+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
18 Март 2022, 08:35

БАЛА ХАҠЫ

Исламда кешенең ҡәҙере ҙур булғанға күрә, бәләкәй кеше – бала ла – бик ҡәҙерле, әлбиттә. Һәм Аллаһ Тәғәлә – Ҡөрьәндә, ә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙистәрендә быға күп тапҡыр ишара иткән. Мәҫәлән, Пәйғәмбәр ﷺ беҙгә: «...Һинең балаңдың да һиңә хаҡы бар», - ти (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

БАЛА ХАҠЫ
БАЛА ХАҠЫ

Беҙҙең динебеҙ кешене Аллаһ Тәғәләнең иң камил һәм ҡәҙерле заты итеп күрә. Ҡөрьәндә: ✨«Беҙ кешене иң яҡшы сүрәттә барлыҡҡа килтерҙек»✨, - тиелгән (Ҡөрьән, «Инжир» сүрәһе, 95:4). Шулай уҡ: ✨«Беҙ әҙәм балаларын хөрмәтле ҡылдыҡ, уларға ерҙә һәм диңгеҙҙә йөрөргә мөмкинлек бирҙек. Уларға яҡшы нәмәләрҙе ризыҡ иттек. Һәм уларҙы Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең күптәренән өҫтөн ҡылдыҡ»✨ (Ҡөрьән, «Төндә күсереү» сүрәһе, 17:70).

Исламда кешенең ҡәҙере ҙур булғанға күрә, бәләкәй кеше – бала ла – бик ҡәҙерле, әлбиттә. Һәм Аллаһ Тәғәлә – Ҡөрьәндә, ә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙистәрендә быға күп тапҡыр ишара иткән. Мәҫәлән, Пәйғәмбәр ﷺ беҙгә: «...Һинең балаңдың да һиңә хаҡы бар», - ти (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Эйе, ата-әсә хаҡы булған кеүек, бала хаҡы ла бар. Йәғни, беҙ уларҙы яратырға, уйнатырға, уҡытырға, тәрбиәләргә – ҡыҫҡаһы, бөтөн яҡлап яҡшы мосолман итеп үҫтерергә тейешбеҙ. Ә кем үҙ балаһының яҙмышын ҡайғыртмайынса, уны «урам балаһына» әйләндерә, шул ошо ҡурҡыныс хәҙисте иҫендә тотһон: «Гонаһ өсөн кешегә үҙ ҡарамағында булғандарҙы юҡҡа сығарыуы етә» (Әбү Дәүд йыйынтығынан, хәсән хәҙис). Йәғни, башҡа төрлө гонаһ ҡылмаһа ла, кеше үҙ ғаиләһен тарҡатып, уларҙы фәҡирлеккә, ҡыйынлыҡтарға дусар итһә, уға гонаһ булараҡ ошо яуапһыҙлыҡ та етә... Ә бит беҙҙә күпме ата-әсәләр балаларынан йә бөтөнләй баш тартҡан, йә, бергә йәшәһәләр ҙә, балаларын бөтөнләй ҡайғыртмай!

Бүрайдә исемле сәхәбә һөйләүенсә (Аллаһ унан риза булһын), бер көн Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хөтбә һөйләп торған ваҡытта мәсеткә уның Хәсән менән Хөсәйен ейәндәре килеп инә. Өҫтәрендә ҡыҙыл күлдәк була, үҙҙәре бер аунап, бер кире тороп йөрөйҙәр. Шул саҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мөнбәрҙән төшөп, уларҙы ҡулдарына ала ла, кире менә. Шунан ул: «Ысынлап та, «һеҙҙең малдарығыҙ һәм балаларығыҙ – фетнә» (Ҡөрьән, «Һуғыш табышы» сүрәһе, 8:28). Мин был икәүҙе күрҙем дә сабыр итә алманым», - тигән дә, хөтбәһен дауам иткән (Әбү Дәүд йыйынтығынан, сахих хәҙис). Ҡарағыҙ әле, ҡәрҙәштәр, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, мәсеттә кешеләргә вәғәз һөйләп торған булһа ла (ә был бик етди һәм яуаплы эш!), хөтбәһен туҡтатып, мөнбәрҙән төшөп, ейәндәрен ҡулына алып менергә уңайһыҙланмаған, оялмаған. Ә беҙҙең күптәр иһә берәй етди эш менән булғанда балаһына бик ҡаты бәрелә, уны рәнйетә, хатта мыҫҡыл итә. Ә кеше алдында – бигерәк тә, балаға иғтибар бүлергә, наҙ күрһәтергә оялабыҙ. Күбебеҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: 🌹«Арағыҙҙан иң яҡшығыҙ – үҙ ғаиләһенә ҡарата иң яҡшы булғаны»🌹, - тигән һүҙҙәрен бөтөнләй һанға һуҡмай түгелме икән?.. (әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).

Абдуллаһ ибн Ғәмир һөйләүенсә (Аллаһ унан риза булһын), бер көн Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙың өйҙәрендә ултырғанда, әсәһе Абдуллаһты:
– Кил әле бында, һиңә бер нәмә бирәм, - тип саҡырған. Быны ишеткән Пәйғәмбәр ﷺ:
– Һин уға ысынлап та нимәлер бирергә уйлайһыңмы? - тип һорай.
– Эйе, хөрмә, - тип яуап бирә Абдуллаһтың әсәһе.
– Ярай. Әгәр һин уға бер нәмә лә бирмәһәң, был алдаҡ гонаһы булып яҙылыр ине, - тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Әбү Дәүд, Әхмәд йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең күбебеҙ үҙ балаһын алдарға бер ҙә тартынмай. Быны бер еңел генә эш һымаҡ күрәләр. Әммә, беренсенән, әлеге хәҙистән билдәле булыуынса, был – гонаһ, оло кешене алдаған кеүек үк ауыр гонаһ. Икенсенән, бының арҡаһында баланың күңеле ҡырыла – улар бит, ололарҙан айырмалы рәүештә, әйткән һүҙҙәрҙе һәм биргән вәғәҙәләрҙе бик яҡшы хәтерләй. Өсөнсөнән, беҙ шулай итеп баланы ла алдашырға өйрәтәбеҙ.

Мосолман ҡәрҙәштәрем, шуны онотмайыҡ: бала – ул һеҙҙең үҙегеҙҙең киләсәккә (был донъяға ғына түгел, ә Ахирәткә лә!) ҙур әҙерлек. Ошо хәҙискә иғтибар итегеҙ һәм уйланығыҙ: «Әҙәм балаһы үлһә, уның бөтә ғәмәлдәре лә тамамлана, әммә ошо өс нәмәнән башҡа: дауамлы саҙаҡа (мәҫәлән, мәсет төҙөп ҡалдырһа, китап нәшер итһә һәм башҡаһы), файҙа килтерә торған ғилем (ул ҡалдырған ғилем менән уның вафатынан һуң да ҡулланһалар) һәм мәрхүм ата-әсәһе өсөн доғалар ҡылып торған изге бала» (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). ❗Ә балағыҙ изге булһын тиһәгеҙ, ул изге үрнәк күреп үҫергә тейеш. Изге үрнәк – ул баланың ата-әсәһе, йәғни – һеҙ...

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: ✨«Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе яғыулығы кешеләр һәм таштар булған Уттан һаҡлағыҙ»✨ (Ҡөрьән, «Харам ҡылыу» сүрәһе, 66:6). Был аят беҙгә Ислам динен үҙебеҙгә генә түгел, ә ғаиләләребеҙгә лә еткереү кәрәклеген аңлата. Әгәр ғаиләбеҙ эсендә ниндәйҙер гонаһ күрһәк, беҙ уны туҡтатырға тейеш. Юҡһа, яҡын туғандарыбыҙ гонаһҡа батып, Йәһәннәм утына табан китеп барһа, ә беҙ быға битараф ҡалһаҡ, уларҙы Уттан һаҡлаған булырбыҙмы?..

📌Шулай итеп, баланың тағы ла бер хаҡы – һеҙҙән дини белем алыуы, йә дини белем бирәсәк уҡытыусыға тапшырылыуы. Бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Балағыҙға ете йәш тулһа, намаҙ уҡырға ҡушығыҙ. Ә ун йәше тулһа, намаҙ уҡымағаны өсөн һуға ла алаһығыҙ (әлбиттә, еңелсә генә, намаҙ уҡымауҙың ныҡ насар эш икәнен белдертер өсөн). Һәм уларҙы айырым йоҡларға һала башлағыҙ (йәғни, ун йәше тулған балалар яңғыҙ йоҡлай башларға тейеш)», - тигән (Әбү Дәүд йыйынтығынан, сахих хәҙис).

Намаҙ – тән ағзалары менән ҡылына торған иң бөйөк ғибәҙәт, динебеҙҙең икенсе рөкөнө. Һәм уны балаларыбыҙға һөйҙөрөргә тырышыр кәрәк: намаҙ уҡығанда эргәбеҙгә ҡуйырға; намаҙ сүрәләрен һәм доғаларын өйрәнһә, баланы ҡыуандырып маҡтарға, нимәлер бүләк итергә; йома көндәрендә үҙебеҙ менән мәсеткә алып барырға, юлда ниндәйҙер татлы, тәмле нәмә һатып алырға һәм башҡа.
Хәҙистәрҙән күреүебеҙсә, Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде шул тиклем ныҡ яратҡан, хатта уларҙан ҡайһы ваҡыт намаҙ уҡыған саҡта ла айырылмаған. Абдуллаһ ибн Шәддәд исемле сәхәбә һөйләүенсә (Аллаһ унан риза булһын), бер көн Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәмәғәт намаҙына Хәсәндеме әллә Хөсәйендеме тотоп килгән. Аҙаҡ, намаҙ ваҡытында, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер сәждәнән оҙаҡ тормағас, Шәддәд башын күтәреп ҡарай һәм Пәйғәмбәрҙең ﷺ арҡаһына уның ейәне менеп ултырып алғанын күрә. Намаҙҙан һуң кешеләр:
– Йә Аллаһ рәсүле! Намаҙ ваҡытында һин сәждәләрҙең береһен шундай оҙаҡ итеп ҡылдың, хатта беҙ, һинең менән йә берәй алама хәл булды, йә һиңә күктән вәхи (русса – откровение) төшөрөлә, тип уйлап ҡуйҙыҡ, - тип мөрәжәғәт итә.
– Быларҙың береһе лә булманы. Әммә был сәждә ваҡытында улым мине атланып алды, ә минең, ул уйнап туйғансыға ҡәҙәр, уны ҡабаландыраһым килмәне, - тип яуаплай Пәйғәмбәр ﷺ (ән-Нәсәи, Әхмәд йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис). Беҙгә иң яҡшы үрнәк булған Пәйғәмбәребеҙ ﷺ балаларға бына шундай кимәлдә ныҡ яғымлы һәм мәрхәмәтле ҡараған, хатта улар намаҙ ваҡытында өҫтөнә менеп ултырһалар ҙа, күңелдәрен ҡырмаған...
Ҡыҫҡаһы, бала – ул Аллаһ Раббыбыҙ тарафынан бирелгән оло ниғмәт, беҙ уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға тейеш. Һәм шуны иҫтә ҡалдырайыҡ: Ҡиәмәт көнөндә беҙ Аллаһ Тәғәлә алдында балаларыбыҙ өсөн дә яуап тотасаҡбыҙ.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Йәннәттә ата-әсәләребеҙ, балаларыбыҙ, яҡын туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән йыйһын, тип доғалар ҡылайыҡ.

🖊Ишморат хәҙрәт ХәйбуЛлаһ,

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: