-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
12 Февраль 2022, 13:55

Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ

Күп кешенең теше кариес арҡаһында һыҙлай. Ашағандан һуң тештәрҙе насар, йәки бөтөнләй таҙартмаһаң, ағыулы кислота бүлеп сығарыусы бактериялар үрсей башлай.Был кислота арҡаһында кальций, фосфор юҡҡа сыға, тештең эмале йоҡарып, кариес барлыҡҡа килә.

Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ
Тештәрегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ

Илнур Илшат улы Яҡшығолов – А.И. Евдокимов исемендәге Мәскәү дәүләт Медицина стоматология университетын тамамлап, Рәсәй медицина академияһының ортопедик стоматология кафедраһында интернатура үтеп, табип-стоматолог-ортопед һөнәренә эйә була. Әлеге көндә Өфөнөң “Премьера”стоматологик клиникаһында теш табибы булып уңышлы эшләй.

– Илнур Илшат улы, аңлатығыҙ әле, тештәр ни өсөн һыҙлай?

– Бының сәбәптәре бер нисә булырға мөмкин. Иң төп бәлә кариестан башлана. Ул өҙлөгөүгә: пульпит, периодонтит, абсцессҡа килтерә. Был ауырыуҙар кеше сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Уларҙы тик теш табиптары ғына дауалай.

–Кариес нисек барлыҡҡа килә?

–Күп кешенең теше кариес арҡаһында һыҙлай. Ашағандан һуң тештәрҙе насар, йәки бөтөнләй таҙартмаһаң, ағыулы кислота бүлеп сығарыусы бактериялар үрсей башлай.Был кислота арҡаһында кальций, фосфор юҡҡа сыға, тештең эмале йоҡарып, кариес барлыҡҡа килә. Кариес башланғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй. Бары тик табип ҡына тештәрҙе ентекле ҡарағандан һуң белә ала. Ғәҙәттә, кариес, теш щеткаһы барып етмәгән урындарҙа барлыҡҡа килә. Кариес иң беренсе тештә ҡара тап булып барлыҡҡа килә. Ҡара тап тәрәнәйә барып,тештең үҙәгенә (пульпа (нерв) үк үтеп инә. Ошо өҙлөгөү теш һыҙлауына килтерә лә инде. Был ваҡытта теш үлегә әйләнә, нервты алырға кәрәк була.

Пульпиттың һөҙөмтәһе нисек?

– Пульпиттан һуң да кариес тәрәнерәккә төшөп, тамырҙы ашай башлай. Был осраҡта киҫкен форма – периодонтит  башлана һәм тамырынан теш ҡаҡшай. Әгәр ваҡытында тештең нервын алып, өҙлөгөүҙе туҡтатҡанда, периодионтит тигән ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотолоп ҡалырға була. Сөнки был ауырыу теш төшөүгә килтерә. Әгәр ҙә саҡ ҡына аяҡ йәки баш өшөһә, ауырыуҙың хроник стадияһы киҫкенләшеү стадияһына күсә. Һөҙөмтәлә, теш эренләп шешә.

–Абсцесс нисегерәк башлана?

Тештәр шешкәс тә табипҡа мөрәжәғәт итмәгәндә абсцессҡа – йәки, эренле инфекцион процесҡа әйләнә. Һөҙөмтәлә эрен һөйәкте ашай башлай, тән температураһы күтәрелә, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, яңаҡ шешә. Дауалауҙы оҙаҡҡа һуҙған осраҡта ауырыуҙың һаулығына, хатта ғүмеренә ҡурҡыныс янауы ихтимал.

–Теш табибынан ҡурҡҡан балаларға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

–Үҫмерҙәр түгел, ҡайһы бер оло йәштәгеләр бор-машинаны күреү  менән дер ҡалтырай башлай. Ышандырып әйтәм, теш табибынан бер ҙә ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге дауалау саралары шул тиклем алға киткән, пациент ауыртыуын да тоймай. Төрлө йәнһүрәттәр менән әүерәтеп, хатта, кескәйҙәрҙең һөт тештәрен һиҙҙермәй генә дауалап сығарабыҙ.

–Теште ниндәй щетка менән таҙартыу яҡшыраҡ?

–Иң беренсе, щетканы дөрөҫ һайларға һәм уны өс ай һайын яңыртып торорға кәрәк. Ғәҙәттә, улар йомшаҡ, уртаса һәм ҡаты ҡыллы була. Щетканың ҡылы уртаса ҡатылыҡта булһын. Йомшаҡ ҡыллыһы тешкә ултырған микробтарҙы, теш араһындағы аҙыҡ ҡалдығын таҙартып бөтөрә алмай, ә ҡаты ҡыллыһы теш ҡаҙнаһын, эмалде сыйып, зарарлауы мөмкин. Теште таҙартҡанда щетканы тешкә ҡаты итеп баҫым яһарға ярамай. Бер юлы телде лә таҙартыу – сәләмәтлек сығанағы.

–Теште көнөнә нисә тапҡыр таҙартырға?

– Нисә тапҡыр ашаһаң, шул саҡлы теште йыуырға була тип әйтер инем. Иртән йоҡонан уянғас та, тәүҙә, теште таҙартыу бик үк дөрөҫ түгел. Ауыҙҙы һыу менән яҡшылап саяҡатыу ҙа етә. Иртәнге ашты ашағандан һуң, теште ентекле таҙартыу – иң һәйбәте. Йоҡлар алдынан теште таҙартыу – мотлаҡ. Таҙартылмаған тештәрҙә микробтар бик тиҙ үрсей.

–Тештәр бимазаламаһа ла табипҡа күренеү мотлаҡмы?

– Тештәр һыҙламаһа ла, йылына ике тапҡыр теш табибына күренеү – тештәрҙең һау-сәләмәт булыуының нигеҙе. Тештәр сәләмәт булһын тиһәң, шуны һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк:

– иртәле-кисле теш пастаһы менән яҡшылап теште таҙартыу;

– төрлө төнәтмәләр менән ауыҙҙы саяҡатыу;

– теш табибына йыш күренеү.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әңгәмәләште.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: