+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
25 Июнь 2019, 12:17

Эттәрҙең ҡараштарының серен сискәндәр

Британия һәм АҠШ ғалимдары: эттәрҙең һөйкөмлө ҡараштарының сере нимәлә икән? Уларҙың ғилми күҙәтеүҙәре хаҡында беҙҙең мәҡәләлә уҡығыҙ!

Эттәрҙең күҙҙәре янындағы мускулдары шул мөләйем, яғымлы ҡараш сәбәпсеһе икән. Бигерәк тә көсөктәрҙә был ҡараш шул хәтлем ныҡ күренә. Британия һәм АҠШ ғалимдары быны хужаларының һушын алыу ниәте тип аңлаталар.

"Тоғро дуҫтарыбыҙҙың" күҙ янындағы мускулдар оҙаҡ йылдар формалашҡан тип фаразлайҙар. Эт менән бүрене сағыштырып ҡарағандар. Әлбиттә бүренең күҙҙәре янында ундай мускулдар юҡ. Бүренең ғорур ҡарашын, беҙ башҡорттар, яҡшы беләбеҙ инде. Башҡорт һүҙенең бер аңлатмаһы – баш бүре (баш ҡорт) тип тә яҙылған бит.

Портсмут университеты профессоры Джулианна Камински эттәр кешеләр менән йәшәй башлағас ҡына яңы мускул барлыҡҡа килеүенә етди дәлилдәр тапҡан.

Шулай итеп эттәр ҡарашын тикшереп тә ғалим булып китә алабыҙ. Минең күҙәтеүҙәргә байҡау яһаһаң, һеҙгә әйтәм дуҫтар: эт һәр саҡ күҙгә тура ҡарай, ә бесәй һәр саҡ ситкә күҙен ала. Бәлки миңә лә бер ғилми эш башларғамы икән?

Рәзил Бикбулатов

Читайте нас: