+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
19 Сентябрь 2022, 14:06

БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ

Эс һылау (хәҙерге медицинала ул висцераль массаж тип йөрөтөлә, иғтибар итегеҙ: исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәгән, дауалау ысулы – боронғоса һаҡланған)Эс һылау, ғәҙәттә, мунсала башҡарылған. Сирлене йылындырып, бер быуа тирләтеп алғас, һары май менән аҫтан - өҫкә табан һыпырып...

БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ
БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ
БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ

Халыҡ дауалау ысулы бик күп. Шифалы үләндәр менән дауаланыумы, быуын ултыртыумы, һөлөк ҡуйыумы –электән килгән ғөрөф-ғәҙәт, шул уҡ өшкөрөү ҙә, ҡот ҡойоу ҙа, эс һылау ҙа һәм башҡа дауалау ысулдары борондан килһә лә, бөгөн дә даими ҡулланыла. Буҫтама һалыу Арҡа ҡатыулаһа, әсәйем гел буҫтама һала. Ул ҡатыуҙан, бил ҡатҡандан ярҙам итә. Буҫтаманы былай әҙерләйҙәр: бер сама һары май менән бал алып, ҡайнау хәленә еткермәй генә иретәһең дә ауыртҡан ергә мул ғына һөртөп, өҫтөнә шыптыр менән ҡара төҫтәге туҡыма япҡас, йылы итеп кейенеп, сисмәйсә бер көн тирәһе йөрөйһөң. Буҫтаманы әсәйем, ғәҙәттә, төнгә ҡарай йә мунса алдынан һала. Иртәгәһенә ҡатыу ҡул менән һыпырып алғандай тарала. Тик елгә, һыуыҡҡа теймәй, һаҡланып йөрөргә кәрәк.Ҡот ҡойоу, мейе ултыртыу, эс һылау, арпа имләү кеүек башҡа төр имләү-дауалауҙар тураһында тулыраҡ - сайтта уҡығыҙ.

Эс һылау (хәҙерге медицинала ул висцераль массаж тип йөрөтөлә, иғтибар итегеҙ: исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәгән, дауалау ысулы – боронғоса һаҡланған)
Эс һылау, ғәҙәттә, мунсала башҡарылған. Сирлене йылындырып, бер быуа тирләтеп алғас, һары май менән аҫтан - өҫкә табан һыпырып майлағандар. Һылаған ваҡытта доғалар менән өшкөрөп тә алғандар. Аҙаҡ яулыҡ менән тығыҙ итеп бәйләп ҡуйғандар. Ауырыған кеше бер нисә ай буйы ауыр күтәрмәй һаҡланып йөрөргә тейеш булған.

ҠЫРМЫҪҠАҒА УЛТЫРТЫУ
Аяҡ-ҡул һыҙлағанда кешене ярты сәғәт самаһына урман ҡырмыҫҡаһы иләүенә ултыртҡандар. Ул былай әҙерләнә: бер иләүҙе тотош көрәп алып, эҫе һыу менән бешекләп, бер аҙ томалап тотҡас, шунда 30-40 минут тирәһе ятып дауаланғандар
Ҡырмыҫҡаның үҙен дә ҡулланғандар: сөм һауыт төбөнә шәкәр һалып, ҡырмыҫҡалар тулғас, уны алып ҡайтып, йылы мейес төбөнә бөжәктәр иреп бөткәнсе тотоп, шул ҡатнашманы һыҙлаған ергә һөртөп дауаланғандар. Иҫтән яҙған кешене аңына килтереү өсөн дә нашатыр спирты урынына файҙаланғандар.

ҠОТ ҠОЙОУ
Ҡот ҡойоу тураһында күптәр ишеткәне барҙыр. Ул әле лә ҡулланыла. Бала күҙекһә лә, нимәнәндер ҡурҡһа ла, тормошоң уңмай башлаһа ла, ҡот ҡойҙороп алалар. Ҡот ҡойоусы инәйҙәр бик аҙ ҡалды, иҫәндәренән имләү серҙәрен өйрәнеп ҡалырға тырышырға кәрәк.
Иҫәнгилдәләге Мәғүзә инәй ҙә ҡот ҡоя.
Ҡурғашты һарыҡтың эс майы менән ҡалаҡҡа һалып утҡа тотоп иреткәс, яулыҡ йә берәй япма менән ҡапланған ауырыуҙың баш осонда һалҡын һыулы сүместе тотоп:
“Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!
Ерҙән осһаң — ерҙән кил!
Һыуҙан осһаң — һыуҙан кил!
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! “ – тип һамаҡлай-һамаҡлай, ирегән ҡурғашты көмөш тәңкә ташланған һыуға ҡоялар.
Ҡатып ҡалған ҡурғаш һынына ҡарап, кешенең нимәнән ҡурҡҡанлығын, нимәнән ҡото осҡанлығын билдәләгәндәр.
Ҡотто өс рәт (өс тапҡыр ҡойғанда ла кәүҙәнең 13 өлөшөнә ҡойолған) йә ҡурғаш йөрәк сүрәтенә ингәнсе ҡойғандар. Ҡотто тәңкәгә һалып, сепрәккә төрөп, һаҡлағыс эшләп бирәләр. Уны йә ятып йөрөгән яҫтыҡ аҫтына тегәләр, йә үҙең менән бергә йөрөтәһең. Үҙенән - үҙе юғалыуы ла ихтимал, юғалһа, эҙләргә кәрәкмәй, ти ололар.
Ҡот ҡойолған һыуҙы ауырыуҙың бит-ҡулына, муйын-һайынына һөртәләр, ҡалғанын тупһа төбөнә түгәләр.
Ҡот ҡойоусы кеше намаҙҙа булырға тейеш.

БУҪТАМА ҺАЛЫУ
Буҫтама арҡа ҡатыулағанда, бил ҡатҡанда ярҙам итә. Ул былай әҙерләнә: аҡ йә һары май менән балды бер сама алып, ҡайнау хәленә еткермәй генә иретеп, ауыртҡан ергә мул ғына һөртөп, өҫтөнә шыптыр менән ҡара төҫтәге туҡыма ябып, йылы итеп кейенеп, сисмәйсә бер көн тирәһе йөрөйһөң. Буҫтаманы әсәйем, ғәҙәттә, төнгә ҡарай йә мунса алдынан һала. Иртәгәһенә ҡатыу ҡул менән һыпырып алғандай тарала. Тик елгә, һыуыҡҡа теймәй, һаҡланып йөрөргә кәрәк.
Уны ҡайһы бер төбәктә боҫлама тип тә йөрөтәләр.

АРПА ИМЛӘҮ
Бала саҡта йыш ҡына арпа сығып йонсота торғайны. Күҙ ҡабағы ҡысытып, ауырта башлаһа, әсәйебеҙ эҫе итеп мунса яғып, сабындыра. Иртәгәһенә - бер ни булмағандай. Тик ваҡытында өлгөрөргә генә кәрәк. Әгәр инде шешенеп килеп сыҡһа, Фәғилә инәйҙән өшкөртөп, имләтеп алып ҡайтыр ине.
Арпа бөртөгө төртөп тә, йә баҡыр аҡса менән дә имләйҙәр.
Имләгәндә әйтә торған һамағы ла бар: “Нимә имләйһең? Фәлән Фәлән ҡыҙының (йә улының исем-шәрифе әйтелә) һул (йә уң) күҙе өҫтөнә (йә аҫтына) арпа сыҡҡан, шуны имләйем”. Өс-ете тапҡыр шулай ҡабатлап, арпа бөртөгө (йә тәңкә) менән күҙ ҡабағын ышҡып, 9 тапҡыр - “ҡайҙан килдең –шунда кит, ергә-ҡомға, тупраҡҡа кит”; 7 тапҡыр – “юлдан килһәң, юлға кит, ете сатлы юлға кит”; 5 тапҡыр – “биҙҙән килһәң, биҙеп кит”; 3 тапҡыр “күктән килһәң, осоп кит” , 1 тапҡыр – “бөтһөн, китһен” тип әйтеп, арпаны йә тәңкәне имләнеүсе кешенең һул ҡулына һалалар. Ул һөйләшмәйсә юл сатына сыға һәм өйөнә ҡарай боролоп, һул ҡулы менән арпаны (йә тәңкәне) ырғытып, артына боролоп ҡарамайса ҡайтып китә. Имләнеүсе бәләкәй бала булһа, уның был ғәмәлде әсәһе башҡара.

МЕЙЕ УЛТЫРТЫУ
Әлеге лә баяғы бала саҡ менән бәйле был дауалау ҙа. Тиктормаҫ булаһың бит инде бәләкәй саҡта. Ҡолап йә төкөп башты ауырттырһаҡ, әсәй беҙҙе ултырта һалып маңлай тапҡырынан туралап, аҡ еп менән уратып бәйләй ҙә, маңлайҙың ҡап уртаһын, ике яҡ ҡолаҡ осон, елкә соҡорона тап килгән ерҙе күмер менән (йә ҡара ҡәләм) билдәләп, ипләп кенә һыпырып сисеп ала ла, ҡайһы яҡҡа “мейе төшкәнлеген” ҡарай. Ике ҡолаҡ осонан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡарағанда маңлай яғына тура килгән еп һәленеңкерәп торһа, тимәк, мейе алға төшкән. Шунан маңлай һәм елкә соҡоро тапҡырынан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡолаҡ остарыныҡы тура киләме-юҡмы ҡарайһың. Ҡайһы яҡҡа төшкән, шул яҡтан нығыраҡ баҫым яһап, иләгән һымаҡ итеп ҡағаһың. Аҙаҡ башҡа тығыҙ итеп яулыҡ бәйләп, ҡымшанмай ғына ярты сәғәт тирәһе салҡан ятып торорға кәрәк.
 
 
https://vk.com/sbmrb_com сайтынан алынды
БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ
БОРОНҒОСА ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ, ИМЛӘҮ, ӨШКӨРӨҮ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: