+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
11 Июнь 2022, 05:15

Аҡбуҙат

АҠБУҘАТУрал Батыр эпосынанИлһам аты – Аҡбуҙат,Үҙ халҡына тарихтарҙанОсоп ҡайтты ул ҡабат!

Аҡбуҙат
Аҡбуҙат

АҠБУҘАТ

Урал Батыр эпосынан
Илһам аты – Аҡбуҙат,
Үҙ халҡына тарихтарҙан
Осоп ҡайтты ул ҡабат!

Аҡбуҙат, Аҡбуҙат,
Аҡбуҙат-ҡанатлы ат,
Урал батыр менән бергә
Йәш батырҙарҙы уят!

Ап-аҡ туҙғаҡ ялдарыңды
Ел уйната Аҡбуҙат,
Тояҡтарың эҙҙәренән
Осҡон оса Аҡбуҙат!

Уралыңдың улдарына
Күҙең һалсы , Аҡбуҙат,
Ҡайһы батырҙы һайларһың
Юлдаш итеп Аҡбуҙат?

Йәш батырҙар ҡороҡлаһа
Көмөш эйәр һалырҙар,
Урал Батыр эҙҙәренән
Аҡбуҙатта сабырҙар.

Эй, Аҡбуҙат, Аҡбуҙат,
Тарихтарҙан ҡайттың һин,
Башҡортом егеттәренә
Урал юлын астың һин!
Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә

Аҡбуҙат
Аҡбуҙат
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: