-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
22 Ғинуар 2022, 16:10

ҠУНАҠ – САУАП?

Айҙар­ҙың шундуҡ йөҙө үҙгәреп китте... Ашап ҡына алайым да, атайым менән балыҡҡа барабыҙ, тип ултырған еренән, бөтә пландары селпәрәмә килде. Тимәк, бөгөн балыҡҡа барыу булмаясаҡ... Атаһының йән дуҫы килгән бит…  

ҠУНАҠ – САУАП?
ҠУНАҠ – САУАП?

Айҙар аҙна аҙағы етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки атаһы уға ял көндәрендә бергәләп балыҡҡа барырбыҙ, тип вәғәҙә иткәйне.

Егет йоҡонан тороуға атаһы балыҡҡа барыу әҙерлеген күптән башлаған икән. Төрлө ҙурлыҡ­тағы ҡармаҡ­тар­ҙы барлап сыҡҡан, селәү ҙә ҡаҙған. Егет тамаҡ ялғап алыр өсөн кире өй эсенә инде. Әсәһе, Гөлкәй апай, улына итле аш һалды ла, мейес­тән хуш еҫле бәлештәр сығара башланы! Айҙар­ҙың ауыҙы тағы ла ныҡыраҡ йырылып китте!

– Йылға буйында балыҡ ҡармаҡлап ҡына ултырмағыҙ, пикник та эшләп алырһығыҙ. Һеҙгә бәлештәр ҙә бешер­ҙем, – тип йылмайҙы әсәһе.

Айҙар инде сәйен эсеп бөттөм генә тигәндә ишек алдында шат тауыштар ишетелде.

– Һаумыһығыҙ!?

– Һаумыһығыҙ!? Әйҙүк! Күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, килеп, бигерәк яҡшы иткәнһегеҙ, – быныһы атаһының тауышы.

– Кемдәр икән? – тип Гөлкәй апай тәҙрәнән баҡ­ты. – Әәә, атайыңдың дуҫы Илшат ағайың ғаиләһе менән килгән бит!

Айҙар­ҙың шундуҡ йөҙө үҙгәреп китте... Ашап ҡына алайым да, атайым менән балыҡҡа барабыҙ, тип ултырған еренән, бөтә пландары селпәрәмә килде. Тимәк, бөгөн балыҡҡа барыу булмаясаҡ... Атаһының йән дуҫы килгән бит…

Ҡунаҡ­тар шау-гөр килеп өйгә инде. Хужалар улар­ҙы ихласлап сәй табынына саҡыр­ҙы. Пикникка тип әҙерләнгән бәлештәр ҙә өҫтәл уртаһында урын алды…

Ысынлап та, атаһы менән Илшат ағай бер-береһен бик яҡын күрәләр шул, ана, эй ҡыуанышып ултыралар. Һөйләшеп һүҙҙәре лә  бөтмәй улар­ҙың!

Ата менән әсә улдарының балтаһы һыуға төшкәнен күрмәй ҡалманы. Ләкин ҡунаҡ­тар алдында был турала һүҙ сығарыусы булманы.

Көн кискә ауышты. Илшат ағайҙар ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы. Айҙар­ҙың ата-әсәһе улар­ҙы бик йылы ҡунаҡ итеп, килгәндәренә рәхмәт әйтеп, матур итеп оҙатып ҡалды. Айҙар ҙа хушлашырға тип ҡапҡа тышына сыҡ­ты. Ләкин уның күңелендә ҡунаҡ­тарға ла, бер аҙ атаһына ла үпкәһе бар ине... Балыҡҡа барыу килеп сыҡ­маны…

Хужалар өйгә инешеп, диванға ултырғас, ата кеше ипләп кенә һүҙ башланы.

– Айҙар улым, ә һин беләһеңме, ҡунаҡ ҡабул итеү, улар­ҙың күңелен күреү, матур итеп һыйлау – изге, сауаплы эш һанала.

– Сауаплы эш?! – тип аптыранды малай.

– Эйе, был бәйғәмбәр­ҙәр сөннәтелер. Йәғни, ҡайһы ғына бәйғәмбәр­ҙе алһаҡ та, ул тик бер Аллаһҡа инанырға, яҡындарыңа яр­ҙам итергә һәм ҡунаҡсыл булырға өндәгән. Мәҫәлән, Ибраһим бәйғәмбәр шул тиклем ҡунаҡсыл булған – ул бер ваҡытта ла яңғыҙы өҫтәл артына ултырмаған.

Ҡунаҡҡа хөрмәт һәм йылылыҡ күрһәтеү – 70 бәйғәмбәргә хөрмәт күрһәтеүгә тиң. Ҡунағына бер дирхам сарыф итеүсе Аллаһ юлында мең динар сарыф иткәнгә тиң,” – тип әйткән Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ.

Ҡунаҡ­тар­ҙы тейешлесә ҡабул итмәгән изгелек тә көтмәһен” – тигән хәҙис тә бар. Әгәр ҡунаҡ­тар килә икән, өйҙәге ризыҡ кәмемәй, киреһенсә, бәрәкәт, муллыҡ арта, – тине Айҙар­ҙың атаһы.

Егет, үҙенең бөгөнгө ҡылығын иҫкә төшөрөп, башын аҫҡа эйҙе.

– Улым, әйҙә һин дә иртәгә үҙеңдең берәй дуҫыңды ҡунаҡҡа саҡыр! – тип Гөлйөҙөм апай һүҙгә ҡушылды.

– Әсәй, ә бишәүҙе саҡырһам буламы? –  тине Айҙар.

– Улыбыҙ күп сауап эшләргә йыйынған икән! Әлбиттә була! – тип көлөштө ата-әсә.

 

Г. ҒҮМӘРОВА әҙерләне.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: