-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
30 Апрель 2020, 12:31

Ураҙаның кеше тәненә тәьҫире тураһында

Был мәҡәләлә һеҙ ураҙа ваҡытында организм ниндәй үҙгәрештәр кисерә, сәхәргә ниндәй аҙыҡ әҙерләргә, ауыҙ асҡанда ниндәйен ашарға ярай - ошо һорауҙарға яуаптар табырһығыҙ.

Изге Ураҙа айының тәүге аҙнаһы ла үтеп бара. Ер шарының һәр нөктәһендә үҙен мосолман тип иҫәпләгән, һаулығы ныҡ булған кеше ҡояш сыҡҡандан алып батҡанға тиклем ашау-эсеү, тән ләззәттәренән, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып тора. Беҙҙә, ҡояш торошона ҡарап, ураҙаны 18-19 сәғәт тоторға ла тура килә. Быйыл ураҙаның башы көндәр һалҡынса торған ваҡытҡа тура килде. Беренсе тапҡыр ураҙа тотоусыларға был һауа торошо бигерәк уңайлы - артыҡ ныҡ сарсамайһың, яйлап ҡына асығыуға күнегәһең.
30 көн дауамында кешенең организмында үҙгәрештәр бара. Әйҙәгеҙ, ҡайһы ваҡытта ниндәй яңырыу кисереүен ҡарап үтәйек.
Тәүге ике көндә кешенең организмы өйрәнә. Ғәҙәттә сәхәр эскәндән һуң 8 сәғәт үткәс кенә организм, аҙыҡтан алынған энергияны сарыфлап бөтөп, бауырҙағы һәм мускулдарҙағы запастарға күсә. Аҙаҡ энергияны тире аҫтындағы май ҡатламынан "һура" башлай. Ҡанда холестирин, шәкәр кимәле төшә. Шуға ла кешенең йоҡоһо килә, хәле бөтә. Ауыҙҙан насар еҫ килеү, баш ауыртыу, әйләнеү ҙә - ҡандағы шәкәрҙең кинәт төшөүенең эҙемтәһе.
3-7-се көндәр - күнегеү этабы. Тән асығыуға күнегә башлай. Аҙыҡ менән шәкәр ала алмағас, организм май ҡатламындағы майҙы тарҡатып, шәкәргә әйләндерә. Ауыҙ асҡандан һуң йыш итеп аҙлап-аҙлап таҙа һыу эсергә кәрәк - көн дауамында тәндәге һыу запасы ныҡ кәмегән була. Ашаған аҙыҡ углеводтарға һәм майҙарға бай булырға тейеш, йәғни баланслы туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү фарыз. Организмға тоҙҙар, аҡһым, шыйыҡса кеүек туҡлыҡлы матдәләр кәрәк.
8-15-се көндәр - еңеллек этабы. Был этапта тән асығыуға өйрәнә. Ураҙаға тиклем кеше артығын ашап, организмына көс төшөрһә, был осорҙа уның тәне тәбиғи режимға күсә: йөрәге, бауыры һәм башҡа эске органдары "еңел һулап", хужаһының эске механизмы үҙенән-үҙе таҙарыуға, һауығыуға йүнәлтә. Төп эште бында бауыр башҡара: ул организмдағы майҙарҙы кетон матдәләренә - химик ҡушылмаларға әйләндерә. Кетон матдәләре – мускул туҡымаһы һәм бөйөр өсөн яғыулыҡ ул, асыҡҡанда улар мейегә кәрәкле энергия биреп тора.
16-30 көндәр - детокс. Был осорҙа организм тулыһынса ураҙаға өйрәнгән була. Йыуан эсәклек, бауыр, бөйөрҙәр һәм тире таҙара. Организм бөтөн көсөн һалып, эшләй. Ғәҙәттә ураҙа тотоусылар был этапта хәтерҙең яҡшырыуы, энергия артыуы, интуиция көсәйеүе кеүек ғәжәйеп һәм рәхәт тойғолар кисерә, белем алыу, ниндәйҙер мәғлүмәт үҙләштереү бик еңел бирелә. Табиптар әйтеүенсә, ураҙаның икенсе яртыһында, оҙаҡ асығып йөрөү сәбәпле, кешенең организмы мускулдарҙағы аҡһым менән туҡлана башлай һәм энергия башлыса мейе менән йөрәккә йүнәлтелә. Әммә бынан һис ҡурҡырға ярамай - ҡояш батыу менән ураҙа тотоусы һыу эсеп, йылы аҙыҡ ашап, энергияһын йыя һәм шуға ла уның мускул массаһы кәмемәй. Был осорҙа кешенең иммун системаһы яңыра һәм көс туплай. Һөҙөмтәлә организм теләһә ниндәй ауырыуҙарҙы дарыу-фәләнһеҙ үткәрә ала.
Өфө ҡалаһының Инорс мәсете имам-хатибы Тимур хәҙрәт Сәлихов Ураҙа тотоу буйынса кәңәштәр бирә.
Сәхәргә нимә ашарға ярай?
Өҫтәлдә ярма, бойҙай аҙыҡтары, йәшелсә - емеш кеүек үҫемлек аҙыҡтары булырға тейеш. Улар организм тарафынан оҙаҡ эшкәртелә һәм асығыуҙы баҫа. Финик емешен ашарға кәңәш итәләр. Ул шәкәргә, эре күҙәнәкле туҡымаға (клетчатка), углеводтарға, калий һәм магнийға бай. Баҙам емеше (миндаль) организмды протеин һәм файҙалы майҙар менән туйҙырыр. Шулай уҡ банан да сәхәр ашағанда бик файҙалы. Уның составындағы магний, калий һәм углеводтар йөрәккә көс бирә.
Ифтарға (ауыҙ асыу) ниндәй аҙыҡ әҙерләргә?
Әлбиттә, таҙа һыу кәрәк буласаҡ. Ғәҙәттә бер семтем тоҙ һәм йотом һыу менән ауыҙ асалар. Бәғзеләр финик емеше менән һыу эсә. Финик емеше шунда уҡ ҡанда көнө буйы етмәгән шәкәр кимәлен арттыра. Шунан һуң ифтар доғаһын - киске намаҙ уҡырға кәрәк. Киске ашҡа артыҡ майлы, ныҡ тоҙло булмаған аҙыҡ кәңәш ителә. Аҡ ондан бешерелгән аҙыҡты күп ашарға ярамай - ул ашҡаҙанға йәбешә һәм эс ауыртасаҡ. Итле, йәшелсә ҡушылған, ярмаларҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар рөхсәт ителә. Әгәр ҙә балыҡ ашаһағыҙ, йәки ҡәһүә эсһәгеҙ - сәхәргә тиклем етерлек кимәлдә һыу эсергә тырышығыҙ, сөнки был продукттар ныҡ һыуһата.
Һис шикһеҙ, ураҙа ваҡытында организм токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙара. Әммә уны ябығыу өсөн генә тоторға ярамай. Ураҙаны беҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыу һәм сауаптарға ирешеү өсөн тотабыҙ. Шундай ниәт менән тотмаһаң, ураҙа буш асығыуға тороп ҡала. Ураҙаларыбыҙҙы имен-һау ғына тотоп бөтөп, Аллаһ рәхмәтенә һәм сауаптарға ирешергә яҙһын, сәләмәтлек бирһен.
Гүзәл Ситдиҡованың шиғырҙары.
Читайте нас: