+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
21 Сентябрь 2022, 15:03

КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...

Ул сараһыҙлыҡтан һәм асыуҙан: “Эй Аллам, һин ниңә шулай миңә ҡарата аяуһыҙ ул?” – тип илаған.

КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...
КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...

КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...

Диңгеҙҙә йөҙөп барған карап һәләкәткә юлыҡҡас, бер матросты тулҡындар кеше йәшәмәгән утрауға сығарып ташлай. Ул туҡтауһыҙ Аллаһтан ярҙам һорап ялбара. Көн һайын офоҡта кәмә пәйҙә булырын ҙур өмөт менән көтә.

Тамам төшөнкөлөккә бирелгәс, ул тулҡындар ярға бәргән таҡталарҙан ҡыуыш төҙөй. Әммә бер көн утрау буйлап ризыҡ эҙләп йөрөп ҡайтыуына ҡыуышын ут ялмап алыуын күрә. Төтөн бағана булып күккә олғашҡан, ти. Ҡыуыш менән бергә меҫкендең булған ғына мөлкәте лә янып юҡҡа сыҡҡан. Ул сараһыҙлыҡтан һәм асыуҙан: “Эй Аллам, һин ниңә шулай миңә ҡарата аяуһыҙ ул?” – тип илаған.

Матросты корабль гудогы аңына килтергән. Баҡһаң, ҡотҡарырға килгәндәр икән.
- Ә һеҙ мин бында икәнде ҡайҙан белдегеҙ? – тип аптыраған ул.
- Беҙ төтөн күрҙек, - тип яуаплаған ҡотҡарыусылар.

Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә.

КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...
КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...
КЕШЕ ЙӘШӘМӘГӘН УТРАУҘА...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: