+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
10 Ғинуар 2022, 13:00

Юлдарҙа йөрөүселәр, имен-һау йөрөгөҙ!

Юлда йөрөүселәрҙең барыһына ла хәйерле юлдар насип итһен. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөгөҙ. Имен-аман булырһығыҙ. Аллаһ Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!

Юлдарҙа йөрөүселәр, имен-һау йөрөгөҙ!
Юлдарҙа йөрөүселәр, имен-һау йөрөгөҙ!

Юлда йөрөүселәрҙең барыһына ла хәйерле юлдар насип итһен. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөгөҙ. Имен-аман булырһығыҙ. Аллаһ Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!

Юлға сыҡҡанда доғаһыҙ сыҡмағыҙ. Тәүҙә "Аят әл-Күрси" һуңынан ошо доғаны уҡығыҙ:   

"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе:" Аллаһ Һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етә, Аллаһым! Әмиин!"

Барыр ерҙәрегеҙгә иҫән-һау барып етегеҙ!

Юлдарҙа йөрөүселәр, имен-һау йөрөгөҙ!
Юлдарҙа йөрөүселәр, имен-һау йөрөгөҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: