+20 °С
Облачно
Һабаҡ
10 Августа 2021, 08:56

Иң ауыр һынауҙар кемдәр өлөшөнә төшә?

Бер ваҡыт Аллаһ рәсүленән صلى الله عليه وسلم: «Иң ауыр һынауҙар ниндәй кешеләргә төшә?», – тип һорағандар. Ул صلى الله عليه وسلم былай тип яуап биргән: 

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң ауыр һынауҙар кемдәр өлөшөнә төшә?Иң ауыр һынауҙар кемдәр өлөшөнә төшә?
Иң ауыр һынауҙар кемдәр өлөшөнә төшә?

ИҪКӘ ТӨШӨРӨҮ

Бер ваҡыт Аллаһ рәсүленән صلى الله عليه وسلم: «Иң ауыр һынауҙар ниндәй кешеләргә төшә?», – тип һорағандар. Ул صلى الله عليه وسلم былай тип яуап биргән: 🌹«Пәйғәмбәрҙәргә, шунан һуң – кешеләрҙең иң яҡшыларына. Кеше үҙ иманына ярашлы һынала. Әгәр ҙә иманы көслө булһа, уға һынауҙар өҫтәлә, ә инде көсһөҙ булһа, һынауҙары уның иманына ярашлы буласаҡ. Аллаһ ҡолона һынауҙар, ул ер өҫтөндә бер гонаһһыҙ йөрөй башлағанға тиклем, төшөүҙән туҡтамаҫ»🌹 (Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ, Ибн Хиббән йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم: 🌹«Әгәр Аллаһ ниндәйҙер кешеләрҙе яратһа, Ул уларҙы һынауҙарға дусар итә. Кем һынауҙарға ризалығын күрһәтә, шул Аллаһ ризалығына өлгәшер. Ә кем асыулана, шул Уның асыуын алыр»🌹, – тигән (Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).

Шулай уҡ Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم түбәндәге һүҙҙәрҙе әйткән: 🌹«Әгәр ҙә бөтә кешеләр һиңә берәй файҙа килтерер өсөн бергә йыйылһа, улар һиңә Аллаһ тәҡдиреңә яҙған ҡәҙәр генә файҙа килтерә алыр. Ә инде һиңә зыян килтерер өсөн бергә йыйылһалар, улар һиңә Аллаһ тәҡдиреңә яҙған ҡәҙәр генә зыян килтерә алыр. Сөнки ҡаурыйҙар күтәрелгән, ә биттәр – кипкән»🌹 (Тирмиҙи йыйынтығынан, хәсән хәҙис).

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас