+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
26 Ноябрь 2021, 10:46

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе институт дәрәжәһе алды

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге  мәҙрәсә- колледжы Әл-Әзһәр институты кимәленә яраҡлаштырылды. Хәҙер колледж шәкерттәре   баш ҡаланан сыҡмайынса ғына ислам вузының бакалавриатында белем аласаҡ.

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе институт дәрәжәһе алды
Өфөнөң Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе институт дәрәжәһе алды

Өфө колледжы  институт кимәленә яраҡлаштырылған  Рәсәйҙә берҙән-бер мәҙрәсә. Был турала Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының сайтында әйтелә.

  • Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Хәҙер алдынғы шәкерттәребеҙ  Әл-Әзһәр институты дипломын алыу өсөн  Ҡаһирәгә  барып, өс йыл ғүмерен сарыф итмәйәсәк. Улар туранан-тура донъя ислам юғары уҡыу йортоноң бакалавриатында белем ала аласаҡ, – тине Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

Колледжда әлегә тиклем дә   ғәрәп теле белгестәре, Әл-әзһәр институты уҡытыусылары белем биргән.  Килешеүгә ярашлы Өфө мәҙрәсәһе Ҡаһирә университетының әҙерлек курсына әйләнде. Шуны билдәләргә кәрәк, Әл-әзһәр университеты мосолмандар өсөн абруйлы юғары уҡыу йорттарының  береһе  булып һанала. Унда исламдың бөтөн йүнәлештәре һәм ағымдары хаҡында ентекле белем бирелә, ти белгестәр.

 

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе институт дәрәжәһе алды
Өфөнөң Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе институт дәрәжәһе алды
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: