+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
8 Апрель 2022, 09:00

Иң көслө ҡорал. Бер доға ҡылыу етте!

Элегерәк Аллаһ Тәғәләнән ниҙер һорарға ҡыймай торғайным. Тәкәбберлектән түгел, ә күп нәмәне аңламағандан. Йәнәһе, мин кем әле ул тиклем, теләктәрем нисек ҡабул булһын инде... Әммә тормошта осраған ҡатмарлы ла, хикмәтле лә хәлдәр йәшәргә өйрәтә. Әлхәмдүлилләһ, ихлас күңелдән һорағаныбыҙ тормошҡа аша! Үҙ башымдан үткән бер хикмәтле ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Аллаһ Тәғәләгә дан һәм маҡтауҙар булһын!

Иң көслө ҡорал. Бер доға ҡылыу етте!
Иң көслө ҡорал. Бер доға ҡылыу етте!

Элегерәк Аллаһ Тәғәләнән ниҙер һорарға ҡыймай торғайным. Тәкәбберлектән түгел, ә күп нәмәне аңламағандан. Йәнәһе, мин кем әле ул тиклем, теләктәрем нисек ҡабул булһын инде... Әммә тормошта осраған ҡатмарлы ла, хикмәтле лә хәлдәр йәшәргә өйрәтә. Әлхәмдүлилләһ, ихлас күңелдән һорағаныбыҙ тормошҡа аша!

Үҙ башымдан үткән бер хикмәтле ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Аллаһ Тәғәләгә дан һәм маҡтауҙар булһын!

Тиҫтә ярым йыл элек булғайны был хәл. Өфө ҡалаһында кеше фатирының ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәһендә йәшәп ятам, ҡатыным яңы тыуған улым менән – дауаханала. Сабыйҙың мейеһендә шеш бар, тип, бала табыу йортонан тура шунда ебәрҙеләр уларҙы. Отпускыла булғас, көн дә барам яндарына. Ҡатыным йонсоған, ҡурҡыуынан ҡалтырана, ни эшләргә белмәй. “Баланың йөрәген дә тикшерҙеләр, шиктәре бар”, – тип илай.

Фатир өсөн хаҡты алдан һорағайнылар, һуңғы аҡсамды тиерлек тотондом. Сессия етеп килә, ә был семестрҙа уҡыуға түләнмәгән. Кемдән ярҙам һорарға белмәйем. Өмөтһөҙлөк. Шуға урамға сыҡтым да Сипайлово биҫтәһе буйлап баш һуҡҡан яҡҡа киттем.

Ҡапыл бейек манара күҙемә салынды. Яҡыныраҡ барғас, яңы төҙөлгән мәсет икәнен аңланым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе тартты унда инергә. Бығаса ғибәҙәтханаға йөрөмәгән булһам да, һис тә ятһыныу тойманым, йәшел сапанлы, аҡ түбәтәйле йәш егеткә барлыҡ аһ-зарымды һөйләп бирҙем. Ул диҡҡәт менән тыңланы ла мине тынысландырыу өсөн Ҡөрьәндән аяттар уҡыны, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ҡушып, кәңәштәр бирҙе. Эстән генә Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен, ғаиләбеҙгә, туғандарыбыҙға һаулыҡ, именлек биреүен һорап доға ҡылып ултырҙым. Күңелемә еңел булып ҡалғандай ине.

Иртәгәһен (!) телефон шылтырауына уяндым. Етәксебеҙ икән. “Ҡустым, ятаҡта йәшәгән бер хеҙмәттәшебеҙ үҙенең яңы фатирына күсте. Бүлмәһенең асҡысы миндә, шуны тиҙ генә килеп ал да бөгөн үк урынды биләп ҡуй”, – тине ул. Төш мәлендә иһә факультет деканы шылтыратты ла бушлай уҡыуға күсереүҙәрен әйтте. Үҙем мөрәжәғәт итмәһәм дә...

Ошо уҡ көндө кис дауаханаға барғайным, ҡатыным иртәгә сығасаҡтарын һөйөнсөләне. Табиптар балала бер ниндәй сир тапмаған икән. Ышанырлыҡ та түгел: тауҙай ҙур булып тойолған ауырлыҡтар һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты! Шулай итеп, дин юлына мине Аллаһ Тәғәләгә булған сикһеҙ рәхмәт тойғолары килтерҙе.

 

Бөтөн өмөт – балаларҙа

Намаҙҙың тәртибен, ҡыҫҡа сүрәләрҙе, доғаларҙы өйрәнһәм дә, бер нисә йыл буйы көнөнә биш тапҡыр ғибәҙәт ҡылырға ихтыяр көсөм етмәне. Һәр саҡ аҡланырға сәбәп табылып ҡына торҙо. Шулай ҙа тормош юлындағы төрлө шарттар аныҡ ҡарар ҡылыр көндө яҡынайтҡандан-яҡынайтты.

Барлыҡ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡтан тыш ныҡлы тәүфиҡ, иман насип итеүен, балаларыбыҙҙың да намаҙ уҡыусылар рәтендә булыуын һорайым Раббыбыҙҙан. Тәүҙә быға ышанысым ҙур түгел ине, сөнки баш ҡала янында йәшәйбеҙ, бөтөн ерҙә лә тиерлек урыҫ телендә аралашырға тура килә, динде күптәр йылына ике-өс мәртәбә генә иҫенә төшөрә... Шулай ҙа бер мәл ҡатыным “Әл-Фатиха”ны туҡымаға сигеү менән мәшғүл булып китте, уның янында ултырып, урыҫса транскрипцияһын уҡып, өлкән улым ошо сүрәне ятлап алды. Ҡустыһы ла эйәрҙе ағаһына, шунан икәүләп аяттарҙы, ҡыҫҡа сүрәләрҙе ярышып тигәндәй өйрәнделәр. Ислам тураһындағы китаптарҙы мауығып уҡыйҙар. Хәҙер инде минән күберәкте беләләр, әлхәмдүлилләһ.

Бер йәйҙә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусы балалар араһында конкурс була тип ишетеп ҡайттым. Өйҙә өлкән малайҙың ҡылын тартҡылап ҡарайым. “Барам!” – тине ул, йөҙө кинәт яҡтырып. Бәләкәйе ҡала буламы – уныһы ла әҙерләнә башланы. Тик үҙем уйға баттым: ҡатнаштыралармы беҙҙе конкурста, юҡмы?

Мәктәпкә йыйынғанда оҙаҡ уятырға тура килһә лә, балалар конкурсҡа бараһы көндө үҙҙәре торҙо. Иркенләп йөрөп әҙерләндек тә, сүрәләрҙе йәнә берҙе ҡабатлап алып, баш ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Бик яҡшы ҡаршыланылар, ҡатнаштырҙылар. Өс сәғәт буйы теплоходта алып йөрөнөләр, шунда ойошторолдо һынау. Аҙаҡ еңеүселәр тәбрикләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

– Атай, ниңә беҙгә бер нәмә лә юҡ? – тип һораны кинйә улым, ҡайтырға сыҡҡас. Мин ни тиергә белмәй торғанда ағаһы яуапланы:

– Теплоходта йөрөү бүләк түгелме һиңә? Етмәһә, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирәсәк. Киләһе йыл ҡатнашыу өсөн ярыштың тәртибен дә белдек...

Их, ошондай ҡараш балаларымдың аңында ғүмер буйы йәшәһә ине ул, тип теләйем. Дини тәрбиәне бит бер ниндәй мираҫ та алмаштыра алмай.

 

Аҡса нәфсене боҙамы?

Ислам дине менән ҡыҙыҡһына, аяттарҙы ятлай, намаҙ уҡырға өйрәнә башлағандарында өлкән улыма – 8, бәләкәйенә 5 йәш ине. Балалар өсөн тәғәйенләнгән “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” тигән рәсемле ҡулланма төп әсбап булды. Унда дин нигеҙҙәре буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр, һорауҙарға яуаптар, шулай уҡ ҡыҫҡа сүрәләрҙең транскрипцияһы ла бар.

Өлкән улым бәләкәй сағынан уҡ уҡырға яратты, шуға был китапсыҡты ла ҡулынан төшөрмәне тиерлек. Көн һайын ниндәй ҙә булһа файҙа алырға тырышты: йә доға, йә нисәлер аят ятлап барҙы. Бәләкәй малай иһә ныҡ сәмсел, ағаһынан һис тә ҡалышмаҫҡа тырыша, ул өйрәнгән һәр нәмәне күп тә тормай үҙләштереп тә ҡуя.

Ҡыҫҡа сүрәләрҙе ятлауға дәртләндерер өсөн улдарыма көн һайын “имтихан” ойоштора торғайным. Биш ҡағыҙ киҫәге алам да, һәр ҡайһыһына икешәр сүрәнең исемен яҙып, өҫтәлгә арты менән әйләндереп һалам. Тегеләр ике “билет” алып, шуларҙа күрһәтелгәнде яттан һөйләп ишеттерергә тейеш. Йәнә бер ҡыҫҡа сүрәне – бишенсеһен – үҙҙәре һайлап ала.

Әлбиттә, былай ғына ярыштырыуҙан тиҙ ялҡырҙар, тип уйланым. Әсәләре менән кәңәшләшкәс, “имтихан” үткән һайын малайҙарға берәр имгес кәнфит йәки шоколад биреп торорға ҡарар иттек. Магазиндан ундай тәм-томдо, төрлөһөнән һайлап, бер аҙналыҡ алып ҡайтып һалабыҙ ҙа көн дә аралаштырып тотторабыҙ. Яҡшыраҡ уҡыһалар, тәмлерәк нәмә эләгә. Шуныһы ҡыҙыҡ: былай саҡта кәнфит-фәләнгә әллә ни иҫтәре китмәһә лә, сүрә ятлау өсөн бирелгән бүләктәрҙе ныҡ көтөп алалар ине. Аҡшамды уҡығандан һуң кинйәһе: “Атай, имтихан!” – тип сабырһыҙланып һөрәнләргә тотона...

Намаҙ китабындағыларҙы ятлап бөткәс, “Һәфтиәк шәриф”кә күстеләр. Ундағы ҡыҫҡа сүрәләрҙе тамамлағас, башҡортса транскрипция менән баҫылған Ҡөрьәнде һорап алдылар. Гел тәмлекәстәргә алданмаһындар, тип, “имтихан”дар һуңында икеһенә уртаҡ итеп иллешәр һум бирергә керештем. Аҡса малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын бер аҙға көсәйтте буғай. Шулай күпмелер ваҡыттан быларҙың “эш хаҡы” икешәр мең һум самаһы булып йыйылып китте, үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр һатып алдылар. Тик артабан, ниндәйҙер мәшәҡәттәрем килеп сығып, “имтихан”дарҙы һирәгәйттем, тора-бара бөтөнләй үткәрмәй башланым.

Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса республика кимәлендә ойошторолған бер нисә конкурста ҡатнашып, еңеүһеҙ ҡайтҡас, малайҙарҙың үҙҙәренең дә сәме бөттө шикелле. Өй шарттарында, тәжүидте өйрәнмәгән килеш шөғөлләнгәс, әлбиттә, уларҙың белеме яҡшы тип баһаларлыҡ булмағандыр. Ләкин туҡтап ҡалманылар, Ибн Кәҫирҙең яҙмалары буйынса урыҫса әҙерләнгән “Пәйғәмбәрҙәр тарихы” йыйынтығын, “Дин дәрестәре” китабын, Йәджүж һәм Мәджүж ҡәбиләләре тураһында фараздарҙы мауығып уҡый башланылар, “Ғәрәп теленең грамматикаһы”н да асҡыланылар. Үҙебеҙҙә мәсет булмағас, Нуғай ауылы мәсетенә йөрөп, бер нисә ай ғәрәпсә уҡыу-яҙыу һабаҡтары алдылар, тик, уҡытыусылары ҡапыл ситкә күсеп китеү сәбәпле, дәрестәре туҡтап ҡалды.

Әлхәмдүлилләһ, дин тарихы, иман шарттары, Ҡөрьән һәм Сөннәт тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт һалынды малайҙарҙың аңына. Бер нисә йылдан мәсеттә балалар өсөн викторина ойошторолғайны, алып барыусылар минең балаларҙы: “Һеҙ өндәшмәйерәк тороғоҙ ҙа, яуапты башҡалар белмәһә генә әйтерһегеҙ”, – тип тыйып ултыртып ҡуйырға мәжбүр булды. Барыбер ҙур бер пакетты тултырып бүләк йөкмәп ҡайттыҡ өйгә.

Бер саҡ, һынап ҡарайым әле, тип, өлкән улыма “Әл-Әғлә” сүрәһен ятларға ҡуштым. Бер нисә көндән ул, ҡулыма Ҡөрьәнде тотторҙо ла, ҡарап бар, тип, һөйләргә кереште. Былай арыу ғына һымаҡ, әммә Интернеттан аудиояҙмаһын да тыңлап, шымартырға ҡуштым. Бүләк итеп 500 һум тотторҙом. Шул саҡ кесеһе йылмайып ҡараны: “Атай, мин дә бер яңы сүрәне ятланым...”

“Быныһына күпме бирергә икән?” – тинем дә үҙенән һораным. “Ағайҙың сүрәһе ун туғыҙ аятлыҡ, тимәк, һинең аҡсаңды яҡынса бүлеп һанаһаң, һәр аятҡа егерме бишәр һум тура килә, – тине бәләкәс, күп тә уйлап тормай. – Минеке – ун бер аяттан. Ике йөҙ егерме биш һум була”. Ярай, түләнем. Бер нисә көндән, йәнә сүрәләр ятлап, бәләкәйе – 500, өлкәне 225 һум алды. “Аҡса түләп ятлатып, балаларҙың нәфсеһен боҙоп ҡуйырмын әле”, – тип хәүефләнһәм дә, тыйырға ҡыйманым.

Ҡорбан байрамы яҡынлаша ине. Малайҙар бер көндө: “Интернет аша алдыртып, ауылдағы ҡустыларға, һеңлеләргә бүләктәр алып ҡайтырға ҡарар иттек”, – тип хәбәр һалды. Баҡтиһәң, тағы өс мең ярым һум аҡсалары йыйылған икән, шуны тотонмаҡсылар. Ә мин, аҡса балаларҙы боҙа, тип ҡурҡып йөрөгән булам...

 

“Сәждә”

Ямғыр яуып торғанда ғаилә менән машинаға ултырып юлға сыҡҡайныҡ бер көндө. Кинйә улым, быяла таҙартҡыстарҙың нисек эшләгәнен ҡарап ултырҙы ла: “Атай, ҡара әле, улар ҙа сәждә ҡыла”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡалай ҡыҙыҡ сағыштырыу, тинем. Ғәҙәттә, ундай нәмәләргә бөтөнләй иғтибар бирмәйбеҙ...

Аҙаҡ был турала бер шағирә апайға һөйләгәйнем. “Бик дөрөҫ әйткән улың, тап шағирҙарса, – тине ул. – Автомобилдең ул нәмәһе бит, берсә ятып, берсә ҡалҡынып, быяланы таҙарта, ә кеше намаҙ менән күңелен сафландыра”. Килешмәү мөмкинме? Юҡтыр. Машинаның алғы быялаһы бысраҡ булһа, шоферға юл күренмәй, тимәк, һәләкәт уны аҙым һайын һағалай. Гонаһтарынан арынырға теләп, Аллаһ Тәғәләгә һыйынмаған кеше менән дә шул уҡ хәл.

 

Үҙһүҙлелектән тәүбә

Ҡатынымды дауаханаға алып барырға тейеш инем. Тәғәйен ваҡытҡа иң һуңғы пациент булып яҙылған, өлгөрөргә кәрәк. Ә мин, төрлө ваҡ-төйәккә әүрәп, оҙаҡлайым. “Ярай, алыҫ юл түгел, хәҙер барып етәбеҙ”, – тип үҙемде лә, ҡатынымды ла тынысландырмаҡсымын. “Өлгөрмәҫбеҙ бит”, – тип дүрт рәт әйттеләр, ләкин үҙ яйымдан уҙманым. Ваҡыттың самаһын беләм, йәнәһе.

Тик Октябрь проспектына килеп еткәйнек кенә, ҙур тығынға эләктек. Ни алға, ни артҡа китеп булмай. Дауаханаға тағы биш саҡырым тирәһе барырға кәрәк, ете-һигеҙ минут ҡына ҡалған...

Ғәләмәт ныҡ ҡыйын ине миңә! “Ҡатыным нәҡ ошо табипҡа күренергә шул тиклем теләне бит, көндәрен һанап көттө. Әгәр хәҙер өлгөрмәһәк, бер нисә аҙнанан һуң ғына килә аласаҡбыҙ. Бөгөн кис ҡәйнәм, әсәйем, ҡайһы бер туғандар, таныштар шылтыратып, дауаханала ни әйткәндәрен һорашасаҡ. Уларға ҡайһылайыраҡ яуап бирербеҙ? “Һуңланыҡ”, – тиеүе ни тиклем оят... Барыһына ла мин генә ғәйепле – күрәләтә һуҙылып йөрөп, кешеләрҙең бағлаған ышанысын аҡламаным. Бынан ары ҡатыным миңә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейеш? Үҙемде ғаилә таянысы итеп тоя алмаҫмын бит шундай яуапһыҙлыҡтан һуң!” Башымдан мең төрлө уй үтте шулай. Бер нисек тә өлгөрөп булмай инде, вертолет ҡына саҡыртмаһаң, тим. Уныһы ла ҡасан килеп етер ине икән...

Өмөтһөҙлөккә бирелеп, бына-бына илап ебәрерлек булып ултырған ҡатыныма йәнә бер ҡараным да доға ҡылырға керештем. “Йә Аллам, ғәфү ит инде мине үҙһүҙле булғаным өсөн! Ошо ауыр хәлдән ҡотҡармаған осраҡта ла, хатамды төҙәтергә мөмкинлек бирһәң ине”, – тип теләнем. Шул саҡ тығын тарала башлағандай булды, уң яҡтан, әйтерһең, беҙҙең машина өсөн генә бер һыҙат асылды. Аяҡты газ педаленә терәнем дә алманым, сөнки дауаханаға барып еткәнсе бер светофорҙың да ҡыҙыл утын күрмәнек, хатта яйларға тура килмәне!

Табиптың, һуңғы пациентым килмәне, тип, өйөнә юлланыуы ла ихтимал ине, ә ул, бер аҙ һуңлаһаҡ та, беҙҙе көткән, тыныс ҡына ҡабул итте. Ошо хәлдән һуң бер нисә көн буйы мәсьәләнең яйға һалынғанына ышана алмай йөрөнөм. Күрәһең, Аллаһ Тәғәләнән ваҡытында ғәфү үтенеп өйрәнергә кәрәк.

 

Ямғырҙы кем туҡтата?

Бер мәл алыҫтағы сабынлыҡҡа кәбән ҡойорға барғайныҡ. Иртәнсәк аяҙ ғына торған көн төштән һуң кирегә әйләнде лә китте. Күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡапланы, йәшен йәшнәп ала. Бына-бына ямғыр һыҙыра башлаясаҡ. Ә кәбән әле осланмаған...

Ни эшләйһең инде шундай саҡта? Ямғырҙы кем тыйып тора ала? Берҙән-бер юл, әлбиттә, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорау. Шулай иттем дә. Ни хикмәт – беҙҙең бесәнгә тамсы ла төшмәне. Баҡһаң, әсәйем дә доға ҡылып йөрөгән булған икән.

Бесәндән ҡайтышлай юлда ҙур-ҙур күләүектәрҙе күреп, иҫебеҙ китте. Вәт, яуған, исмаһам! Шул уҡ ваҡытта күңелебеҙҙән Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр шул ямғырҙан да көслөрәк булып яуа ине...

Автор:Даян Мәжитов
Читайте нас: