+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
25 Октябрь 2021, 18:00

ИР БАЛАЛАР ҠЫЙЫУ БУЛҺЫН, ТИҺӘК

Бөгөнгө көндә күп ата-әсәләрҙе борсоған һорау – балаларының рухи яҡтан көсһөҙлөгө, баҙнатһыҙлығы. Ә был мәсьәләне хәл итеү өсөн иң тәүҙә шул һорауға яуап табырға кәрәк: бала ҡыйыу булып үҫһен өсөн уны ниндәй шарттарҙа һәм нисек итеп тәрбиәләргә?

ИР БАЛАЛАР ҠЫЙЫУ БУЛҺЫН, ТИҺӘК
ИР БАЛАЛАР ҠЫЙЫУ БУЛҺЫН, ТИҺӘК
Ысынлап та, был тәрбиә өлкәһенә ҡағылышлы бик оло һорау. Һәм уны хәл итеү ысулдары Ислам шәриғәтендә күптән инде бар. Шулай итеп:

✅ Беренсенән, баланы яҡшы исемдәр менән атау, йәғни уға хөрмәт менән, «ололап» өндәшеү. Шул уҡ ваҡытта алама ҡушаматтарҙан («ахмаҡ», «иҫәр», «һантый», «әрпеш» кеүектәрҙән) баш тартыу. Мәҫәлән, «Айнур Илшат улы», йә «Әлфиә апай», йә «Иршат ағай» тип әйтергә була. Уны былай тип атаһалар, бала «олоғайып» киткәндәй булып, үҙен «ололарса» тота башлар, ин шәә Аллаһ. Пәйғәмбәр ҙә ﷺ балаларға шулай «ололап» өндәшер булған.

✅ Икенсенән, баланы мосолмандар йыйылыштарына йөрөтөү, уларға ололар менән ултырырға рөхсәт итеү. Был уның зиһенен үҫтереүгә, ололарҙан өлгө алыуға булышлыҡ итәсәк, шул ваҡытта ул уйын-көлкөгә артыҡ бирелеүҙән дә азат булыр. Сәхәбәләр ҙә үҙ балаларын Пәйғәмбәр ﷺ менән осрашыуға алып килер булғандар. Мәҫәлән, Мүғәүиә ибн Курра үҙенең атаһынан риүәйәт итеүенсә, «Пәйғәмбәр ﷺ ҡайһы ваҡыт сәхәбәләр төркөмө менән ултырғанда улар араһында бәләкәй улы менән бер кеше лә булған. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ ул малайҙы үҙенең алдына алып ултыртҡан» (Нәсәи йыйынтығынан, сахих хәҙис).

✅ Өсөнсөнән, әгәр бала быға лайыҡ булһа, йыйылыштарҙа уға хөрмәт күрһәтеү. Сәһл ибн Сағд һөйләй: «Пәйғәмбәргә ﷺ сынаяҡ килтерҙеләр, һәм ул унан эсте. Уның уң яғынан йыйылышта иң кесеһе булған бер малай булһа, һул яғынан иһә оло кешеләр ултырғандар ине. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ малай яғына боролоп: «Эй, улым, быны ҡарттарға ебәрергә рөхсәтме?» - тип һораны. «Йә Аллаһ рәсүле! Һинән эләккәнде мин бер кемгә лә бирмәм», - тине малай. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ һауытты уға бирҙе» (Бохари йыйынтығынан).

✅ Дүртенсенән, балаға бөйөк сәләфтәребеҙҙең, шулай уҡ тәүге замандарҙағы мосолмандарҙың алыштары, уларҙың еңеүҙәре хаҡында һөйләү. Был уларҙа ҡыйыу рух тәрбиәләү өсөн файҙалы (был ир балалар өсөн айырыуса мөһим!). Мәҫәлән, арҙаҡлы сәхәбә Зөбәйер ибн Ғәүүәмдең ҡайһы бер балалары аталары менән бергә һуғыштарҙа ҡатнашһа, икенселәре аталарының тәнендәге яралар менән уйнап, һуғыштар һәм батырлыҡтар тураһында хикәйәләр тыңлап үҫкәндәр. Сағд ибн Әбү Үаҡҡас исемле иң ҡыйыу сәхәбәләрҙең береһе лә шулай тигән: «Беҙ балаларыбыҙға Аллаһ илсеһенең яуҙа йөрөгән ваҡыттарын Ҡөрьән-Кәримде өйрәткән кеүек өйрәтә торған инек».
Абдуллаһ ибн Зөбәйерҙең 10 йәшлек сағында уҡ атаһы Зөбәйер ибн Ғәүүәм менән Византияға ҡаршы Йәрмүк һуғышында ҡатнашҡаны киң билдәле. Был уның бала сағынан уҡ йөрәк көсө һәм ҡыйыулығы булыуына ишара. Аҙаҡ Абдуллаһ ибн Зөбәйерҙең ниндәй бөйөк, ниндәй батыр кеше булып киткәнен бөтә Ислам донъяһы белә. Бәдр яланындағы алыш тураһында бер сәхәбә былай һөйләй:
«Һуғыш ваҡытында эргәңдә ныҡлы кешеләр булыуын теләйһең. Ә минең янымда ни бары ике йәш егет кенә бар ине. Улар минән: «Һин Әбү Джәһлде таныйһыңмы?» - тип һоранылар. «Таныйым. Һеҙгә нимәгә ул?» - тинем. «Беҙ уның Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тураһында мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеүе тураһында ишеткәйнек һәм беҙ уны үлтерергә теләйбеҙ!» - тине улар. Һәм мин шул саҡ үҙемде ике арыҫлан араһында торған кеүек хис итә башланым». Был егеттәрҙең исеме – Мүғәҙ һәм Мәхмүд. Уларҙың береһенә – 12, икенсеһенә 14 йәш була. Йәш булғастар, хәлдәре бөтөп, яңылыш төшөрөп ебәрмәҫ өсөн хатта ҡылыстарын ҡулдарына бәйләп йөрөгәндәр. Һәм улар был һуғышта мөшриктәрҙең ғәскәр башлығы Әбү Джәһлде үлтерәләр. Ысынлап та, ошо егеттәр менән бөгөнгө егеттәр араһында – ер менән күк араһы. Бөгөнгө егеттәр ҡыҙҙар менән танышыу, музыка тыңлау, кәйеф-сафа менән ваҡыт уҙғарыу өсөн йәшәһә, улар – Аллаһ Тәғәләнең Һүҙе донъяла иң өҫкә сыҡһын, мосолмандар еңһен тип йәндәрен аямағандар. Беҙҙең башҡорт халыҡ тарихына ҡарағанд ла, ир балаларҙы нисек мосолмандарса тәрбиәләүҙең күркәм өлгөләрен күп табырбыҙ. Кескәй сағынан уҡ Ҡөрьәнгә өйрәтеүҙәре, атта һыбай йөрөтөүҙәре, һунарҙарға алып сығыуҙары, спорт ярыштарында ҡатнаштырыуҙары, элекке һуғыштар тураһында һөйләүҙәре һәм башҡалар – былар барыһы ла Салауат Юлаев кеүек бөйөк батырҙарҙың үҫеп сығыуына булышлыҡ иткән.

✅ Бишенсенән, ир баланы ир- егеттәргә хас спорт төрҙәренә өйрәтеү. Мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дүрт спорт төрөн Аллаһты зикер итеү (йәғни ғибәҙәт) дәрәжәһенә күтәргән: уҡ атыу, атта һыбай йөрөү, һыуҙа йөҙөү һәм ғаиләлә ҡыҙыҡтырғыс уйындар ойоштороу (күбеһенсә – көрәш – ред.) (Тәбәрани йыйынтығынан). Ҡөрьәндәге: ✨«Уларға (дошмандарға) ҡаршы ҡулығыҙҙан килгән тиклем көс һәм атлы ғәскәр әҙерләгеҙ»✨, - тигән аяттағы («Һуғыш табышы» сүрәһе, 8:60) «көс» һүҙе тураһында Пәйғәмбәр ﷺ: «Был һөңгө ырғытыу һәм уҡ атыу түгелме ни?!» - тип ҡат-ҡат әйтә (Мөслим
йыйынтығынан). Йәғни, спорт – ул хәрби әҙерләнеү ҙә. Шулай уҡ спорт тыныслыҡ, сабырлыҡ, туплана белеү кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләй. Сиранан белеүебеҙсә, Пәйғәмбәр ﷺ күберәк һөңгө һәм уҡ атыу уйындарын уйнарға бойорған. Сөнки бында ҙур төркөмдәр ҡатнаша ала. Бөгөнгө футбол, хоккей кеүек команда уйындары ла был миҫалға яҡын. «Атышығыҙ ҙа, атта ла сабышығыҙ, әммә атышыуығыҙ ат сабышыуҙан хәйерлерәк», - тигән Пәйғәмбәр ﷺ (Әхмәд йыйынтығынан). Сөнки ат, дөйә кеүек малдар бөтә кешелә лә булмаҫҡа мөмкин. Әммә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе ат өйрәткән һәм уның менән ат сабыштарында ҡатнашҡан (Әл-Әлбәни хәҙистәр китабынан). Ә ҡылыс менән һуғышыу, көрәш кеүек уйындарҙы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хатта үҙенең мәсетендә уйнарға рөхсәт иткән (Мөслим йыйынтығынан).

✅ Алтынсынан, ир балала ҡатын-ҡыҙҙарға хас сифаттарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыусы күренештәрҙән һаҡланыу. Бигерәк тә, кейенеү, биҙәнеү кеүек осраҡтарҙа. Мәҫәлән, буласаҡ бөйөк хәлифә Ғүмәр ибн Абдүлғәзиз (Аллаһ уға рәхимле булһын) бәләкәй сағында оҙон сәс йөрөткән була (был мосолмандар араһында тәбиғи). Әммә уның көҙгө алдында шул сәстәрен оҙаҡ итеп ҡупшылап тарап йөрөгәнен белеп ҡалып, атаһы уның башын тап-таҡыр итеп ҡырып ташлай. Шулай уҡ, Ислам буйынса, ир-егеттәргә алтындан һәм ебәктән кейенергә һәм шул материалдарҙан биҙәүестәр тағырға ярамай.

✅ Етенсенән, балаға үҙенең мөһимлелеген тойорға мөмкинселек биреү һәм уны бүтәндәр алдында кәмһетеүҙән тыйылыу. Был түбәндәге ғәмәлдәрҙә сағыла:
🔸а) Сәләмләү.
🔸б) Улар менән кәңәшләшеү һәм уларҙың фекерҙәрен ҡабул итеү.
🔸в) Йәше һәм мөмкинселектәренән сығып, уларға яуаплы эштәр ҡушыу.
🔸г) Серҙәрҙе аманат итеү. Әнәс (Аллаһ унан риза булһын) һөйләй: «Аллаһ рәсүле ﷺ минең яныма килгәндә, мин малайҙар менән уйнап йөрөй инем. Ул беҙҙе сәләмләне лә, мине бер эш буйынса ебәрҙе. Һәм мин әсәйем эргәһенә һуң ҡайттым. «Һине нимә тотҡарланы?» - тип һораны әсәйем. «Мине Аллаһ рәсүле ﷺ үҙенең бер эше буйынса ебәргәйне», - тип яуапланым мин. «Ниндәй эш менән?» - тип һораны әсәйем. «Дөрөҫлөктә, был – сер», - тинем мин. «Дөрөҫ эшләйһең, Аллаһ рәсүленең ﷺ серен бер кемгә лә һөйләмә», - тине әсәй» (Мөслим йыйынтығынан).

🔴 Ир баланың ҡыйыулығын арттырыусы тағы бер нисә сараны һанап үтәйек. Улар барыһы ла үҙебеҙҙең Ислам шәриғәтенән алынған:
✅1) Балаларҙы ҡыйыу булырға һәм халыҡ алдында телмәр тота белергә өйрәтеү.
✅2) Уларҙың кейеменә иғтибар итеү: ир баланың кейеме ябай һәм Исламда рөхсәт ителгән кейемдәрҙән булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға хас кейем төрҙәренән, прическаларҙан, ишараларҙан һәм атлау рәүешенән һаҡланырға кәрәк.
✅3) Затлылыҡтан, зиннәтлелектән, уңайлылыҡтан, ялҡаулыҡтан, эшһеҙлектән һәм байрамсыллыҡтан алыҫлашыу. Ғүмәр ибн Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын): «Ябай тормошҡа өйрәнегеҙ, сөнки зиннәтлелек – ул мәңгелек түгел», - тигән (Әт-Тәхәүи китабынан).
✅4) Балағыҙҙы маҡсатһыҙ осрашыуҙарҙан, кәрәкмәгән уйын-көлкөнән, йыр-музыканан һаҡланырға өйрәтегеҙ. Дөрөҫлөктә, был етдилек, ҡыйыулыҡ тигән сифаттарҙың ҡапма-ҡаршы яғы, киреһе!
Аллаһтан беҙҙең хәлебеҙҙе яҡшыртыуын һәм Өммәтебеҙгә ышаныслы ир-егеттәр биреүен һорайбыҙ – Өммәт намыҫын һаҡлар улдарҙы һәм уның сафлығын яҡлаусы батырҙарҙы! Амин!

Дин ғалимы Мөхәммәт Салих Әл-Мөнәджид,
"Ваҡыт!"
 
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: