НАМАҘҒА БАҪЫУ ӨСӨН ҠЫРҠ СӘБӘП
Ҡәҙерле мосолмандар! Намаҙ хаҡында белгәндәребеҙҙе бер аҙ иҫкә төшөрөп үтәйек әле.
1. НАМАҘ – ул Ҡиәмәт көнөндә иң беренсе хисап ҡылына торған ғибәҙәт.
2. Аллаһ Тәғәлә НАМАҘ уҡыусыларҙы «тәҡүәле мөьминдәр» тип билдәләй.
3. Кешенең йөрәгендәге иман дәрәжәһе уның НАМАҘҒА мөнәсәбәтенә бәрәбәр.
4. НАМАҘ – бәндәнең Раббыһына булған мөхәббәте билдәһе, Уның ниғмәттәрен таныуы, Уға шөкөр итеүе.
5. Аллаһ Тәғәлә НАМАҘҘЫ сәфәрҙә лә, ултыраҡ тормошта ла, тыныслыҡта ла, һуғыш мәлендә лә, сәләмәт ваҡытта ла, ауырыу саҡта ла уҡырға әмер иткән. Тимәк, намаҙҙан да әһәмиәтлерәк нимәлер булырға мөмкинме?
🕌 6. НАМАҘҘЫ ваҡытында үтәү – ғәмәлдәрҙең ҡабул булыуына сәбәп.
🕌 7. НАМАҘҘЫ ваҡытында үтәү – монафиҡлыҡ (ике йөҙлөлөк) сифатынан сәләмәт булыу билдәһе.
🕌 8. НАМАҘҘЫ ваҡытында үтәү – Ҡиәмәт көнөндә Фирғәүен, Һәмән, Ҡарун кеүек кафырҙар менән бергә ҡубарылмауға сәбәп.
🕌 9. НАМАҘ – күңел тыныслығы.
🕌 10. НАМАҘ – йөрәктәребеҙҙәге иманды нығытыусы, үҫтереүсе.
🕌 11. НАМАҘ – фәхештән, харам нәмәләрҙән тыйыусы.
🕌 12. НАМАҘ – йөрәктәребеҙҙе нурландырыусы, йөҙҙәребеҙҙе яҡтыртыусы, шатландырыусы бер йәншишмә.
🕌 13. НАМАҘ – барлыҡ тән ағзаларыбыҙҙы йәнләндереүсе.
🕌 14. НАМАҘ – ризыҡтарыбыҙҙың артыуына бер сәбәп.
🕌 15. НАМАҘ – золомды (ғәҙелһеҙлекте) этәреүсе.
🕌 16. НАМАҘ – шәһүәтте (ярһыуҙы, аҙғын уйҙарҙы) баҫыусы.
🕌 17. НАМАҘ – асыуҙы кәметеүсе.
🕌 18. НАМАҘ – ниғмәттәрҙең һаҡланыуына сәбәп.
🕌 19. НАМАҘ – ҡайғы-хәсрәтте еңеләйтеүсе.
🕌 20. НАМАҘ – изгелек һәм тәҡүәлектә ярҙамлашыу, хаҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа өндәү юлы.
🕌 21. НАМАҘ – мосолмандарҙы бер-береһе менән таныштырыусы.
🕌 22. НАМАҘ – мосолмандарҙы берләштереүсе.
🕌 23. НАМАҘ – йәһилдәрҙе (наҙандарҙы) дингә өйрәтеүгә сәбәп.
🕌 24. НАМАҘ – йөрәктәрҙе берләштереүсе, араларға мөхәббәт һалыусы. Йәмәғәт намаҙҙарында кәүҙәләрҙең яҡын булыуы – йөрәктәрҙең дә яҡынайыуына сәбәп.
🕌 25. НАМАҘ – Ислам билдәһен сағылдырыусы, НАМАҘ – һүҙ һәм ғәмәл менән Исламға саҡырыу.
🕌 26. НАМАҘҘЫҢ эске һәм тышҡы хаҡтарын камил үтәү – был донъя һәм Ахирәт яманлыҡтарынан ҡотолоуға һәм был донъяла һәм Ахирәттә яҡшылыҡҡа ирешеүгә сәбәп.
🕌 27. НАМАҘ – бәндәнең Раббыһы менән бәйләнеше. Шул бәйләнеш дәрәжәһенә ҡарап бәндәгә хәйер-яҡшылыҡтар асыла һәм афәт-яманлыҡтар киҫелә йә кәмей.
🕌 28. НАМАҘ – ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға, мәшәҡәттәрҙе күтәреүгә сәбәп. Ауырлыҡтар килгәс, намаҙҙарына тоғро булыусылар бының ысынлап та шулай икәнен аңлай.
🕌 29. НАМАҘ – насарлыҡтарҙың (бәләкәй гонаһтарҙың) ғәфү ителеүенә, дәрәжәләрҙең күтәрелеүенә, яҡшылыҡтарҙың артыуына, Раббыбыҙға яҡынайыуға бер сәбәп.
🕌 30. НАМАҘ – холоҡто күркәм, яҡшы итеүсе.
🕌 31. НАМАҘ – өҙөлмәй торған рухи ярҙам, бөтмәй торған мәғәнәүи байлыҡ.
🕌 32. НАМАҘ – кешенең рухи бағанаһын – иман ағасын ризыҡландырыусы, һуғарыусы, нығытыусы һәм үҫтереүсе.
🕌 33. НАМАҘ – кешенең хәйерле эштәргә ынтылышын ҡеүәтләүсе, итәғәтте арттырыусы, боҙоҡлоҡҡа ынтылышты сикләүсе.
🕌 34. НАМАҘ – фетнәләрҙән һаҡлаусы.
🕌 35. НАМАҘ – мосолман йөрәгендә Аллаһтың тыйыуҙарын һанламауға, ҡушҡандарын үтәмәүгә ҡарата ризаһыҙлыҡ уятыусы.
🕌 36. НАМАҘ – һаранлыҡ, көнсөллөк, ҡурҡыу, ҡайғы һәм башҡа шуның кеүек сирҙәрҙән дауа.
🕌 37. НАМАҘ – тәндең сәләмәтлеге өсөн ҙур файҙа.
🕌 38. Тәһәрәт алыуҙың һәм НАМАҘ уҡыуҙың тын алыу ағзаларына, ашҡаҙандың, эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә, быуындарға һәм умыртҡа бағанаһына ыңғай тәьҫир итеүен наҙан булмаған һәр кеше аңлай.
🕌 39. НАМАҘ йөрәктең, йәндең тыныс, ҡәнәғәт булыуына килтерә.
🕌 40. НАМАҘ хушуғ (Аллаһҡа буйһоноу тойғоһо) менән уҡылһа, бынан баш мейеһенә лә ҙур файҙа бар. Шул сәбәпле сәхәбәләрҙең ни өсөн шундай зирәк фекерле, сәләмәт аҡыллы, бай зиһенле, көслө рухлы булыуын аңлайбыҙ.
✅ Был намаҙҙың диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә булған дини һәм донъяуи емештәрен һанап китеү булды. Уларҙы бер ваҡытта ла һанап бөтөрөп булмаясаҡ. Кеше өсөн намаҙҙың әһәмиәте артҡан һайын уның емештәре лә арта. Һәм, киреһенсә, – кәмегән һайын емештәре лә кәмей. Ошо яҙылғандарҙы уҡығас, аҡылы булған кеше намаҙға һәм уны йәмәғәт менән ваҡытында уҡыуға еңел ҡарай алырмы?! Ялҡаулығының, кирелегенең ошо емештәрҙән уны мәхрүм иттереүенә риза була алырмы?! Әллә бәндә Аллаһ Тәғәләнең намаҙ уҡымаусыларға әҙерләгән ҡаты ғазаптары уға ҡағылмаҫ тип уйлаймы? Намаҙ әһелдәренән булайыҡ!
"Ваҡыт!"