+21 °С
Облачно
Һабаҡ
26 Августа 2022, 10:09

Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?

Халҡыбыҙҙа электән ҡыҙҙарға бәләкәйҙән өй тәр­биәһе бирергә, хеҙмәткә өйрәтергә тырышҡандар. Шул уҡ ва­ҡытта уларҙы (дауамы )

Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?
Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?

Халҡыбыҙҙа электән ҡыҙҙарға бәләкәйҙән өй тәр­биәһе бирергә, хеҙмәткә өйрәтергә тырышҡандар. Шул уҡ ва­ҡытта уларҙы, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, «бик шәп», «яҡшы эшләгәнһең», «тағы ла тырышың­ҡыра­һаң...» кеүек һүҙҙәр менән маҡтау дөрөҫ түгел. Бындай хуплауҙан һуң ҡыҙ баланың холҡо малайҙыҡына тартым була башлай. Маҡталыу өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя­саҡ. Ә был ҡыҙ кеше өсөн кәрәкме? Асылынан тайпыл­ған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Мәғлүм булыуынса, дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтылыусан кешегә әүе­релә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылыш­ҡанын, бәләкәйҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай.

Ҡыҙ кеше өсөн иң мө­һи­ме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. «Һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең», «тормошомдо биҙәүсе, йәм­ләүсеһең», «мин һине шул ҡәҙәр яратам» тип әйтеп тороу ҡыҙсыҡтарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яра­тылған, кәрәкле кеше итеп тойоуға булышлыҡ ҡылыр. Һөйөү мөхитендә буй ет­кер­гән гүзәл зат ошондай тәр­биәне үҙ ғаиләһендә лә дауам итер.

Сер түгел, атайҙарҙың күбеһе тип әйтерлек ҡаты­ны­ның ул тыуҙырыуын көтә. Өмөттәре аҡланмаһа, бәғ­зеләр ҡыҙын малай кеүек итеп тәрбиәләй башлай. Был – бала­ның үҫешен тотҡарлау, уны төп асылынан тайпылдырыу, яҙмышын боҙоу. «Әҙәм балаһының күңелендә иман ни тиклем ныҡ, ул шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙға һөйөү, хөрмәт менән ҡарай», – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең «Ҡыҙҙар бөтөн йөрәге менән яҡын­дары өсөн һыҙлана, улар – ярҙамсы һәм бәрәкәт кил­тереүсе» тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.

Гүзәл зат йорт усағын һаҡлаусы, нә­ҫел­де ишәйтеүсе итеп яралтылған. Ҡыҙҙарға ошо тәрбиә бәләкәйҙән һеңде­релһә, улар ирҙәр урынына ынтылмаҫ, йәмғиәттә дәрә­жә яуларға атлыҡмаҫ, ә үҙе­нең төп бурыстарын атҡа­рып, күберәк файҙа килтереп йәшәр, һөҙөмтәлә, һис шикһеҙ, көслө заттың да, милләттең дә, өммәттең дә, дәүләттең дә ҡеүәте артыр.

(Д. Тәлғәтова).

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #тәрбиә #иман

Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?
Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?
Ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләргә?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас