+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
1 Октябрь 2021, 05:00

Бөгөн 1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Олоно оло итегеҙ –Кәңәш алып йөрөгөҙ,Кесене кесе итегеҙ –Кәңәш биреп йөрөгөҙ. «Урал батыр» эпосынан.

Бөгөн 1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
Бөгөн 1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
  • Ололарҙы хөрмәтләү
    Ололарҙы хөрмәтләү — Ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә. Был ғәмәл имандың һәм Аллаһты ололауҙың бер күрһәткесе булып тора. Һөйөклө Мөхәммәт Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм оло йәштәгеләргә абруйлы мөнәсәбәт һәм рәхимлелек күрһәтеү тураһында байтаҡ хәҙистәр әйтеп ҡалдырған: «Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт (рәхимлек) күрһәтмәгәндәр – беҙҙән булмаҫ» (Бохари), «Бәрәкәт өлкәндәрегеҙ менән булыр» (Ибн Хибат 559), «Аллаһты маҡтауҙарҙың береһе булып, сәстәренә сал кергән мосолманға ихтирамлыҡ тора» (Әбү Дауд) һәм башҡаһы. Ололарҙы ҙурлау Аллаһ Тәғәләне ололау булып һанала. Әбү Муса әл-Әшғәри һөйләүенсә, Аллаһтың рәсүле Мөхәммәт Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: "Мосолман ҡартын, Ҡөръән белгесен һәм ғәҙел етәксене хөрмәтләү Аллаһты бөйөкләү булып һаналалыр. (Әбү Дауыт, Бәйһаҡи). Ислам динебеҙ ололарыбыҙҙы хөрмәтләүгә һәм ҡайғыртыуға өндәй. Имен тормошобоҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ уларҙы ҡәҙерләргә тейешле.
    Бигерәк тә ата-әсәләрҙе. Беҙ улар алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы һәм уларҙың доғаларында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙҙең итәғәтле балалары булырға һәм уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡтар ғына күрергә насип итһен.
    Бәйғәмбәребеҙ ололарға ҡарата изге ғәмәлдәрҙә беренселәрҙән булды һәм беҙҙең мосолмандарға ололарҙы хөрмәт итергә һәм үҙеңде уларҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа ҡушты.
    Раббыбыҙ Ҡөръән-Кәримдә Үҙе үк был донъяла нисек итеп әжер-сауаптар йыйырға мөмкин икәнлеген күрһәтте. Беҙ күп ваҡытта әллә ниндәй бер эш эшләп, шуның аша Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға тырышабыҙ. Әллә ниндәй бер ғәмәлдәр ҡылып, әжер-сауап йыябыҙ. Ә ысынында иһә, ожмах – ул аяҡ аҫтыбыҙҙа, дөрөҫөрәге, әсәләрҙең аяҡ аҫтында. Йәннәткә эләгеү өсөн беҙ сауапты тирә-яғыбыҙҙан йыйырға тейешбеҙ. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ваҡытындағы Ғәли раҙыйАллаһу ғәнһә һәм башҡа сәхәбәләрҙең ололарға, ғөмүмән, өлкән кешеләргә ҡарата ихтирам күрһәтеүҙәре өсөн Аллаһ Тәғәләнең ожмах вәғәҙә иткәнлеген беләбеҙ.
    Оло кешеләрҙе, иң беренсе сиратта, үҙеңдең олоғайған атай-әсәйеңде, туғандарыңды, күршеләреңде, үҙеңдең юлыңда осраған ололарға ихтирам итһәң, иғтибарлылыҡ күрһәтһәң, һис һүҙһеҙ, Аллаһы Тәғәлә һинең дәрәжәңде күтәрер. Атай-әсәйеңдең тиңдәше булған күршеңде үҙ атай-әсәйең һымаҡ күр, тип әйтелмәйме һуң? Эйе, уларҙың хәл-торошон белеп, иғтибар һәм ярҙам итергә өндәй динебеҙ. Оло йәштәге туғандарҙың да туғанлыҡ һәм оло йәштәге хөрмәт хаҡы бар. Оло йәштәге күршеләрҙең дә күрше һәм ололоҡ хаҡы бар. Бергә мәсеткә йөрөгән оло йәштәге дин ҡәрҙәшеңә ҡәрҙәшлек һәм хөрмәт хаҡы тейешле. Кеше ислам динендә булмаһа ла, беҙ уға ололар хаҡын һаҡлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тейешле, бәлки, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен яҡшылыҡҡа асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
    Ололарҙы хөрмәт итергә кәрәклеге тураһында Мөхәммәт ﷺ бер хәҙистә шулай тип әйтә:
    ليسَ مِنَّا مَنْ لمْ يرحَمْ صغيرَنا ويُوَقِّرْ كبيرَنَا ويَعْرِفْ لعَالِمِنَا حَقَّهُ
    «Кем дә кем кескәйҙәргә ҡарата рәхимле булмаһа, өлкән кешебеҙҙе ололамаһа һәм ғалимдарыбыҙҙың хаҡын белмәһә, ул беҙҙең аранан түгел» (йәғни улар Аллаһ менән Мөхәммәт ﷺ күрһәткән юлдан бармай) (Табарани).
    Ни өсөн беҙ ололарға, ҡартайған кешеләребеҙгә ҙур иғтибар бирергә тейеш? Бының сәбәбе ул кешеләрҙең тормош тәжрибәһенә эйә булыуына, уларҙың ошо донъяла төрлө һынауҙар аша үтеп, беҙгә төплө ғилем, тарих һәм кәңәштәре менән күпте белеүҙәренә бәйле. Уларҙа быуындан-быуынға тапшырылып килгән тәжрибә, аҡыл һәм хикмәт серҙәре әлеге йәштәрҙекенә ҡарағанда күберәк. Бына шуға күрә лә улар йәштәргә үҙҙәренең төплө кәңәштәрен бирә ала. Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәлә һәм уның Рәсүле Мөхәммәт ﷺ уларҙы ололарға ҡуша.
    Әгәрҙә йәш быуын үҙенән өлкәндәргә ҡәҙер күрһәтһә, олоғайғас уның үҙенә лә шундай уҡ хөрмәт күрһәтәсәктәр. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ хәҙисенән:
    مَا أَكْرَمَ شَابٌّ شَيْخًا لِسِنِّهِ إِلَّا قَيَّضَ اللَّهُ لَهُ مَنْ يُكْرِمُهُ عِنْدَ سِنِّهِ
    «Әгәр ҙә бер йәш егет оло йәштәге ҡартты хөрмәтләһә, Аллаһ Тәғәлә ул йәш егеттең ҡартлыҡ көнөндә уны хөрмәтләүсе кешене билдәләйәсәк» (Тирмизи).
    Шулай уҡ, әгәр ҙә йәш кеше йәшлек ваҡыттарында ололарға хөрмәт күрһәтмәһә, ҡартайғас йәш быуын уға шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡ. Беҙҙең
  •  
    беребеҙ ҙә мәңге йәш булмаясаҡ, беҙгә лә был көндәр киләсәк һәм ололарға күрһәткән һалҡынлыҡ үҙебеҙгә кире ҡайтасаҡ. БПәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ тағы бер хәҙисендә:
    «Эшләнгән изгелек юҡҡа сыҡмай, гонаһ онотолмай, хөкөм итеүсе Аллаһ юҡҡа сыҡмай. Был тормошта нисек теләһәң, шулай бул. Һин нисек хөкөм итһәң, һине лә шулай хөкөм итерҙәр» (Ғабдурраззаҡ «Мусаннәф» китабынан).
    Ошо хәҙистә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ кешенең башҡаларға ҡылған насарлыҡтары үҙенә кире әйләнеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. Аллаһ Тәғәлә Ғәҙел Зат булғанға күрә бөтөн кешегә лә тейешле язаһын был донъяла ла һәм ахирәт донъяһында бирергә мөмкин. Шулай уҡ балалар ҙа ата-әсәләренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһа, уларҙың балалары ла уларға ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡтар. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ:
    «Атай-әсәйҙәрегеҙгә изгелек ҡылығыҙ, балаларығыҙ ҙа һеҙгә игелек ҡылыусы булырҙар» (Хәким).
    وَقَضَى رَبُّكَ أَلَّا تَعْبُدُوا إِلَّا إِيَّاهُ وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا إِمَّا يَبْلُغَنَّ عِندَكَ الْكِبَرَ أَحَدُهُمَا أَوْ كِلَاهُمَا فَلَا تَقُل لَّهُمَا أُفٍّ وَلَا تَنْهَرْهُمَا وَقُل لَّهُمَا قَوْلًا كَرِيمًا
    Ололар араһында хөрмәткә иң лайыҡ булғандары — ул һинең атайың һәм әсәйең. Аллаһ Ҡөръән китабында әйттә: «Һинең Раббың Үҙенән башҡа нәмәләргә табынмаҫҡа һәм ата-әсәгә изгелек ҡылырға әмер итә. Әгәр ҙә уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа етһә, уларға: „Уф“, — тип тә әйтмә, уларға ҡысҡырма һәм хөрмәтле һүҙҙәр генә әйт. Уларға һин түбәнселек менән мәрхәмәтлек ҡанаттарын йәй һәм әйт:
    رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا
    “Йә Раббым, улар мине бәләкәй бала сағымда тәрбиәләп үҫтергән кеүек, Һин дә уларға мәрхәмәтле бул”. (әл-Исра: 17/23-24)
    Аллаһ әйтә:
    مَّنْ عَمِلَ صَالِحًا فَلِنَفْسِهِ وَمَنْ أَسَاءَ فَعَلَيْهَا وَمَا رَبُّكَ بِظَلَّامٍ لِّلْعَبِيدِ
    «Берәр кеше яҡшылыҡ эшләһә, бының файҙаһы уның үҙенә генә була, ә берәрһе насарлыҡ эшләһә, бының зарары үҙенә генә буласаҡ. Һинең Раббың ҡолдарына әҙ генә лә ғәҙелһеҙлек ҡылмай» (Фуссиләт – 41/46).
    Ололарға хөрмәт күрһәтеүҙе беҙ нисек аңларға тейеш һәм ул нимә лә сағыла? Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ — дең йәшәү рәүешенең юлына күҙ һалһаҡ, ул үҙ ғәмәлдәре һәм һүҙҙәре менән уны аңлатып ҡалдырҙы. Былар уның сөннәһе булған хәҙистәрендә сағыла.
    Ислам әҙәбе буйынса йәш кеше үҙенән олораҡ булған кешегә беренсе булып сәләм бирергә тейеш. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ әйтә:
    يُسَلِّمُ الصَّغِيرُ عَلَى الْكَبِيرِ، وَالْمَارُّ عَلَى الْقَاعِدِ، وَالْقَلِيلُ عَلَى الْكَثِيرِ
    «Йәштәр – ололарға, уҙып барыусы– ултырып тороусыға, әҙ төркөм үҙенән ҙур төркөмгә беренсе булып, сәләм бирә» (Бохари).
    Ололарҙы хөрмәт итеү сауап килтерер, донъялағы тормошобыҙҙың тыныслығын арттырыр. Аллаһы Тәғәлә саф күңелле ололарҙың доғаларын ишетеп, кешеләргә мәрхәмәт ҡылыр һәм ризыҡтарыбыҙҙы бәрәкәтләндерер. Бер мәжлестә Бәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер һауыт шәрбәт тәҡдим иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, үҙ сиратында, шәрбәтте үҙенән йәшкә өлкәнерәк булған Әбү Үбәйҙә исемле иптәшенә тәҡдим иткән. Әбү Үбәйҙә: «Әй, Аллаһтың Рәсүле, беренсе булып һин ауыҙ ит. Һин минән лайыҡлыһын, һин Бәйғәмбәрһең,» тигәс, Бәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һин тәүҙә эс. Бәрәкәт ҡарттарыбыҙҙандыр», тигән, һәм шәрбәтте үҙенән олораҡ Әбү Үбәйҙәгә эсерткән. Ана шулай, сөннәт буйынса ризыҡ ҡабул итеүҙе иң беренсе оло йәки хөрмәткә лайыҡ кеше башларға тейеш. Хуҙәйфә раҙыйАллаһу ғәнһә әйтә:
    «Әгәр ҙә беҙ Мөхәммәд ﷺ менән бергә булһаҡ, ризыҡҡа Аллаһтың илсеһе ҡулын һуҙмайынса ҡағылмай инек» (Мөслим).
    Оло кеше — ул тормошон йәшәгән, йәмғиәтебеҙҙә файҙалы эҙен ҡалдырған. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә алдында улар – һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡлы кешеләр. Хатта Аллаһ Тәғәлә оло кешене ғазаптарға, уны язаға тартырға, тамуҡҡа индерергә ояла, тип әйтә, ти. Бәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә шулай тип әйтә: «Иң бәхетле булғандарығыҙ – ул да булһа, оҙон ғүмерҙәр кисереп, шул йәшәгән тормошоғоҙҙа Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылғандарығыҙ», – тигән.
    Олоно оло итегеҙ –
    Кәңәш алып йөрөгөҙ,
    Кесене кесе итегеҙ –
    Кәңәш биреп йөрөгөҙ. «Урал батыр» эпосынан.
    Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә айырым бер көндәрҙә генә түгел, даими өлкәндәребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итергә насип итһен. Сөнки беҙҙең ҙә
  •  
    ҡартаяһыбыҙ, улар һымаҡ олоғаяһыбыҙ бар, бер көн килер, беҙ ҙә улар кеүек оло йәштә булырбыҙ, беҙҙе лә шулай ихтирам итһендәр өсөн, Аллаһы Тәғәлә беҙгә башҡа бәндәләрен хөрмәт иттерһен өсөн, беҙ һис шикһеҙ, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ сөннәтен үтәп, ололарыбыҙға ярҙам-ҡәҙер күрһәтергә тейеш булабыҙ.
    Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә барыбыҙға ла ололарыбыҙҙы хөрмәт итеп, кеселәребеҙгә мәрхәмәтлелек-шәфҡәтлелек ҡылып йәшәргә насип итһә ине.
    Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: