+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
18 Март 2022, 11:22

Трезор аҫлыҡтан алып ҡалды

1960 йылдың урталарында Ленинград ҡалаһының Парголово районында яңы йорттар төҙөр өсөн иҫке ағас өйҙәрҙе һүтә башлайҙар. Шундай өйҙәрҙең бер урамында эшселәр ҡалҡып торған сәйер обелискка тап була. Фотоһүрәте лә бар - унан ҙур, аҡыллы күҙҙәр менән эт ҡарап тора.  Аҫтында “Ҡәҙерле дуҫ Трезорға ул һаҡлап ҡалған хужаларынан (1939-1945 йй.)”, тигән яҙыу ла була. Һис шикшеҙ һәйкәл блокада ваҡиғәләре менән бәйле, уға теймәйҙәр, ә паспорт өҫтәле аша өйҙөң элекке хужаларын эҙләргә тотоналар.

Трезор аҫлыҡтан алып ҡалды
Трезор аҫлыҡтан алып ҡалды

1960 йылдың урталарында Ленинград ҡалаһының Парголово районында яңы йорттар төҙөр өсөн иҫке ағас өйҙәрҙе һүтә башлайҙар. Шундай өйҙәрҙең бер урамында эшселәр ҡалҡып торған сәйер обелискка тап була. Фотоһүрәте лә бар - унан ҙур, аҡыллы күҙҙәр менән эт ҡарап тора.  Аҫтында “Ҡәҙерле дуҫ Трезорға ул һаҡлап ҡалған хужаларынан (1939-1945 йй.)”, тигән яҙыу ла була. Һис шикшеҙ һәйкәл блокада ваҡиғәләре менән бәйле, уға теймәйҙәр, ә паспорт өҫтәле аша өйҙөң элекке хужаларын эҙләргә тотоналар.

Бер аҙнанан урамға сал сәсле бер ир килә һәм ҡәҙерләп кенә фотоны обелисктан ысҡындырып ала. Уны уратып алған төҙөүселәргә:

  • Был беҙҙең Трезор! Ул беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы. Мин уның фотоһүрәтен кварирама элем ҡуям.

Ир ғәжәп тарих һөйләй:

“Трезорҙы урамыбыҙҙа яраттылар. Ул аҡыллы эт булды. Балалар менән уйнар ине. Тик аслыҡ башланғас, уның һауытына һыуҙан башҡа, ашарға бер нәмә һала алмай башланыҡ. Бер көн ул юҡ булды. Беҙ еңел тыналып ҡалдыҡ – ас эттең күҙҙәренә ҡараруы ауыр ине. Тик ул оҙаҡҡа юғалманы, кискә, тешенә ҡуян ҡыҫып, ҡайтып инде. Төшкө ашҡа дүрт ғаиләгә етте ҡуян. Төп табыусыбыҙҙы ла өлөшһөҙ ҡалдырманыҡ әлбиттә.

Шул ваҡыттан алып Трезор көн һайын ҡуяндар алып ҡайта башланы. Ленинградҡа фронт сентябрҙә килеп етә. Ҡала ситендәге совхоз баҫыуҙарында йыйылмаған уңыш ятып ҡала. Кәбеҫтә, кишер, картуф, сөгөлдөр түтәлдәрендә ҡуяндар кинәнешә, улар күп булып үрсей.

Күптәр ҡуян һурпаһы бешерҙе. Тиреләренән бейәләйҙәр тегергә өйрәнеп алды ҡатындар. Уларҙы тәмәкегә алмаштырҙылар, тәмәкене – аҙыҡҡа.

Блокада осоронда был өйҙәрҙә бер кем дә үлмәне. Яңы йыл балаларға шыршы ҡуйҙыҡ. Уны ысын шоколад кәнфиттәр менән биҙәнек хатта. Тәмлекәстәрҙе әрме тыловиктарынан Трезор тотҡан ҡуяндарға алмаштырып алдыҡ.

Шулай блокаданы йырып сыҡтыҡ. Еңеүҙән һуң, 1945 йылдың июнендә, Трезор ғәҙәттәгесә һунарға сығып китте. Бер сәғәттән, урам буйлап ҡанлы эҙҙәр ҡалдырып, кире әйләнеп ҡайтты. Минаға шартлаған. Аҡыллы эт һиҙеп ҡалып, һикереп өлгөргәндер күрәһең, шундуҡ үлмәгән. Тыуған урамына ҡайтып йән бирҙе бахыр.

Яҡын кешеләрен юғалтҡан кеүек илашты халыҡ. Урамыбыҙҙа ерләнек, һәйкәл ҡуйҙыҡ”.

Ир төҙөүселәргә бер үтенесен белдерә:

  • Әгәр мөмкин булһа, Трезорҙың ҡәбере өҫтөнә төҙөмәгеҙ. Был ергә шыршы ултыртығыҙ. Яңы өйҙәрҙә йәшәйәсәк балаларҙың ҡыш шыршылары булыр. 1941 йылдың 31 декабрендәге кеүек. Трезорҙың иҫәтелегенә.

Бейек өйҙә йәшәүселәр подъезд алдындағы ҙур матур шыршыға өйрәнеп бөткәндәр инде. Уны 900 көн блокада менән 16 ленинградсыны аҫлыҡтан ҡотҡарған эт иҫтәлегнә ултыртҡандарын күптәре белмәй ҙә.

Трезор аҫлыҡтан алып ҡалды
Трезор аҫлыҡтан алып ҡалды
Автор:Ильшат Зарипов
Читайте нас: