-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
11 Сентябрь 2021, 12:00

Инергә рөхсәт һорау

«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр, үҙегеҙҙең өйҙәрегеҙҙән башҡа сит өйҙәргә рөхсәт һорап керегеҙ...» (Дауамын сайтта уҡығыҙ)

Инергә рөхсәт һорау
Инергә рөхсәт һорау

РӨХСӘТ ҺОРАУ

✅ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ берәй кешенең өй ишектәре янына килгәндә, инергә рөхсәт һорарға теләп, ишектәрҙең тап ҡаршыһына түгел, ә уң йә иһә һул яғына баҫып торор булған. Әгәр уға инергә рөхсәт итһәләр, ингән, әгәр рөхсәт итмәһәләр, кире ҡайтып киткән.
Үҙ диненең әхләҡ нормаларын яҡшы үҙләштергән мосолман үҙ өйөнән башҡа бер йортҡа ла рөхсәт һорамайынса кермәй:
✨«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр, үҙегеҙҙең өйҙәрегеҙҙән башҡа сит өйҙәргә рөхсәт һорап керегеҙ...»✨ - тип ҡушҡан Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, «Нур» сүрәһе, 24:27).

Рөхсәт һорауҙың күҙ ҡараштары арҡаһында ҡанунлаштырылыуы билдәле. Шуға күрә лә ишектәрҙең тап ҡаршыһында торорға ярамай, сөнки улар асылып киткәс, кешенең өй эсендәге күрергә тейеш булмаған нәмәләрҙе күреп ҡалыуы мөмкин.

✅ «Кем унда?» - тип һораһалар, ишек артындағы кеше: «Мин», йәки шуға оҡшаш берәй яуаптар бирергә тейеш түгел, ә асыҡ итеп үҙенең исемен әйтергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ишек шаҡыған кешеләрҙең хужа һорауына: «Мин», - тип яуап биреүҙәрен яратмаған. Сөнки бындай яуап кеше тураһында бер ни ҙә белгертмәй.

✅ 🌹«Рөхсәт һорау өс мәртәбә була, әгәр керергә рөхсәт итһәләр – кер, әгәр рөхсәт итмәһәләр – кире ҡайтып кит»🌹, - тип өйрәтә хәҙистәр. Йәғни, мосолман кеше ишеккә туҡылдатҡанда ла, ҡыңғырауға шылтыратҡанда ла, йәки хужаны ҡысҡырып саҡырғанда ла быны өс тапҡырҙан артыҡ эшләмәй. Яуап бирмәһәләр, кире әйләнеп ҡайтып китә һәм, бик кәрәк булһа, хужаларға уңайлыраҡ булған ваҡытта кире килә.

🔻Әгәр ишек шаҡып рөхсәт һораусыға эстәгеләр: «Кире кит!» йә иһә «Әле бушамайбыҙ, һуңғараҡ килегеҙ», - тип әйтһәләр, йәки ғөмүмән ишекте асмаһалар, ул үҙен кәмһетелгән итеп һанамаҫҡа, ә ҡайтып китергә һәм һуңынан кире килергә тейеш.

Нурислам Ибраһим,
"Ваҡыт!"

Инергә рөхсәт һорау
Инергә рөхсәт һорау
Автор: интернет
Читайте нас