Йома көнө – иң хәйерле көндәрҙең береһе, тиелгән хәҙистә: «Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн – йома көнө. Был көндә Әҙәм яратылды, был көндә йәннәткә керетелде һәм был үк көндә унан сығарылды, һәм Ҡиәмәт мотлаҡ ошо көндә ҡубасаҡ». (Мүслим, Әбү Дәүд, Ән-Нәсәи, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Шулай уҡ йома көнөндә доғаның ҡабул булған сәғәте була.
Күп ғалимдарҙың әйтеүенсә, был сәғәт икенде намаҙынан һуң булырға тейеш. Йома көнөндә «Кәһф» сүрәһен уҡыу – бик сауаплы һәм файҙалы эш. «Кем йома көнө “Кәһф” сүрәһен уҡый, был уға ике йома араһында нур булыр». (Әл-Хәким, Әл-Бәйһәҡи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы).
Шулай уҡ йома көнө бәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) йыш-йыш салауат әйтеү ҙә ҡушылған. Кеше йома көнөндә йә кисендә (кесаҙнанан йомаға ҡарай) үлеп ҡалһа, Аллаһ Тәғәлә уны ҡәбер ғаҙабынын ҡотҡарыр тиелгән бер хәҙистә. Йомала кемдер хөтбә тыңлар өсөн һәм бөтөн йәмәғәт менән намаҙ ҡылыр өсөн мәсеткә килә. Был ваҡытта мәсеттә кешеләр генә түгел, фәрештәләр ҙә килеп, имамдың хөтбәһен тыңлай! Мосолмандарҙың йомаға килеүҙәре – ислам диненең мөһим күренеше һәм өлөшө. Күп кеше биш намаҙға баҫмаҫ борон йомаларға йөрөй башлай бит, һәм ошо ваҡытта уға ислам динен аңлау өсөн төрлө темаларға ҡыҫҡа ғына хөтбәләр ишетеү мөһим.