+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
14 Сентябрь 2022, 12:07

БАЛАМДЫ БИРЕГЕҘ!..

Шул саҡ ҡатын ишеккә ташланған:--Асығыҙ! Асығыыыҙ! Балам ҡалды! Баламды бирегеҙ!!!Тик ишектәр асылмаған.

БАЛАМДЫ БИРЕГЕҘ!..
БАЛАМДЫ БИРЕГЕҘ!..


Бер ҡатын балаһын күтәреп килә икән. Арыған, бала ауыр. Көн эҫе, ҡатын һыуһаған. Юл оҙон... Шул ваҡыт был талсығып-йонсоп килгән ҡатын алдында ни ғиллә менәндер бер ишек асылып киткән дә эстән: “Инеп ял ит, ашап-эс һәм күңелең ни теләй — шуны алып сыҡ. Тик бында ваҡыт ҡына сикле”, - тигән тауыш ишетелгән.

Ҡатын бик аптырап эскә башын һоноп ҡараһа – ысынлап та, бында өҫтәлдә төрлө ризыҡтар, йомшаҡ урындар, ти. Икеләнһә лә, шөбһәләнһә лә, ҡатынды арыу һәм асығыу был бүлмәгә тартып индергән. Ул башта йотлоғоп һыу эскән, унан тәмле аҙыҡтарҙы ашаған, ултырып ял иткән. Унан суҡ-суҡ итеп эленгән төрлө биҙәүестәрҙе, алтын-көмөштәрҙе тағып, кейем-һалымдарҙы кейеп ҡарап һоҡланған. Шулай онотолоп йөрөгәндә тағы тауыш ишетелгән:
— Ваҡыт етте! Үҙеңә оҡшағандарҙы ал да сыҡ. Тик шуны бел: ябылған ишек кире асылмаясаҡ!

Был хәбәрҙән ҡатын ҡосағына һыйған тиклем аҫылташтарҙы, биҙәүестәрҙе, кейем-һалымды ҡармап алып сығыуға йүгергән. Ул тупһанан ашатлау менән ишектәр бикләнгән. Әйләнеп ҡараһа... балаһын онотҡан! Ҡулындағы бар затлы әйберҙәрен атып бәреп, ҡатын ишеккә ташланған:
--Асығыҙ! Асығыыыҙ! Балам ҡалды! Баламды бирегеҙ!!!
Тик ишектәр асылмаған.
Ҡатын үкһеп илап ялбара икән:
--Кәрәкмәй! Был байлыҡ миңә кәрәкмәй! Миңә балам кәрәк! Зинһар, баламды ҡайтарығыҙ... баламды....
Ишек юҡҡа сыҡҡан...

Тормоштоң төрлө ялтырауығына, арбауына, ләззәтенә, данына, абруйына, рәхәтенә, уңайлылығына һәм эшенә әүрәп, йыш ҡына ата-әсәләр балаларына ваҡыт тапмай, уларҙы артҡы планға күсерә, үҫеп китеү ваҡыттары ҡыҫҡа икәнде онота. Унан шул балаларҙың иғтибарын, һөйөүен, хөрмәтен, ышанысын эҙләй. Йыш ҡына тапмай...

Миләүшә Ҡаһарманова.

БАЛАМДЫ БИРЕГЕҘ!..
БАЛАМДЫ БИРЕГЕҘ!..
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: