+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
24 Декабрь 2021, 05:20

Хәйерле булһын изге йома иртәләре!

Иртүк тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.

Хәйерле булһын изге йома иртәләре!
Хәйерле булһын изге йома иртәләре!

Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.
???? Һәр эштә лә "бисмилла"ны әйтергә онотма. Бешеренгәндә матур уйҙар уйла, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
???? Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
???? Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
???? Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
???? Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
???? Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
???? Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
???? Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
???? Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
???? Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
???? Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
???? Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
???? Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.
???? Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
???? Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
???? Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ: "бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар," тип.

Хәйерле булһын изге йома иртәләре!
Хәйерле булһын изге йома иртәләре!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: