+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
16 Сентябрь 2022, 09:00

Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с.) үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә: “Өс доға һис шикһеҙ ҡабул була: ата-әсәнеке, мосафирҙыҡы һәм рәнйетелгән кешенеке” - тип белдерҙе.

Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ
Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ

ДОҒА КӨСӨ

Доктор Марк яман шеш сире өлкәһендә ҙур белгес булып таныла. Бер мәл ул икенсе ҡалаға бик мөһим конференцияға барырға йыйына, унда медицина өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн премия менән бүләкләнергә тейеш була. Был конференцияла оҙаҡ йылдар дауамындағы хеҙмәтен баһаларға йыйынғастары, ул ҙур тулҡынланыу кисерә.

Ләкин, ерҙән айырылыуҙарына ике сәғәт үткәс, ниндәйҙер техник сәбәптәр арҡаһында самолет иң яҡындағы аэропортҡа төшөргә мәжбүр була. Доктор һуңлауынан ҡурҡып, арендаға машина ала ла конференция үтәсәк ҡалаға үҙе юллана.

Әммә, ҡуҙғалыуына күп тә үтмәй, көн боҙола башлай. Көслө ямғыр сәбәпле, ул яңылыш яҡҡа борола һәм юлдан яҙлыға. Руль артында ике сәғәт буйы улай-былай йөрөүенән һуң ул тамам аҙашыуын аңлай. Ныҡ асығыуҙан ул хәлһеҙләнеү тоя башлай һәм лайыҡлы урын табып туҡтарға ҡарар итә. Күпмелер ваҡыттан һуң ул бәләкәй генә алама бер өйгә юлыға һәм ишек шаҡый.

Бик матур бер ҡатын ишек аса. Доктор уға бөтөнөһөн аңлатып бирә һәм телефондан шылтыратырға рөхсәт һорай. Әммә, ҡатын уларҙың өйөндә телефон булмауын әйтә, һәм көн аяҙығансы өйҙә ултырырға тәҡдим итә. Өҫтө һыуланған, асыҡҡан һәм ныҡ арыған доктор риза була.

Ҡатынҡай уға эҫе сәй яһап, тамаҡ әҙерләп бирә һәм әгәр ҙә теләге булһа уның менән бергә доға ҡылырға саҡыра. Әммә доктор Марк тик тырыш хеҙмәткә генә ышаныуын белдереп йылмая һәм әсә һүҙен ҡабул итмәй.

Өҫтәл артында сәй эскән ыңғайы ул бала карауаты эргәһендә Хоҙайға ялбарған ҡатынды күҙәтә. Уның ниндәйҙер ярҙамға мохтаж булыуын аңлаған табип ҡатындың доға ҡылып бөтөүен көтә лә Хоҙайҙан нимә үтенеүен белешә һәм Аллаһы Тәғәләнең был ялбарыуға ҡасан да булһа яуап биреүенә, ысынлап та, ышанаһыңмы тип һораша. Ул шулай уҡ карауатта ятыусы йәш сабый тураһында ла ҡыҙыҡһына. Ҡатынҡай бишектәге баланың уның улы икәнен, малайҙың һирәк осрай торған яман шеш менән яфаланыуын һәм уны Марк исемле доктор ғына һауыҡтыра алыуын, ләкин уға түләргә аҡсаһы булмауын, өҫтәүенә табиптың икенсе ҡалала йәшәүен һөйләп бирә. Әсә кеше Хоҙайҙың әлегә тиклем уның доғаһына яуап бирмәүен, әммә Аллаһы Тәғәләнең уға мотлаҡ ярҙам итәсәген һәм ошо ышанысты бер нәмә лә һындыра алмаясағын бәйән итте.

Быны тыңлап тороусы Марк һүҙһеҙ ҡалды һәм күҙ йәштәрен тыя алманы. Доктор бары тик "АЛЛАҺ БӨЙӨК" тип шыбырҙай алды һәм бөгөн үҙе менән булған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы яңынан күҙ алдынан үткәрҙе: самолеттың боҙолоуы, көслө ямғыр арҡаһында юлдан яҙлыҡтырылыуы менән Хоҙай әсә доғаһына яуап биреп кенә ҡалманы, ә уға аҡса даирәһенән ысҡынып, доғанан башҡа бер нәмәһе булмаған меҫкендәргә ярҙам итергә мөмкинлек бирҙе.

Хоҙай һеҙгә әҙерләгән нәмә һәр ваҡыт тормошҡа ашасаҡ. Бер нәмә лә осраҡлы түгел.

Был ваҡиға ысын булғанмы-юҡмы, билдәһеҙ... Әммә бик ғибрәтле һәм фәһемле хикәйәт, Аллаһы Тәғәлә бөйөк ҡөҙрәт эйәһе, Уның бынан да ғәжәйеп хәлдәрҙе башҡара алыуына шик юҡ. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с.) үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә: “Өс доға һис шикһеҙ ҡабул була: ата-әсәнеке, мосафирҙыҡы һәм рәнйетелгән кешенеке” - тип белдерҙе (Әбү Дауыт, 1536). Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ, доғаның ҡабул булыуына икеленмәйенсә, шикләнмәйенсә ҙур ышаныс менән һорайыҡ.

Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ
Балаларыбыҙға һәр ваҡыт матур доғала булайыҡ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: