Нимәгә зарланған һуң был ҡыҙ бала? Мәғлүм булыуынса баланың ата-әсәһе сәғәт 23.00 һуң телефонын тартып алған, кисен бергәләп паркта йөрөргә, имтихандарға әҙерләнергә мәжбүр иткән.
Ҡыҙ менән Башҡортостандың балалар омбудсмены Милана Скоробогатова ата-әсәһенең мәрхәмәтһеҙ булыуына зарланып шылтыратҡан ҡыҙ менән аралашыуы хаҡында һөйләне. Һуңғараҡ омбудсмен хәлде асыҡлау өсөн ҡыҙ, уның ғаиләһе һәм уҡытыусылары менән осрашҡан.
«Был ғаиләнең ошо бәхәсле хәлде бала өсөн һәйбәт итеп тамамлау өсөн бөтә ресурстары бар. Психологтар менән эшләргә кәрәк. Мәктәп уҡытыусылары ла ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Мин хәлде күҙәтеүемде дауам итәм», — тип аңлатма бирҙе омбудсмен.
Милана Скоробогатова балаларҙың уға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алыуын да өҫтәне. Мәҫәлән, ни өсөн мине көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға мәжбүр итәләр? Ни өсөн ата-әсәйем телефонымды тартып ала, ни өсөн миңә уҡырға кәрәк һәм башҡалар.
Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны: 8-800-2000-122.