+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
17 Сентябрь 2022, 13:05

Бала тыуһа, исем тыуа, йәки "Исемем яман! Алмаштырам!"

ХХ быуат башында балаға Трактор, Юнпион – (юный пионер), Ярек – (ядерный реактор), Уюкос – Ура, Юра в космосе, Даздраперма – (Да здравствует первое мая), Кукуцаполь – "кукуруза царица полей", һуңғараҡ, урыҫ һәм инглиз телдәре аша яңы терминдар индерелеп, Электрификация, Конституция, Приватизация исемдәре ҡушыу модаға инеп китә. Ә иң аптыратҡан бер хәл Мәскәүҙә була:

Бала тыуһа, исем тыуа, йәки "Исемем яман! Алмаштырам!"
Бала тыуһа, исем тыуа, йәки "Исемем яман! Алмаштырам!"

"Алп!.. тип ниҙер әйтмәк булған да бабай шунда уҡ йән бир¬гән. Егет атаһын ҡәҙерләп кенә күмгән дә, атаһының балтаһын алып, ташҡа ҡайрап үткерләгән дә, урманға инеп киткән. Унда бер йыуан оҙон имән ағасы ҡырҡып үҙенә йәйә яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш яһап тарттырған. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған, ул уҡтың ба¬шағына осло таш ҡуйған. Шулай итеп, егет үҙенә ҡорал яһап ала ла донъя гиҙергә сығып китә. Уралтауҙың аръ¬яғына сығып, ете аҙым атлаған да туҡтаған. Шунда уға бер ҡыҙ осраған. Ҡыҙ уға: – Исемең кем, егет, – тигән. Егет аптырап ҡалған. Кешелә исем тигән нәмә булыуын ул белмәй икән. – Нимә һуң ул исем? – тип һораған егет. Ҡыҙ йылмайып яуап биргән: – Бына һиңә кем тип өндә¬шәләр һуң? – тигән. Егет әйткән: – Атайым үлер алдынан ғына миңә "Алп" – тип өндәшкәйне, тигән. Ҡыҙ шунан: – Улай булғас, һин Алпбатыр булаһың инде, – тигән". Исем ҡушыуҙың кәрәклеге бик боронғо замандарҙан килеп сығыуы "Алп батыр" тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә сағыла.

 Оҡшаймы, юҡмы, исемде һайлап алып булмай. Ата-әсә яңы тыуған сабыйына нурлы йөҙлө, яҡты күңелле, матур, аҡыллы, һау-сәләмәт, бәхетле, ғүмерле булыуын теләп исем һайлай. Тыуғас та исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ менән беркетеп ҡуялар. Исем – кешенең визит карточкаһы һәм ул уны ғүмер буйы оҙатып йөрөй. Ҡыҙ бала исемендә йондоҙ балҡышы йәки сәскә нәфислеге, ир-ат исемдәрендә батырлыҡ, ғәйрәт, аҡыл сағылырға тейеш икәнлеген аңлап, ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, культураһына, эстетик зауҡына тап килерҙәй тәрән мәғәнәле, рухлы, матур яңғырашлы мосолман исемдәре һәр дәүерҙә лә хуплана.

Мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән ниндәй исемдәр иң яҡшыһы тип, һорағандар:

– Үҙегеҙгә әүлиәләр исемдәре ҡушығыҙ. Хоҙай Абдулла, Абдрахман кеүек исемдәрҙе ярата. Иң хаҡ исемдәр Харис ("һабансы"), Хумам ("ҡыйыу"). Кешеләр саф һәм матур исем менән аталырға тейеш. Шуға ла, Аллаһы Тәғәлә әмере буйынса, Асыйя ("гонаһлы") исемле ҡатын – Йәмилә ("гүзәл"), Гураб ("ҡара ҡарға") исемле йәш егет – Мөслим ("мосолман"), Аль-Ас ("гонаһлы")) – Мути ("тыңлаусан") булып китә.

Аллаһ илсеһе Бәрәкә ("Фатиха"), Нафи ("файҙа килтереүсе"), Афлах ("Иң уңышлы") исемдәрен ҡушыуҙы хупламаған һәм ни өсөн икәнлеген аңлатҡан.

–Күҙ алдына килтерегеҙ, – тигән ул, – әгәр кемдер һораһа : "Бәрәкә ("Фатиха") бындамы?", ә уға: "Ул бында юҡ!" тип яуап бирәләр. Шулай ҙа был исемдәрҙе ҡушыуға ул тыйыу индермәгән.

ХХ быуат башында балаға Трактор, Юнпион – (юный пионер), Ярек – (ядерный реактор), Уюкос – Ура, Юра в космосе, Даздраперма – (Да здравствует первое мая), Кукуцаполь – "кукуруза царица полей", һуңғараҡ, урыҫ һәм инглиз телдәре аша яңы терминдар индерелеп, Электрификация, Конституция, Приватизация исемдәре ҡушыу модаға инеп китә. Ә иң аптыратҡан бер хәл Мәскәүҙә була: бер ғаилә, улдары тыуғас, БОЧрВФ260602 ("Биологический Объект Человек рода Ворониных-Фроловых, родившийся 26.06.2002 года") тип исем ҡуша. Бала ата-әсәһенең "бай" фантазияһы арҡаһында ыҙа сигә һәм 14 йәше тулғас ҡына исемен "Игорь" тип үҙгәртеп ала.

"Насар яҙмыш менән тыуыу ҡурҡыныс түгел, насар исем алыу – яман" – тигән хатта Ҡытайҙың да аҡыл эйәләре. Бындай сәйер исемдәр ҡушыуҙан балаларҙы аралау маҡсатында Хөкүмәт сикләүҙәр индерергә мәжбүр булды. Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан рәсми документтарҙа балаларға сәйер ҡушамат теркәүҙе тыйыу маҡсатынан закон ҡабул ителде. Ғәмәлдәге Закон, сабый донъяға килгәс уның хоҡуҡтарын яҡлап, тыныш биләләре (дефистан башҡа) ҡуйылған кәмһетеүсе исемдәрҙе рәсми документҡа теркәүҙе тыя.

Шулай ҙа, бала үҙаллы исемен үҙгәртергә теләй икән, уға ун дүрт йәш тулған булыуы шарт. Ата-әсә (опекун, попечитель) ризалығы кәрәкмәй. Бының өсөн үҙе йәшәгән ерҙә урынлашҡан ЗАГС органына килеп, паспортын, тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтеп ғариза яҙырға, дәүләт пошлинаһы түләргә тейеш. Ғаризаны интернет селтәре аша Дәүләт хеҙмәте (Госуслуги) Порталында онлайн режимда бирергә була.

Яңы тыуыу тураһында таныҡлыҡты алыу менән генә эш бөтмәй. Йәмғиәттә тулы ҡанлы йәшәү өсөн башҡа рәсми ҡағыҙҙарҙа ла исемде үҙгәртергә тура киләсәк: мәҫәлән, мотлаҡ медицина страховкалау полисы, сит ил паспорты, һ.б.

"Исем кешене биҙәмәй – кеше исемде биҙәй" тигән аҡһаҡалдарыбыҙ борон-борондан. Исемдәребеҙҙең мәғәнәһе күркәм булһын!

 

Бала тыуһа, исем тыуа, йәки "Исемем яман! Алмаштырам!"
Бала тыуһа, исем тыуа, йәки "Исемем яман! Алмаштырам!"
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: