ҺИНЕ ҮҘ ҮЛСӘҮЕҢ МЕНӘН ҮЛСӘРҘӘР...
Борон бер ярлы ғына кеше йәшәгән. Уның ҡатыны май тасҡап, шуларҙы бер килограмлыҡ итеп йомарлаған да, ире шул йомарламдарҙы бакалея хужаһына тапшырып йән аҫырағандар.
Бер заман бакалея хужаһының күңелен шик алған – был йомарлам майҙар бер кг тартмай, ахыры, тигән.
Үлсәүенә һалып үлсәп ҡараһа, ысынлап та, баяғы йомарламдар 900 г ғына тарта икән. Асыуы ҡабарған байҙың.
Иртәгәһенә теге ярлы тағы май тотоп килгән. “ Мин башҡаса һинең майыңды алмаясаҡмын. Алдаҡсы! Һинең йомарламдарың бер кило тартмай, 900 грамм ғына!”-тип енен сәскән бакалея хужаһы.
Ярлы ир башын түбән эйгән дә, ғәйепле генә тауыш менән: “ Ғәфү итегеҙ, бай әфәнде, беҙҙең нәмә үлсәй торған үлсәүебеҙ ҙә юҡ ул. Беҙ өйҙә һеҙҙән һатып алған бер кило шәкәрҙе үлсәү сараһы итеп тотонабыҙ...”-тигән.
Һине үҙеңдең үлсәүең менән үлсәрҙәр, тигәне шул була инде.