+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
31 Декабрь 2021, 05:25

Изге йома мөбәрәк булһын!

Бөгөнгө изге Йома көн иң изге теләктәребеҙ ҡабул булып, Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ярҙамынан ташламаһын. Рәхимле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер юлы кисерергә яҙһын һәр икебеҙгә! Алдағы ял көндәрегеҙ файҙалы һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы үтһен! ("Ҡөрьәндә хаталар табырға тырышҡан ғалим" хаҡында сайтта уҡығыҙ.)

Изге йома мөбәрәк булһын!
Изге йома мөбәрәк булһын!


Ҡөрьәндә хаталар табырға тырышҡан ғалим хаҡында

Бер китап хаҡында һөйләп китмәксебеҙ. Ябай ғына китап түгел ул. «Иҫ киткес Ҡөрьән» тип атала. Уны Гари Миллер тигән канада ғалимы яҙған. Был ғалим үҙенә Ҡөрьәндең хаталарын һәм кәмселектәрен табырға тигән маҡсат ҡуя. Был уға мосолмандар менән һүҙ көрәштерер өсөн кәрәк була. Ҡөрьәнде ул ялған һәм уйлап сығарылған китап тип иҫәпләй. Бынан бигерәк, Мөхәммәткә ﷺ был китапты Аллаһ түгел, ә шайтандың үҙе күндергән тигән инаныста була. Үҙе генә ышанһа бер хәл, ул быны башҡаларға ла аңлатыуға бар көсөн һала.

Былай тип яҙа ул үҙенең ошо китабында: «Ҡөрьәндең тәржемәһен алып, уҡый башларға ла өлгөрмәнем, шаҡ ҡаттым. Сөнки алдымда асыҡ ятҡан сүрәлә «Әлиф. Ләм. Мим. Был Китап (Ҡөрьән), унда һис шик юҡ...» тип яҙылған ине. Был һүҙҙәр минең асыуымды ҡабартып ебәрҙе. «Һис шик юҡ?! Үҙең яҙған китапта һис шик юҡ, һис хата юҡ тип әйтергә кем әле һин, Мөхәммәт?!» – тинем мин, йәнем көйөп. Бынан һуң миндә бөтә донъяға был Китаптың хаталар, ялған һәм шиктәр менән тулы булыуын иҫбатлау теләге тағы ла нығыраҡ көсәйеп китте. Ҡөрьәнде ҡулыма алдым да, мин тиҙ-тиҙ генә уның биттәрен аса башланым һәм... «Мәрйәм» тигән сүрәгә юлығып, аптырашта ҡалдым. Мәрйәм? Сүрәнең исеме «Мәрйәм»?!.».

Шунан Миллер китапты йәнә ҡулына ала ла, тиҙ-тиҙ генә биттәрен асҡылап, ниндәй сүрәне эҙләй башлаған тиһегеҙ? Эйе, «Ғәйшә» тип аталған сүрәне! Сөнки Мөхәммәттең ﷺ Ғәйшәне башҡа ҡатындарына ҡарағанда нығыраҡ яратҡанын бик яҡшы белгән була Миллер. Әгәр ул үҙ китабында Мәрйәм тураһында яҙған икән, тимәк, Ғәйшә тураһында ла яҙырға тейеш, тип уйлай ул һәм, бит артынан бит асып, «Ғәйшә» сүрәһен эҙләргә тотона. Интернетҡа инеп, унда ла эҙләп ҡарай. Тик Ҡөрьәндә ундай исем менән аталған сүрәне генә түгел, бөтөнләй «Ғәйшә» тигән һүҙҙе таба алмай. Бынан бигерәк, «Мәрйәм» һүҙенең Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алыныуы асыҡлана. Шул ваҡыт ҙур һорау билдәһе һәм бихисап өндәү билдәләре барлыҡҡа килә.

«Бынан һуң мин Ғайса пәйғәмбәрҙең исемен эҙләргә тотондом», – тип яҙа Миллер артабан. Уның исеменең егерме биш тапҡыр телгә алыныуын асыҡлай ул. Шунда уҡ ул кемдең исемен эҙләй башлаған тиһегеҙ? Эйе, «Мөхәммәт» тигән исемде. Уның исеме иһә аяттарҙа ни бары дүрт тапҡыр ғына телгә алына булып сыға. Мөхәммәттең ﷺ үҙ китабында Ғайсаның исемен – егерме биш, ә үҙен дүрт тапҡыр ғына телгә алыуы Миллерҙың башына һыймай. Шул ваҡыт икенсе һорау билдәһе һәм бихисап өндәү билдәләре барлыҡҡа килә.

Ҡөрьәндә шайтан тураһында йыш телгә алыныуы ла Миллерҙы уйға һала. Күп кенә аяттарҙа шайтанға эйәреүҙән киҫәтеү яңғырағанын уҡып, «Мөхәммәткә ﷺ аят күндергән шайтандарҙың үҙ-үҙҙәренән киҫәтеүе аҡылға һыя торған эшме ни?» – тип яҙа ул, ғәжәпләнеүен дауам итеп. Шул ваҡыт йәнә бер ҙур һорау билдәһе барлыҡҡа килә.

Артабан Миллер былай тип яҙа: «Ҡөрьән биттәрен тиҙ-тиҙ асып, мин иң аҙаҡтағы ҡыҫҡа сүрәләргә барып еттем. «Әл-Мәсәд» сүрәһен астым да, «Әбү Ләһәптең ике ҡулы ла ҡороһон! Үҙе лә юҡҡа сыҡһын!» тигән аятты уҡыным. Быныһы кем тағы, тинем дә, Интернетта, китаптарҙа соҡоноп, был кеше тураһында мәғлүмәт эҙләй башланым. Уның Пәйғәмбәргә ﷺ олатай булыуы мине йәнә ғәжәпкә һалды, ә инде беҙҙең маҡсаттарыбыҙҙың тап килеүен белгәс, мин йәнә аптырашта ҡалдым. Мөхәммәтте ﷺ фаш итеү һәм Ҡөрьәнгә яла яғыу өсөн ул нимә генә эшләмәгән икән. Пәйғәмбәр ﷺ берәй ҡалҡыулыҡҡа менеп, өгөт-нәсихәт ҡылған саҡта Әбү Ләһәб кешеләрҙең иң алғы рәтендә торған. Мөхәммәт ﷺ һөйләп бөтөү менән ул, «Ышанмағыҙ уға! Ул минең яҡын туғаным, мин уны бик яҡшы беләм. Уға ен ҡағылған, ул ауырыу, ул нимә һөйләгәнен үҙе белмәй», тиер булған. Был Әбү Ләһәб мине ғәжәпкә һалды, һәм мин уның турала уҡыуымды дауам иттем. Ә инде уның был сүрә индерелгәндән һуң тағы ун йыл буйына йәшәүе мине бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы...».

Миллерҙы нимә шул тиклем шаҡ ҡатыра? Эйе, «Мәсәд» сүрәһе Әбү Ләһәптең үлеменән ун йыл алда индерелһә лә, ул тыштан ғына булһа ла Ислам динен ҡабул итмәй. Миллер былай тип яҙа: ««Эй кешеләр! Мөхәммәткә сүрә индерелде, һәм унда минең кафыр булып үлеүем һәм Утҡа эләгеүем хаҡында әйтелгән ине. Ә мин иһә Исламды ҡабул итеүем хаҡында белдерәм!» тип әйтергә мөмкинселеге була тороп, Әбү Ләһәб берҙе генә булһа ла Мөхәммәттең һүҙҙәрен ﷺ фаш итеп ҡарамай . Ул был турала хатта уйлап та бирмәй...».

Күпме генә эҙләнһә лә, Миллер Әбү Ләһәптең һүҙҙә генә булһа ла Исламды ҡабул итеүенә дәлил тапмай. «...Шул ваҡыт мин был Китаптың кеше тарафынан яҙыла алмауына һәм уның Аллаһ һүҙҙәре икәненә төшөндөм. Аҙаҡ иһә, Аллаһтан тыш ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт – Уның рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылдым».

Күрәһегеҙме, Ҡөрьән аяттарын уҡып, улар өҫтөндә фекер йөрөтөү был ныҡыш ғалимдың тормошон аҫтын өҫкә әйләндерә. Уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә, үҙе ул хаҡ мосолманға әйләнә һәм Көнбайышта киң билдәле дәғүәтсе булып китә, һәм, ошо уҡ китабында яҙыуынса, элекке дуҫтары менән һүҙ көрәштереп, уларға Ҡөрьәндең Аллаһ һүҙҙәре булыуын иҫбатлай башлай. Аллаһу әкбәр!

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Беҙҙең хәлебеҙгә һәм йөрәктәребеҙгә лә Ҡөрьән шулай тәьҫир итергә тейеш түгелме һуң, ә?.. Нисә тапҡыр беҙ Ҡөрьәнде уйланып, фекер йөрөтөп уҡыныҡ?.. Нисә тапҡыр беҙ аяттар уҡығанда туҡталып, улар өҫтөндә фекер йөрөттөк?.. Беҙҙең тормошобоҙға Ҡөрьән нисек тәьҫир итә?.. Уның аяттары беҙҙең ҡылыҡ-фиғелдәребеҙгә ниндәй йоғонто яһай?..

«Ваҡыт!» гәзитенән

Изге йома мөбәрәк булһын!
Изге йома мөбәрәк булһын!
Изге йома мөбәрәк булһын!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: