+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
26 Сентябрь 2021, 05:00

САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ХИКМӘТТӘРЕ

 «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен»

САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ХИКМӘТТӘРЕ
САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ХИКМӘТТӘРЕ

     Саҙаҡа биреү тәртибе тураһында бер нисә хәҙис:
   «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен».
   «Саҙаҡаның иң яҡшыһы — (һыуға ҡытлыҡ булған ерҙә) кешеләргә һыу эсереү».
   Йәки «...мосолман кешенең ғилемгә өйрәнеп, уны башҡаларға ла өйрәтергә тырышыуы».
Әлбиттә, саҙаҡа биреүҙең сауаплы булыуы хаҡында Ислам өгөт-нәсихәт биреп, үҙ-ара ярҙам итешеп кенә торорға бойора, әммә уны һорап алыуҙан тыя.
   «Хәйер-саҙаҡа бирешеп кенә тороғоҙ!» — тигән ул. Ирҙәрҙән берәү шул ваҡыт: «Эй, Аллаһ илсеһе! Минең бер динар аҡсам бар, — ти, — уны саҙаҡа итеп кемгә бирергә кәрәклеген белге килә». «Үҙ кәрәк-яраҡтарыңа тотон». «Миндә тағы ла бер динар бар», — ти, ир кеше. «Балаңа бир», — ти, бәйғәмбәр. «Миндә тағы ла бер динар бар», — тип дауам итә ир. «Ҡатыныңа бир». «Минең тағы ла бер динарым бар», — ти, кеше. «Хеҙмәтсеңә бир». «Минең тағы бер динарым бар», — ти, ир. «Ҡайҙа тотонорға кәрәклеген үҙең яҡшыраҡ беләһең», — ти, пәйғәмбәр.

1. Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра.
2. Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа.
3. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.
4. Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
5. Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
6. Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
7. Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең холоҡ-фиғеле.
8. Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
9. Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
10. Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
11. Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
12. Саҙаҡа, хатта гонаһтарҙы юя.
13. Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүгә бер сәбәп.
14. Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
15. Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.

САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ХИКМӘТТӘРЕ
САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ХИКМӘТТӘРЕ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: