Зәм-зәм һыуы
Зәм-зә́м һыуы (ғәр. زمزم), Ғәрәбстандағы Мәккә ҡалаһында Ҡәғбә мәсете ишек алдындағы ҡойонан алынған һыу.
17-се быуатта ҡойо өҫтөнә көмбәҙле бина һалынған. Хәҙер уны ҙурайтҡандар, зауыҡ менән биҙәгәндәр. Бина түбәһендәге тәпәнгә һыу ҡойонан электр һурҙырғысы ярҙамында ҡыуҙырыла, шунан биналағы һемәктәргә ағып төшә. Хажиҙар, Ҡәғбәне тәүаф ҡылып, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете тапҡыр урағандан һуң, ошо бинаға төшә. Мосолмандар зәм-зәм һыуын тәнгә лә, йәнгә лә шифалы икәнлеген белә. Уны һәр төрлө ауырыуҙан дауаланыу өсөн эсәләр. Сүлмәк һәм металл һауыттарға тултырып, тыуған илдәренә алып ҡайталар.
Зәм-зәм һыуы барлыҡҡа килеү тураһында Аллаһы тәғәлә Ибраһим Бәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кәнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таралыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны хәҙрәти Һәжәрҙе алып, Ғәрәбстан еренә киткән. Был ваҡытта Исмәғил әле имсәк бала ғына булған. Хәҙрәт Ибраһим хәҙрәти Һәжәрҙе ҡулындағы балаһы менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып,үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулы, ташлы, ҡомло булған. Бында кеше затынан бер кем дә булмаған. Хәҙрәти Һәжәргә бындай ерҙә яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған.
"Йәннәт баҡсаһы" китабында яҙыусы, хажиә Гүзәл Ситдиҡова яҙған юлдар: "Ғәжәйеп сифаттарға эйә ул зәмзәм! Йылдар буйы торһа ла боҙолмаҫ, ауырыуҙарҙы сихәтләндерер шифаһы менән дан тота. «Зәмзәмде ни маҡсат менән эсһәң, шул булыр», — тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм. «Сарсауҙан эсһәң — һыуһының ҡандырыр, зиһен һораһаң — зиһен, йән һәм тән сәләмәтлеге һораһаң — сәләмәтлек бирер, яҡлау һораһаң — яҡлаулы булырһың. Быларҙың барыһы ла — Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте», — тигән хәҙис тә бар. Көмөш кеүек ялтырап торған һыуҙың әҙ генәһе лә бер сәйнүк ҡаты һыуҙы йомшарта, сәйҙе сығышлы һәм тәмле итә. Хаждан ҡайтҡас, үҙем быны һынаным. Элек, ата-бабаларыбыҙ шул саҡлы алыҫ ергә йәйәү тиерлек йөрөгән саҡта, хаждан ҡайтыусылар зәмзәмде тамсылап ҡына тәмләткән, тиҙәр. Дарыуға шул да етеп ҡуйған.
Ҡайһы берәүҙәрҙең хәмер-шарапты «зәмзәм һыуы» тип «шаяртыуы» ни тиклем оло гонаһ, Иблискә хеҙмәт икәнен сығанаҡ янында торғанда ҡапыл бөтөн тәрәнлегендә аңлап, йәнем әрнене".
Ни өсөн ҡойо «Зәм-Зәм» тип атала?
Ғәрәп лингвистикаһы күҙлегенән ҡарағанда, Зәм-зәм һүҙе зәмә һүҙенән алынған. Ул һүҙ «бәйләргә, ҡасмаҫҡа» тигәнде аңлата. Һәжәр ағып сыҡҡан һыуҙы быуып, әрәм итмәҫкә теләгән. Атама шулай килеп сыҡҡан. Ибн Ғәббәстең һөйләп ҡалдырыуынса, Мөхәммәт с.ғ.с. былай тип әйткән: «Сығанаҡ (һыу) Зәм-зәм тип атала, сөнки ваҡытында тирә-яғын быуып, Һәжәр уны ташып китеүҙән туҡтатҡан. Әгәр ҙә ул туҡтатмаған булһа, һыу ташып, тирә-яҡты баҫыр ине».
«Зәм-Зәм» һыуының шифаһы
Ибн Ғәббәстең бәйән итеүе буйынса, Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. : " «ماء زمزم لما شرب له» " «Зәм-Зәм» һыуын нимә теләп эсә, шуның өсөн дауа таба" тип әйткән. (Әхмәт, Ибн Маджа).
Шулай уҡ Ғәббәс Бәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәрен дә еткергән:
«خير ماء على وجة الارض ماء زمزم فية طعام الطعم وشفاء السقم»
«Ер йөҙөндә иң яҡшы һыу - Зәм-Зәм һыуы. Ул бик тәмле һәм шифалы, бик күп ауырыуға дауа.».
Ғәйшә р.ғ.:
«كان رسول الله صلى الله عليه وسلم يحمل ماء زمزم في الأداوي والقرب، وكان يصب على المرضى ويسقيهم Аллаһ илсеһе үҙе алып ҡайтып, ауырыған яҡындарын, туғандарын ошо һыуҙы эсерә, уларға бөркөй ине» тип әйтеп ҡалдырған (ат-Тирмизи, әл-Бохари).
Бәйғәмбәребеҙҙең яратҡан сәхәбәһе Әбү Зарр әл Ғифари бына нимәләр һөйләгән:
«لقد لبثت ثلاثين بين ليلة ويوم، ما كان لي طعام إلا ماء زمزم، فسمنت حتى تكسرت عكن بطني وما وجدت على كبدي سخفة جوع»
" Мин утыҙ көн һәм төн бер ни ашамай тик Зәм-Зәм һыуы ғына эстем. Һәм бер ҙә асығыу һиҙмәнем, киреһенсә һимереп киттем, хатта ҡорһағым барлыҡҡа килде. (Мөслим).
Зәм-Зәм һыуы менән Мәккәнән алыҫта йәшәп тә уны ҡулланырға була, сөнки ул бер ваҡытта ла боҙолмай. Борон- борондан беҙҙең хаж ҡылған ата-олатайҙарыбыҙ шулай иткән. Ул ваҡытта, транспорт булмаған саҡта, йәйәүләп Башҡортостанға алып ҡайтып туғандарын, яҡындарын дауалаған.