Дәрес әҙерләтеү тигән нәмә юҡ, китап-дәфтәр тотоп ултырыу беҙҙең өйҙә ялҡаулыҡ һанала торғайны. Өйгә ҡайтҡас, портфелде сервант башына уҡ ырғытам ҡуям, сөнки бәләкәй ҡустылар дәфтәрҙәрҙе табып, яҙып бөтә, китаптарҙы йырта. Әсәйҙең мәктәп йыйылышынан ҡайтыуына йәшенеп ултырам, сөнки тәртип яғы ла ныҡ насар булды. 4-се синыфта уҡығандамы икән, китапхана янында уйнап йөрөнөк. Колхоз заманында уҡ һалынған бер ҡатлы ағас йорт электән бар ине ул. Өшөп киткәс, кереп йылынырға булдыҡ. Китапханасы апай беҙҙе бик мөләйем ҡаршыланы, беҙҙә тик ултырырға ярамай, тип, һәр беребеҙгә китап тотторҙо. Ҡыуып сығармаһын был, тип, ҡыланып ҡына китап алып ултырған булдым. Йылынып киттем, ҡыйыулыҡ артты. Һүрәттәрен ҡарап сыҡтым. Рәссам Майя Зыяи сағыу иллюстрациялар төшөргән балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы ине ул. Хәреф таный беләм, уҡыуын бик ырата алмайым, һүрәттәрҙә төшөрөлгән геройҙарҙың яҙмышын белге килә, уҡый башланым, мауыҡтырғыс ине. Бер битте уҡып бөттөм, икене... Былай булғаны юҡ ине, күңелемә май булып ятты ундағы юлдар. Уҡып бөткөм килә, оҙаҡ ултырып ташланылды, инде уңайһыҙ, ҡайтыр кәрәк. Бәәй, китапты яҙҙырып өйгә алып ҡайтырға мөмкин икән дәбаһа! Өйҙәге ул кисем китап уҡып үтте, иртәгәһен тағы барҙым, китапты тапшырып, икенсе китап алдым. Был донья эскән атай, илаҡ ҡустылар, уҫал уҡытыусы, маҡтансыҡ синыфташ ҡыҙҙар, гел ваҡыты булмаған әсәй менән генә сикләнмәй икән. Хайуандар, әкиәттәр, шиғырҙар донъяһына баштан-аяҡ сумдым. Шул уҡ ҡышты китапханала булған барлыҡ балалар китаптарын уҡып сыҡтым, ҡалыныраҡтарына, үҫмерҙәргә тәғәйенләнгәненә күстем. Бер ваҡыт туған тел дәресендә минутҡа уҡыйбыҙ шулай. Минең фамилиям Я-ға башлана, исемлектә иң һуңғыһы. Ҡайһы берҙә, барыбер 20 һүҙҙән арттыра алмай ул, тип уҡытмай ҙа торғайнылар. Был юлы мин, 4-се синыфс балаһы, 90-100 һүҙ уҡыған отличниктарҙан уҙҙырып, минутына 120 һүҙ уҡып ташланым. Уҡытыусым, һы, тип ҡуйҙы. Ышанмай, тағы бер өлөштө уҡытып ҡараны. Тағы ла шундайыраҡ һөҙөмтә сыҡты. Ысынлап та, китапты эстән булһа ла күп уҡығас, дикция ныҡ үҙгәрә икән. Дикция ғына түгел, уҡығаныңды аңлау, һығымта яһау, уйлау даирәһе киңәйә. Мәктәптә уҡыу яғы яйлап булһа ла яҡшы яҡҡа тәгәрәне, сиректе ике “дүртле” билдәһенә тамамланым, быға тиклем шау 2-ле, 3-лө була торғайны. Бишенсе синыфҡа интернатҡа уҡырға киткәс, бөтөнләй 4-легә генә өлгәшә башланым. Мине яратмаған башланғыс синыфс уҡытыусыһы - уҫал апай, синыфташтар, минең күңелһеҙ бала сағым барыһы ла ауылда тороп ҡалды. Яңы тормош, интернат, мине насар уҡыусы итеп белмәгән яңы уҡытыусылар ҙур өмөт бағланы, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне. Үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә, абруйымды боҙмаҫҡа - һуғышмаҫҡа, бар көсөмдө һалып яҡшы уҡырға тырыштым. Тырышлыҡтар бушҡа китмәне, мәктәпте алтын миҙалға тамамланым, ике юғары уҡыу йорто бөттөм. Әлеге көндә ныҡлы әйтә алам, минең шәхес булып формалашыуымда китаптар ныҡ ҙур роль уйнаны. “Киске Өфө” гәзитендә яңыраҡ шундай фекер уҡығайным. Немец геронтология һәм гериатрия йәмғиәте ғалимдары йәшлекте, хәтерҙе һәм теүәл аҡылды һаҡлар өсөн көн дә бер генә бит булһа ла китап йәки гәзит уҡырға кәрәк, ти. Ғалимдар аңлатыуынса, аҡ ҡағыҙҙан хәрефтәр сүпләү мәлендә организмдағы ике нейрон араһында, йә нейрон менән икенсе бер күҙәнәк араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, бына шул бәйләнеш кешенең хәтере яҡшырыуға, башты эшләтеүгә, хатта йәш көйөнсә һаҡланыуға булышлыҡ итә икән. Кеше китап уҡығанда әҫәрҙәге ваҡиғалар, геройҙар өсөн борсола, шатлана, шул ваҡытта мейе әүҙемлеге күтәрелә. Йәғни, аҡ ҡағыҙҙан уҡығанда беҙҙең мейе лә, тойғолар сығанағы булған йөрәк тә күнекмәләр яһай булып сыға... Ғәжәп хәл, эйеме? Үҙ йәшәйебеҙҙе, фекерләүебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуыбыҙ тик үҙебеҙҙән генә тора! Хатта йыбанмай ошо һүҙҙәрҙе уҡыған арала ла һеҙҙең мейе эшмәкәрлегегеҙ ныҡ әүҙемләште, һиҙҙегеҙме? Шуның өсөн, китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы күберәк уҡыйыҡ, тип әйтмәксе булғайным. Билдәһеҙ автор. “Бәйләнештә” сайтынан. “Киске Өфө” гәзитенең 19-сы һаны, 2017 йыл.