+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
1 Октябрь 2022, 09:10

Ата-әсә хаҡы

“Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт  ҡылығыҙ һәм ата-әсәгеҙгә изгелек эшләгеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “Уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”, – тиелгән изге китаптарҙа.

Ата-әсә хаҡы
Ата-әсә хаҡы

Ата-әсә хаҡы

 

Ислам динендә атай-әсәй хаҡы бик юғары урынға ҡуйылған. Был турала “Ҡөрьән-Кәрим”дәге аяттарҙа ла әйтелгән, хәҙистәр ҙә бар. Һәр кем әсәһе һәм атаһына туҡтауһыҙ рәхмәт уҡырға тейештер, сөнки улар Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән балаға ғүмер бирә, күңеленә рух, аҡыл-зиһен һалып, тәрбиәләп үҫтерә.

Атай-әсәй алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин түгел, шуға күрә уларға гелән яҡты йөҙ күрһәтеү, фатихаларын алып йәшәү зарурлығы хаҡында оноторға ярамай. Яйы сыҡҡан һайын, айырыуса изге байрамдарҙа, үҙеңдең тыуған көнөңдә атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә ҡәҙерле кешеләрегеҙ баҡыйлыҡҡа күскән икән, уларҙы иҫкә алып, Ҡөрьән уҡытыу зарур.

Күренекле башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдиновтың фәнни һәм ижади мираҫында “Нәсихәттәр” китабы айырым урын алып тора. Унда мәғрифәтсе, әхлаҡлы сабыйҙың ниндәй булырға тейешлеген, уның ғаилә һәм йәмғиәт өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ икәнен күрһәтеп, былай тип яҙа: “Тәрбиәле бала алтындан ҡиммәт. Ата-әсәһе өсөн уға тиңләшерлек байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала йәнгә – шатлыҡ, йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Уны һәр кем яратыр. Тәрбиәһеҙ баланы иһә бер кеше лә яратмаҫ, йомош ҡушмаҫ”. Ризаитдин Фәхретдиновтың балаларға өндәшкән шундай юлдары ла бар китапта: “Атай-әсәйегеҙ һеҙҙең өсөн иң ауыр, мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Уларға ихласлыҡ менән булышлыҡ ҡылыусы, хөрмәт итеүсе булығыҙ!”, “Ҡайһы берәүҙәр, аталары үлгәс, мал өсөн туғандары, ҡарындаштары менән асыуланыша. Һеҙ ундайҙар кеүек булмағыҙ”, “Ата-әсәгеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, өйрәткәндәрен тыңлағыҙ” һәм башҡалар.

Өлкәнәйгән һайын күңел нескәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә, иғтибар көтә. Ошоно иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмайыҡ. Ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсьәләне аҡса менән хәл итергә тырыша. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелекле булыу – йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт килтерер. “Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт  ҡылығыҙ һәм ата-әсәгеҙгә изгелек эшләгеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “Уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”, – тиелгән изге китаптарҙа.

 

Бәйғәмбәргә тиң дәрәжә кемдә?

 

– Эй, Раббым, – тип мөрәжәғәт итә бер мәл Муса ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләгә, – минең ожмахтағы күршем кем булыр икән?

– Фәлән урында ит һатыусы булып эшләүсе бер егет йәшәй. Үҙенә бурыс итеп алған изге вазифаһы бар уның. Теләһәң, танышып кил. Ана шул кеше йәннәттә яныңда булыр.

Муса ғәләйһис-сәләм ябай ит һатыусының пәйғәмбәрҙәр кеүек дәрәжәгә күтәрелә алыуына аптырай. Ҡыҙыҡһынып, теге егетте эҙләп таба. Уныһы пәйғәмбәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, түргә ултырта. Алдына һый-хөрмәт килтереп ҡуя.

– Һин ашай тор, – ти ит һатыусы. – Ә минең бик мөһим бер эшем бар, һине аҙға ғына яңғыҙ ҡалдырам.

Кибетенән сығып, егет өйөнә юллана. Муса ғәләйһис-сәләм, унан рөхсәт һорап, артынан эйәрә. Ҡайтып еткәс, егет, бешкән итте ваҡ ҡына киҫәктәргә тураны ла, икенсе бүлмәнән ҙур кәрзин эсендә ултырған, кәүҙәгә бәләкәй генә булып ҡалған бер ҡарсыҡты индереп, ашатты, аҙаҡ ауыҙын һөртөп ҡуйҙы, ти. Ә ҡарсыҡ туҡтауһыҙ доға ҡыла икән. Быны күреп, Муса хайран ҡала.

– Был кеше – минең әсәйем, – ти ит һатыусы. – Ул үтә ҡарт һәм зәғиф. Минән башҡа бер кеме лә юҡ. Үҙен генә өйҙә ҡалдырып киткән саҡта эт-ҡош зыян итә күрмәһен тип, кәрзингә һалып, элеп ҡуям, ҡайһы саҡта кибеткә лә алып барам. Ашатам,  хәжәттәрен үтәүҙә ярҙам итәм. Ҡәҙерлемә хеҙмәт күрһәтеү – минең өсөн ҙур бәхет.

– Әсәйегеҙ ашағанда ниҙер бышылдап ултырҙы. Нимә тураһында һөйләне ул?

– Аллаһ Тәғәләнән минең йәннәттә Муса ғәләйһис-сәләм менән йәнәш булыуымды һорай ул. Был доғаларға үҙем дә: “Амин!” – тип кенә торам.

– Эй, иманлы кеше! – тип сикһеҙ ҡыуанысын белдерә Муса. – Һинең өсөн яҡшы хәбәр алып килдем. Мин – Муса. Яныңа Аллаһ Тәғәлә ебәрҙе. “Әсәһен тел тейҙермәҫ дәрәжәлә яҡшы итеп тәрбиәләгән дуҫымды йәннәттәге күршең итеп һайланым”, – тине.

Ата-әсә хаҡы
Ата-әсә хаҡы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: