәпләүенсә, тап сусҡа итен ашай башлағандан бирле кешеләрҙә тупаҫлыҡ, уҫаллыҡ, бер-береңә ҡарата нәфрәт көсәйгән.

Диндә генә түгел, медицинала ла был мәсьәлә буйынса ҡәтғи фекерҙәр бар. 2015 йылдың октябрендә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шундайыраҡ белдереү яһаны: “Сусҡа итен бөтөнләй тыймаһаҡ та, уны мөмкин тиклем аҙыраҡ ашарға кәңәш итәбеҙ, сөнки был ризыҡтан кешегә яман шеш менән сирләү ҡурҡынысы янай”. Һөҙөмтә булараҡ, һуңғы осорҙа Европа һәм Америка илдәрендә, халыҡ һатып алмай, тип, дуңғыҙ үрсетеп кәсеп итеүселәр кәмегәндән-кәмей.

Сусҡа итен яҡлап, бер мәл диетологтар ҙа ғауғалашып алды. Имеш, унда холестерин һыйыр итендәгенән аҙыраҡ. Ләкин, Рәсәйҙең Ғаилә диетологияһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, был ризыҡтың бер ниндәй ҙә үҙенсәлеге, өҫтөнлөгө юҡ. “Уның урынына һис шикләнмәйенсә һыйыр, йә күркә ите ашарға мөмкин, – ти медицина фәндәре кандидаты Наталья Фадеева. – Сусҡа ите диетик аҙыҡтар иҫәбенә инмәй, сөнки организмда һимертеүсе, гендарға насар тәьҫир итеүсе пурин матдәһе барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тора”.

Күп кенә ғилми тикшеренеүҙәр сусҡа итенең инфекциялар һеңдереүсе булыуын иҫбатланы. Уның аша килгән сирҙәрҙе дауалау медицина тармағы шаҡтай үҫешкән әлеге заманда ла бик ауыр бирелә. Мәҫәлән, япон энцефалиты-Б, трихинеллез, сәсәк (оспа), сусҡа солитеры, эпидемия гриппы, холера, бруцеллез, туберкулез, махау ауырыуы (свиная рожа)… Әлбиттә, үләкһәләрҙе, хатта үҙ тиҙәген дә ашаусы хайуандың организмына ниҙәр генә килеп эләкмәүе мөмкин?!

Әйткәндәй, үләкһә лә кеше өсөн хәрәм бит инде, сөнки уның эсенән ҡаны ағып сыҡмаған. Йән эйәһе һуңғы һулышы алдынан ҡурҡа, ярһый, шунлыҡтан уның ҡанында адреналин тигән гормон күбәйә. Сусҡа, ошо итте ашағас, үҙенең организмын психотроп матдәләр менән ағыулай. Артабан ҡурҡыу гормоны кешенең тәненә эләкһә, психик сиргә һабышыу ихтималлығы тыуа.

Кешенең һәм йәнлектәрҙең ҡанында мәғлүмәттәр һаҡлаусы эритроциттар барлығы күбегеҙгә мәғлүмдер. Беҙҙең организмда, мәҫәлән, улар 25 триллион самаһы. Дүрт ай тирәһе “йәшәгәс”, тейешенсә мәғлүмәт һеңдергән эритроциттар ҡандан бөйөрҙәргә килеп эләгә һәм бәүел менән бергә тышҡа сығарыла. Урындарына елек майы тарафынан яңы күҙәнәктәр тыуҙырылып тора. Ҡыҫҡаһы, организм эритроциттарҙы шулай бер туҡтауһыҙ барлыҡҡа килтерә һәм, файҙаһы бөткәс, уларҙан таҙарына. Хайуандарҙың күпселеге һәм кешеләр ҡандағы был иҫке күҙәнәктәрҙең 90 процентынан кесе ярау ярҙамында ҡотола, ҡалған 10 проценты иһә тәндән тир менән сыға.

Ә бына сусҡа – иҫкергән эритроциттарҙың 10 процентынан ғына таҙарына алған берҙән-бер хайуан! Ҡалған 90 проценты ҡайҙа була икән һуң, тиһегеҙме? Биологтар асыҡлауынса, ул һейҙек ҡайһы берәүҙәр яратып ашаған сусҡа майына – салоға әүерелә.

Ғөмүмән, һаҡ булыу, борондан килгән аҡылға ҡолаҡ һалыу хәйерле. Фән туҡтауһыҙ үҫешә, киләсәктә сусҡа итенең зыяны хаҡында тағы ла бихисап мәғлүмәттәр ишетербеҙ әле.
Читайте нас: