+21 °С
Болотло
Һабаҡ
2 Сентябрь 2022, 00:25

ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?

Аллаһ Тәғәлә берәй бәндәһенә яҡшылыҡ теләһә, уға үҙ ғәйебен күрә торған күҙ бирә лә шул бәндә үҙ хаталарын үҙе күрә башлай. Үҙ ғәйебен үҙе күрә алған әҙәм ‒ әлбиттә, бәхетле кеше.

ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?
ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?

ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?

Аллаһ рәсүленән (ﷺ): “Һеҙҙең берегеҙ үҙенең дин ҡәрҙәшенең күҙендә булған сүпте күрә, әммә үҙ күҙендә булған хөрмә ағасын күрмәй”, ‒ тигән хәҙис риүәйәт ителә (сахих хәҙис). Бында, кешеләрҙә булған хаталарҙы күреп, үҙҙәрендә булған ҙур хаталарҙы һанға һуҡмай йөрөгән кешеләр хаҡында әйтелә. Был ‒ әлбиттә, әшәкеләрҙән әшәке эш.

Был ғәҙәт иҫке замандарҙа ла булмаған түгел булғандыр. Әммә был заманда иһә әҙәмдәрҙә тәбиғи ғәҙәттәр йөмләһенә керҙе. Бөтөн халыҡ, үҙҙәрен онотоп, кеше ғәйебен тикшерә. Һәр хәлдә, беҙ кеше ғәйебен тикшереп торорлоҡ ваҡыттарға хужа түгелбеҙ. Был заманда эш бик күп. Әгәр ҙә артыҡ ваҡытыбыҙ булһа, шул форсат менән файҙаланып, үҙ ғәйебебеҙҙе тикшерергә, үҙебеҙ боҙған эштәрҙе төҙәтергә тейешбеҙ.

Үҙ хаталарын күрергә теләүселәр өсөн иһә был рәүештә юлдар бар:

1) Хаталарҙы һәм уларҙың йәшерен афәттәрен күрә белә торған бер камил һәм ғиффәтле кеше менән аралашыу һәм уның кәңәштәрен тотоу. Ләкин был заманда ундай кешеләр бик аҙ. Булғандарын да табыуы ҡыйын. Улар, күбеһенсә, яңғыҙлыҡты ярата, халыҡтан ҡаса.

2) Диндар һәм күңел күҙе менән күреүсән бер дуҫ табып, килешмәй торған эштәрең хаҡында иҫкәртеп тороуҙы үтенеү. Ғүмәр сәхәбә: “Ғәйептәремде үҙемә белдереүселәргә Аллаһ рәхмәт ҡылһын”, ‒ тип әйтер булған. Ләкин бындай дуҫтарҙың табылыуы ла шөбһәле.

3) Хаталарҙы дошмандар ауыҙынан ишетеү һәм улар яҙған нәмәләрҙе уҡыу. Ғәйептәрҙе фаш ҡылып йөрөгән һәм яҙған дошмандарҙың файҙалары ялағай дуҫтарға ҡарағанда күп мәртәбә артыҡ.

4) Халыҡҡа ҡатнашып йөрөү һәм, уларҙа килешмәй торған ғәҙәттәрҙе күреп, шуларҙан һаҡланыу. “Был ҡәҙәр әҙәпте кемдән өйрәндең?” – тигән һорауға хакимдарҙың береһе: “Әҙәпһеҙҙәрҙең әҙәпһеҙлектәрен күрҙем дә шуларҙан һаҡландым. Бер кешенән дә әҙәп өйрәнгәнем юҡ”, – тип яуап биргән.

Аллаһ Тәғәлә берәй бәндәһенә яҡшылыҡ теләһә, уға үҙ ғәйебен күрә торған күҙ бирә лә шул бәндә үҙ хаталарын үҙе күрә башлай. Үҙ ғәйебен үҙе күрә алған әҙәм ‒ әлбиттә, бәхетле кеше.

(Р. Фәхретдин. “Джәүәмиғүл-кәлим” шәрехе”).

"Ваҡыт"

ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?
ҮҘЕҢДӘГЕ ХАТАЛАРҘЫ НИСЕК КҮРЕРГӘ?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас