+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
27 Ноябрь 2022, 17:10

Е, К, Л, М, Н!!!

“Иң күп гонаһтар – кешенең телендә”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд. һүгенеү һүҙҙәрен ишетеү ни бары мине генә борсой, ахыры. Эргәлә башҡа ата-әсәләр ҙә бар, тик улар ни өсөндөр шымып ҡалыуҙы хуп күрә...

Е, К, Л, М, Н!!!
Е, К, Л, М, Н!!!

Көн һайын тиерлек балаларым менән саф һауала йөрөргә тышҡа сығам. Ҡалалағы бәләкәй балалы әсәләрҙең төп “эш урыны” – йорттар эргәһендәге балалар майҙансыҡтары (детские площадки). Майҙансыҡтарға, бәләкәйҙәрҙән тыш, мәктәп балалары ла килә. Башланғыс синыфтар балалары уйнаһа, өлкәнерәктәре ундағы эскәмйәләрҙә аралашып ултыра. Әлбиттә, аралашһындар, уйнаһындар. Уныһына һис бер һүҙем юҡ.

Ләкин ошо балаларҙың (бөтәһенең дә тип әйтмәйем, ә күпселегенең!) телмәре шул тиклем һүгенеү һүҙҙәре менән “семәрләнгән”... Сәстәр үрә торорлоҡ!!!   Башта мин балаларымды ул тирәләрҙән алып китеп, икенсе берәй ерҙә уйнай торғайныҡ. Бик мауығып уйнаған мәлдә, уйынды боҙғас, улар ҙа бик шат булмай. Аҙаҡ шунда уҡ ҡала башланыҡ һәм мин “матур һүҙҙәр” һөйләүселәргә:

–  Бында балалар уйнай, зинһар, һүгенмәгеҙ! – тип әйтә башланым. “Нимә, нисек һөйләргә икәнен мин үҙем дә беләм”,  – тигәнерәк ҡиәфәттә улар миңә ҡарай. Һүгенеү бер нисә минутҡа (ә ҡайһы саҡ бер минут та үтмәй шикелле) туҡтап тора ла, артабан кире башлана...

Тағы ла шуныһы: һүгенеү һүҙҙәрен ишетеү ни бары мине генә борсой, ахыры. Эргәлә башҡа ата-әсәләр ҙә бар, тик улар ни өсөндөр шымып ҡалыуҙы хуп күрә...

Ошо эпизодтарҙан ғына сығып, мин шуны әйтә алам:

  1. Бөгөн кешеләрҙең телмәрендә алама, насар һүҙҙәр йыш һәм күп ҡулланыла.
  2. Һүгенеү “вирусы” өлкәндәрҙе генә түгел, балаларҙы ла ялмай.
  3. Алама һүҙҙәрҙең телмәрҙе баҫып алыуы йәмғиәтебеҙҙә әҙәп-әхлаҡ кимәленең түбәнәйгәндән-түбәнәйә барыуы тураһында әйтә.
  4. Йәмғиәттә һүгенеү, башҡаларҙың һүгенгәнен ишетеү тәбиғи хәл кеүек ҡабул ителә.

Был – ни бары балалар майҙансығында булған ваҡиғаларҙан күҙәтеү, һығымта. Ә мәктәптә, башҡа ерҙәрҙә, бүтән урындарҙа, өлкәндәр араһында ниндәй хәл икән? Әгәр балалар майҙансығында ғына ла шулай булһа, өлкәндәрҙең телмәре хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс...

Нисек кенә булмаһын, һүҙ ҙур, оло көскә эйә. Яҡшы, изге һүҙ кешене ҡанатландыра, илһамландыра, йылыта, оло үрҙәргә әйҙәй. Ауыр, насар, алама һүҙ кешене үлтерә, бөгә, күңелен ҡыра.

Һүгенеү һүҙҙәренең кеше организмына ҡот осҡос зыянлы икәнлеге тураһында динебеҙҙә күптән әйтелгән булһа, бөгөн фәндә ул иҫбатланған да инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяны һүгенгән кешегә генә түгел, ә уның тирә-йүнендәгеләргә, һәр ишеткән кешегә лә була... Шул иҫәптән телевизор, интернет, заманса йырҙар  аша ишеткән мәғәнәһеҙ һүҙҙәр ҙә...

1970-се йылдарҙа биология фәндәре докторы И.Б. Белявский һүҙҙең кеше аңына һәм һаулығына йоғонтоһон өйрәнә. Ул кешенең һәр бер әйткән һәм ишеткән һүҙе уның гендарына тәьҫир итеүен иҫбатланы. Ә һүгенеү һүҙҙәренең гендарға тәьҫирендә мутациялар барлыҡҡа  килә, ДНК күҙәнәгенең структураһы боҙола. Ғалимдар белдереүенсә, ул радиацион нурланыуҙың аналогы кеүек.

Беҙҙең күркәм Ислам динебеҙҙә һүҙ, һүҙҙең ҡеүәте, аралашыу әҙәбе тураһында күп әйтелә. Мәҫәлән, бер нисә хәҙисте ҡарап үтәйек:

“Кем Аллаһтың барлығына һәм Ҡиәмәт көнөнөң булырына инана, ул тик яҡшы, изге һүҙҙәр һөйләһен, йә өндәшмәһен!”

“Изге, яҡшы һүҙ – саҙаҡа”. (Яҡшы һүҙ әйтеүсегә сауабы был донъяла ла, теге донъяла ла насип була).

“Кеше уйламайынса ниндәйҙер һүҙ әйтеп, Аллаһтың ризалығына өлгәшеүе һәм юғары кимәлгә етеүе (Ожмахҡа эләгеүе) бар. Ләкин алама, насар һүҙҙәр әйтеп, Аллаһтың ризаһыҙлығын алып, шул һүҙҙәр арҡалы Тамуҡҡа эләгеүе лә бар”. Хәҙисте тәфсирләп, бөйөк имам ән-Нәүәби ошолай тигән: “Был хәҙис беҙгә үҙ телмәребеҙгә, әйткән һүҙҙәребеҙгә ныҡ иғтибарлы булырға саҡыра. Әгәр кемдер нимәлер әйтергә теләй икән, иң тәүҙә ул һүҙҙең файҙаһы тураһында уйлаһын. Әгәр был һүҙҙең файҙаһы юҡ икән, бөтөнләй өндәшмәһен.”

“Иң күп гонаһтар – кешенең телендә”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд.

Автор:Гүзәлиә Ғүмәрова
Читайте нас: