+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
17 Июнь 2022, 03:05

ТИҪБЕ ТАРТЫУ

Тәсбих тартыу – намаҙ эсендәге түгел, ә намаҙға ҡушымта ғәмәл. Намаҙ уҡыуға – айырым, тәсбих тартыуға айырым сауап тәғәйенләгән Раббыбыҙ.

ТИҪБЕ ТАРТЫУ
ТИҪБЕ ТАРТЫУ

Тәсбих тартыу – намаҙ эсендәге түгел, ә намаҙға ҡушымта ғәмәл. Намаҙ уҡыуға – айырым, тәсбих тартыуға айырым сауап тәғәйенләгән Раббыбыҙ. Беҙ, бәндәләр, Аллаһтың ризалығына өлгәшергә, Унан сауапты күберәк алырға теләйбеҙ. Тәсбих тартыу – Аллаһты зекер итеү, Уға рәхмәт әйтеү, шөкөр итеү. Шуға күрә инде намаҙ ҙа уҡыйбыҙ, тәсбих тә тартабыҙ.
Тиҫбе 33 бөртөк була, уны тартҡанда нимә тип әйтергә? Юғиһә, ҡайһы берҙәр, тиҫбе тартыу тәртибен белеп етмәйҙәр.
33 тапҡыр собхәнАллаһ, 33 әлхәмдулиЛлаһ, 33 Аллаһ әкбәр. Намаҙға өйрәнә торған китаптарҙа - 99 тапҡыр "ләә иләәһә илләЛлаһ " һәм бер тапҡыр " Мүхәммәд-расүлуЛлаһ " - тип тартыу ҙа ҙур сауаплы тип яҙыла.

ТИҪБЕ ТАРТЫУ
ТИҪБЕ ТАРТЫУ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: