+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
5 Сентябрь 2021, 13:05

Ир баланы сөннәтләү

Сөннәт­ләү йәки бабаға ул­тыр­тыу ир баланың енес ағзаһы осон­дағы тиреһен ҡырҡып алып таш­лауҙан ғибәрәт. Халҡыбыҙ тарафынан Ис­лам дине менән бергә ҡабул ител­гән ул йола элек башҡорт а­уыл­дарын­да киң таралған булған, хәҙер иһә – һирәк күренеш.

Ир баланы сөннәтләү
Ир баланы сөннәтләү

Был – сөннәт, йәғни мәжбүри түгел, әммә эш­ләһәң, файҙалы ғәмәл. Ул Ибраһим бәйғәмбәрҙән килә, шуға күрә йәһүдиҙәрҙә лә бар, христиан­дар иһә унан баш тар­тҡан. “Сөннәт­ләү – һәр мосол­ман ир-егетенең тәбиғи бул­мы­шынан”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Хәҙистәргә яраш­лы, сөннәт­ләү малай тыуған­дан һуң 7-се көн­дә башҡарыла. Һәр хәл­дә, был эш­те ир бала бәлиғ йәш­кә ет­кәнсе атҡарып ҡуйырға кәрәк, сөнки аҙаҡ тире ҡалыная, шуға а­уыр­тыу ҙа көс­лөрәк була. Ҡайһы берәүҙәр олоғайғансы сөннәтһеҙ йөрөй, әммә бер ҡасан да һуң түгел, сөнки Ибраһим бәйғәмбәрҙең әлеге ғәмәл­де һикһәненсе йәшен­дә үтәгәне мәғлүм.

Фәнни яҡтан ҡараған­да, сөннәт­тең сәләмәт­лек­кә лә, енси тор­мошҡа ла ыңғай йоғонтоһо ҙур.

  1. Бабаға ул­тыр­тыл­маған иргә енес ағзаһының тиреһе аҫтын­да ауырыу тыуҙырыусы микроорганизм­дар туп­ланы­уы янай. Сөннәт­лән­гән­дән һуң таҙалыҡты һаҡла­уы еңеләйә.
  2. Енес ағзаһының осон­дағы тирене киҫеп таш­лау малайҙарҙы шулай уҡ фимоз һәм парафимоз һымаҡ сирҙәрҙән арын­дыра.
  3. Һуңғы йыл­дарҙа уҙғарылған клиник һәм эпидемиологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен­дә бабаға ул­тыр­тыл­маған ир-ат­тың һей­лек каналы 11 тапҡырға (!) йы­шыраҡ шешеп, а­уыр­ты­уы иҫбат­ланған. Ун­дай саҡта медицина бел­гестәренә мәжбүри сөннәт­ләргә тура кил­геләй.
  4. АҠШ ғалим­дарының докладына ҡараған­да, бәләкәй сағынан уҡ бабаға ул­тыр­тыу малайҙарҙы енес ағзаһын­да яман шеш (рак) бар­лыҡҡа килеүенән дә һаҡлай.
  5. Сөннәт­ле ирҙәрҙә СПИД йоҡтороу хәүефе һигеҙ тапҡырға кәмерәк.

Динебеҙ кәңәш ит­кән йолаларҙан ҡурҡырға, ҡаушарға ярамай. Әлбит­тә, Көнбайыш мәҙәниәтен­дә тәрбиәләнеп үҫкән бы­уынға саҡ ҡына ҡан сығы­уы ла ҡот осҡос булып тойола, шулай "шы­йыҡ"ҡа әй­ләнеп бөт­кәнбеҙ шул. Әммә, әгәр камил­лыҡҡа ынтылабыҙ, сәләмәт булырға теләйбеҙ икән, дини йола беҙҙә бай­рам тойғоһо ғына уятырға тейеш.

Бай­рам тигән­дән, күп кенә халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡор­т­тарҙың ҡайһы бер ырыуҙарын­да ла ир балаларҙы бабаға ул­тыр­тыу уңайынан ҙур бай­рам ойош­тороу йолаһы бар. Күрше-күлән­де, туған-тыумасаны саҡырып ҡунаҡ итеү менән генә сиклән­мәй, тотош а­уыл­ды һы­й­лаған ғаиләләр ҙә осрап ҡуя. Ә ниңә, малайҙың ир ҡорона инә баш­ла­уы ҡыу­анысын ур­таҡлашыу яҙыҡмы ни­? Өҫтәүенә, тиреһенең киҫелеүе арҡаһын­да бер аҙ а­уыр­тыу тойған баланың күңелен күтәрергә теләптер ин­де, уға төр­лө бүләктәр, тәмлекәстәр, аҡса бирәләр.

Баба һүҙенә кил­гән­дә, ул башҡорт­тарҙа элек сөннәт­ләүсене аңлатҡан. Бабалар, ауыл­дан-ауыл­ға күсеп, ир балаларҙы сөннәт­ләп йөрөгән. Шуға ла башҡор­т­тарҙа был операция “бабаға ул­тыр­тыу”, “сөннәт” булараҡ бил­дәле, ғәрәптәр иһә әлеге әмәлиәт­те хитан тип атай.

 

Даян МӘЖИТОВ.

ҺҮРӘТТӘ: ҡаҙаҡтарҙа Сөннәт бай­рамы.

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас