+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
5 Февраль 2021, 18:52

Нимә ул ғибәҙәт ҡылыу?

Ғибәҙәт ҡылыу – беҙҙе уратып алған бар донъяны барлыҡҡа килтереүсе Бөйөк Аллаһҡа мөхәббәтебеҙҙе белдереү, Уның ҡушҡандарын үтәү һәм тыйғандарынан тыйылыу.

Ғибәҙәт ҡылыу – йөрәгебеҙҙән сыҡҡан һәм ғәмәлдәребеҙҙән күренгән иман күрһәткесе. Намаҙға баҫыу, ураҙала булыу, Ҡөрьән уҡыу, доға ҡылыу, Аллаһ исемен иҫтә тотоу – барыһы ла ғибәҙәт. Ялғандан, уғрылыҡтан һәм башҡа гонаһтарҙан арыныу ҙа ғибәҙәткә инә. Ата-әсәгә изгелекле мөнәсәбәт, туғандарҙы күрә-белә йөрөү ҙә – ғибәҙәт. Кешеләргә миһырбанлы булыу, ярҙамға килеү, зыян килтерә торған ғәмәлдәрҙән арыныу ғибәҙәт ҡылыуға тиң. Мосолман ҡәрҙәшеңә сәләм биреп, йылмайып иҫәнләшеү ҙә ғибәҙәткә инә. Шулай итеп, Аллаһ ризалығы өсөн эшләнгән бөтөн нәмә лә – ул ғибәҙәт ҡылыу.
Аллаһ Тәғәлә бойора:
“Әйт һин: “Шик юҡ, минең намаҙым, ғибәҙәтем, тормошом һәм үлемем – барыһы ла Ғаләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ өсөндөр”, – тип”.
(“Әнғәм” сүрәһе, 162-се аят)
Һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ әйткән:
“Доға – ғибәҙәттең асылы”.
(Тирмиҙи, Дәғүәт, 1)
Беҙ ни өсөн ғибәҙәт ҡылабыҙ?
Йәшәйешебеҙҙең һәр мәлендә беҙ иҫәпһеҙ ниғмәттәрҙе, файҙаланабыҙ: һулаған һауа, эскән һыу, ашаған аҙыҡ, үҙ төҫө, еҫе, тәме булған йәшелсә-емеш, һөтө – эсемлек, ите ризыҡ булған мал-тыуар… Ошоларҙың һәр ҡайһыһы – Аллаһ Тәғәләнең беҙгә бүләге, Уның беҙгә изгелекле мөнәсәбәте сағылышы.
Кемдер беҙгә ҙур булмаған изгелек эшләһә, беҙ ҡыуанабыҙ. Ошо ғәмәле өсөн уға рәхмәтле булып, уға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Әгәр ҙә ул, нимәлер һорап мөрәжәғәт итһә, беҙ кинәнес менән уның үтенесен үтәйбеҙ түгелме?
Шулай булғас, бар нәмәне юҡтан бар ҡылыусы һәм иҫәпһеҙ- һанһыҙ ниғмәттәрен беҙгә бүләк итеүсе Аллаһҡа ла рәхмәтле булырға тейеш түгелбеҙме һуң?
Моғайын, ҙур ҡыуаныс менән ул бойорған ғибәҙәттәрҙе үтәргә бурыслыбыҙҙыр.
Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылғанда, Уға мөхәббәтебеҙҙе һәм тоғролоғобоҙҙо белдереп кенә ҡалмайбыҙ, Уның һөйөүен дә яулайбыҙ, уға лайыҡлы булырға тырышабыҙ. Аллаһ беҙҙе яратһа, һис шикһеҙ, беҙгә миһырбанлы буласаҡ һәм киләсәк тормошта, әхирәттә, быныһына ҡарағанда күберәк ниғмәттәр биреп, Ожмахта сикһеҙ бәхет- сәғәҙәткә күмәсәк иншаллаһ!
Аллаһ Тәғәлә бойора:
“Шөкөр итһәгеҙ, әлбиттә, һеҙгә ниғмәтте арттырасаҡмын”.
(“Ибраһим” сүрәһе, 7-се аят)
Һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ әйткән:
“Тормош шарттары һеҙҙекенән насарыраҡ булғандарға ҡарағыҙ, һеҙҙекенән һәйбәтерәк булғандарҙы күҙәтмәгеҙ. Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе түбәнһетеп ҡарамау өсөн был – урынлы ҡылыҡ”.
(Мөслим, Зүһд, 9)
Аяҡ кейеме
Аяҡ кейеме булмау сәбәпле, бер кеше бик ыҙаланған. Бына ул бер көндө аяҡһыҙ кешегә тап булған: “Аяғыма кейергә юҡ, әммә Аллаһҡа рәхмәт – минең аяҡтарым бар. Уларҙы һатып алып булмай бит”, – тигән ҡарарға килгән ул. Әгәр ҙә үҙебеҙ эйә булған барса бәрәкәттәрҙең баһаһын белһәк, беҙ улар өсөн Аллаһҡа рәхмәт уҡыясаҡбыҙ.
Үҙебеҙҙә булған ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белгәндә генә, беҙ Аллаһҡа рәхмәтле буласаҡбыҙ!
“Минең гүзәл динем” китабынан.
Читайте нас: