АШАУ ӘҘӘБЕ
Динебеҙ беҙҙе әҙәпле-һәм әхләҡле булырға өндәй. Мосолман яҡшы холоҡло булыуы, башҡалар алдында үҙен әҙәпле тота белеүе менән айырылып тора. Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйрәтеп ҡалдырған ҡайһы бер әҙәп-әхләҡ ҡағиҙәләрен һәр мөъмин үтәргә тырышырға тейеш.
Аллаһ Рәсүле (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөъминдәрҙе нисек үҙ-үҙенде аш өҫтәле артында тоторға, ғөмүмән, ашау-эсеү әҙәбенә өйрәткән. Мосолман өҫтәл артында иң тәүҙә Аллаһ исемен телгә ала, йәғни, ашауҙы: “БисмиЛләһ,” – тип башлай. Әгәр ҙә был хаҡта онотоп китһә, ашап бөтөрҙән алда: “БисмиЛләһи фи әүүәлиһи үә ахириһи,” – тип әйтеп ҡуя.
Уртаға ҡуйылған аҙыҡты үҙ алдындан ғына ашарға кәрәк. Кеше алдынан һонолоп ашап ултырыу берәүҙе лә биҙәмәй. Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) тәрбиәһендә үҫкән Ғүмәр ибн Әбү Сәләмә исемле малай ҡулдарын һуҙып уртаға ҡуйылған һауыттың төрлө мөйөштәренән ашар булған. Әммә көндәрҙән бер көндө Аллаһ Рәсүле (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Малай! “БисмиЛләһ,” – тип әйт, уң ҡулың менән аша һәм үҙеңә яҡыныраҡ булған нәмәне ал,” – тигәс, ул улай һонолоп ултырыуын туҡтатҡан.
Уң ҡул менән генә ашау ҙа мосолман әҙәбенән, һул ҡул тик ярҙамсы функцияһын үтәй. Мәҫәлән, икмәкте өҙөп алыу өсөн. Ә ауыҙға аҙыҡты һалғанда фәҡәт уң ҡул ғына ҡулланыла. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: “Һул ҡул менән ашамағыҙ, сөнки шайтан, ашаған һәм эскән сағында, һул ҡулын ҡуллана”.
Аллаһ Рәсүле (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә бармаҡтағы аҙыҡ ҡалдыҡтарын яларға һәм һауытты ла таҙарғансы һыпырып ҡуйырға (мәҫәлән, тәрилкәләге бутҡаны икмәк киҫәге менән) ҡушҡан: “Ысынында, һеҙ аҙыҡтың ҡайһы өлөшөндә бәрәкәт йәшерелгәнен белмәйһегеҙ”.
Кеше алдында ҡомһоҙлоғонды күрһәтеп, бер юлы ике киҫәккә йәбешеү, йәмһеҙ ҡыланып кикереп ултырыу ҙа әҙәпһеҙлек һанала, эргә-тирәләгеләргә ихтирамһыҙлыҡты күрһәтә.
Аҙыҡты яманлап ултырыу ҙа Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әҙәбенән түгел. Ул бер ваҡытта ла аҙыҡты яманлап ултырмаған. Оҡшаһа – ашаған, оҡшамаһа – уға ҡағылмаған.
Сәй бик эҫе булһа, уны өрөп түгел, ә һаҡ ҡына ҡалаҡ менән болғап һыуытыу, йә һыуынғанын көтөү дөрөҫөрәк булыр. Шулай уҡ Аллаһ Рәсүле (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) һыуҙы дөйә кеүек бер тынала эсеп бөтөүҙе тыйған. Уны яйлап, тын алыштырып эсеү дөрөҫ булыр.
Ашап-эсеп бөткәндән һуң, мотлаҡ рәүештә, “әлхәмдүлиЛләһ” тип беҙҙе ризыҡландырыусы Аллаһҡа маҡтау әйтергә кәрәк.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.