+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
2 Декабрь 2022, 12:22

БИК КҮРКӘМ ХӘҘИС

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаЛлаһу ғаләйһи үәсәлләмﷺ  бер ваҡыт хәҙрәт Алиға (р.а.) әйтте: "Әй, Али! Йоҡларға ятыр алдынан көн дә был биш ғамәлде башҡарығыҙ:

БИК КҮРКӘМ ХӘҘИС
БИК КҮРКӘМ ХӘҘИС

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаЛлаһу ғаләйһи үәсәлләмﷺ  бер ваҡыт хәҙрәт Алиға (р.а.) әйтте: "Әй, Али! Йоҡларға ятыр алдынан көн дә был биш ғамәлде башҡарығыҙ:
(1) 4000 динар саҙаҡа бирегеҙ, унан һуң ғына йоҡларға ятығыҙ.
(2) Бөтөн Ҡоръәнде уҡығыҙ, унан һуң ғына йоҡларға ятығыҙ.
(3) Ожмахҡа тиң аҡса һалығыҙ, унан һуң ғына йоҡларға ятығыҙ.
(4) Ике бәхетһеҙ (айырылған) кешене бәхетле итегеҙ, уларҙы дуҫлаштырығыҙ, унан һуң ғына йоҡларға ятығыҙ.
(5) Бер тапҡыр хаж ҡылығыҙ, унан һуң ғына йоҡларға ятығыҙ.

Хәҙрәт Али әйтте: "Эй, Рәсүлуллаһ, был мөмкин түгел. Мин быны нисек эшләй алам инде??!

Рәсүлуллаһ ﷺ былай тип яуап бирҙе:
Фатиха сүрәһен дүрт тапҡыр уҡыу – 4000 динар.
Ихлас сүрәһен өс тапҡыр уҡыу – бөтөн Ҡоръәнде уҡыу менән бер тигеҙ.
Өс тапҡыр “Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ әл ғалиуль ғаҙыйм” тип,
доға ҡылыу – Ожмахҡа тиң.
 “Әстәғфируллаһ”ты ун тапҡыр әйтеү – ике бәхетһеҙ (айырылған) кешене бәхетле итеү (дуҫлаштырыу) менән бер тигеҙ.
Дүрт тапкыр “Әшһәдү әл-лә иләһә илләЛлаһ. Үә әшһәдү әннә Мөхәммәд р-расуулүЛлаh" тип ҡабатлау – бер хажға тиң.

Али яуапланы: “Әй, Рәсүлуллаһ! Хәҙер мин быларҙың барыһын да уҡып, йоҡларға ятырмын.”

БИК КҮРКӘМ ХӘҘИС
БИК КҮРКӘМ ХӘҘИС
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: