Яңы тыуған баланың йомарланған устарында hәм вафат булған кешенең асыҡ устарында хикмәт барҙыр.
Был донъяға кеше: "Барыһын да үҙемдеке итәм, донъяны бына шулай йомарлап тотасаҡмын!" - тип килә имеш, ти. Әммә бар йыйған байлығын, мал-мөлкәтен ҡалдырып буш ҡул менән китә, бер ни ҙә алып китә алмыйҙыр...
...Шуға оҡшаған тағы бер риүәйәт иҫкә төштө:
Сөләймән батша үләһен һиҙенеп васыят әйткән:" Йыназамда асыҡ, яланғас ҡулдарым күренеп барырлыҡ булһын. Ә арттан хеҙмәтселәрем алтын-көмөш, ҡиммәтле таштарымды күтәреп, дөйә, йылҡы көтөүҙәрен ҡыуып барһындар". " Ниңә улай?" - тип ҡыҙыҡһыныусыларға батша: "Донъя байлығын ҡулдарымда тотҡан хаким булһам да, үлгәс, яланғас ҡулдар, буш устар менән китеүемде халыҡ күрһен һәм ғибрәт алһын өсөн!" - тигән.