Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта кеҫәһендә смартфон йөрөтөүселәр бик һирәк була торғайны. Ике синыфташ ҡыҙҙыҡы ғына булды. Уйлап ҡараһаң, ул замандан ни бары 15 йыллап ҡына ваҡыт үткән. Ә хәҙер... Телефонһыҙ бер көн дә тора алмайбыҙ, кеүек. Мәктәп уҡыусылары ла, тәү башлап белем усағы тупһаһын аша атлап ингән саҡта уҡ мотлаҡ гаджет йөрөтә.
Был күренеш уҡытыусылар һәм ата-әсәләр араһында бәхәс тыуҙыра: нимәгә балаға дәрес ваҡытында телефон кәрәк һуң? Ҡамасаулай ғына, түгелме? Хатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был һорауҙы күтәреп сыҡты. Ул “Бәйләнештә” сайтындағы үҙенең сәхифәһендә “Дәрес ваҡытында уҡыусыларға телефон кәрәкме?” тигән һораулама үткәрҙе. Яуап биреүселәрҙең 15 меңе телефон кәрәк, тип яуап бирһә, 17 меңдән ашыуы уҡыусы дәрес ваҡытында гаджетҡа мохтаж түгел, тип иҫәпләй.
Смартфондарҙың “плюс”тары ла, “минуст”тары ла байтаҡ. Яҡшы яҡтарына килгәндә, мәктәптә берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуа ҡалһа, бала иң тәүҙә ата-әсәһенә шылтыратып әйтә ала. Әлбиттә, һәр мәктәп вахтаһында стационар телефон бар, әммә кеҫәләгеһен ҡулланыу уңайлыраҡ бит. Шулай уҡ бала менән берәй хәл була ҡалһа, “тиҙ ярҙам” саҡырыу өсөн дә телефондың эргәлә булыуы шарт. Бындай ваҡытта ваҡытты һуҙырға ярамай бит.
Смартфон ярҙамында ябай ғына эштәрҙе башҡарыуы ҡулайлы кеүек. Мәҫәлән, таҡтаға яҙылған өйгә эште уҡыусы фотоға төшөрөп кенә ала, көндәлегенә күсереп тормай. Бәғзе уҡытыусылар өйгә эште “Вацап”тағы чатҡа ебәрә лә ҡуя.
Ҡайһы ғына самартфонды алма, хатта иң арзанлыһы ла бер юлы әллә нисә әйберҙе алмаштыра ала: унда калькулятор ҙа бар, ваҡытҡа уҡығанда секундомеры ла уңайлы. Реферат яҙам тиһәң, йәһәт кенә Интернетты инеп байҡа сығырға була.
Шул уҡ ваҡытта смартфондың насар яҡтары ла быуа быуырлыҡ.
Беренсенән, ул баланың иғтибарын тарҡата. Дәрес ваҡытында телефонға текләп ултырған уҡыусы теманы үҙләштереп өлгөрмәй. Балаларҙы телефондан айырып маташҡан уҡытыусының дәресе “өҙөлә”. Балалары өлгәшмәгән ата-әсәләр был осраҡта уға “насар уҡытыусы” мөһөрөн сәпәргә лә күп һорамай.
Смартфонды ҡорал кеүек ҡулланған үҫмерҙәр ҙә байтаҡ арабыҙҙа. Синыфта килеп тыуған аңлашмаусанлыҡты йәһәт кенә видеоға яҙҙыртып алып, аҙаҡ Интернет селтәренә һалып, күңел аса. Үҙ-ара ыҙғыштан бигерәк, уҡытыусынан асыҡтан-асыҡ көлөргә яратҡандар күп шул. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй Мәғариф профсоюзы был осраҡта уҡытыусы баланы һәм уның ата-әсәһен судҡа бирә алыуы тураһында закон әҙерләй. Ата-әсәләр балаһының “үтә лә әсе телле булыуы” арҡаһында 5 меңдән алып штраф түләргә бурыслы буласаҡ.
Йәнә бер “минус” – ул да булһа күсереү. Тиҙ Интернетлы смартфондар һатыуға сығарылғаны бирле “ГДЗ”лар моданан төшөп ҡалды, буғай. Хәҙер уҡырға ялҡауы килгән балалар бирелгән миҫалдарҙың сиселешен телефондан ҡарап ҡына белә. БДИ-ға ла телефон алып инергә маташыусылар аҙмы ни?!
Телефондан айырыла алмау замана психик ауырыуҙарының береһе – номофобияға илтә. Бындай сир менән ауырыусылар телефонһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай, әгәр гаджетын ҡулынан тартып алһалар ул паникаға бирелә.
Күреүебеҙсә, смартфондың яҡшы яҡтары ла, насар яҡтары ла байтаҡ. Уны мәктәптә ҡулланыуҙы тыйыуҙын да һөҙөмтәһе төрлөсә булыуы мөмкин. Эйе, мәктәпкә ингәндә гаджеттарҙы һаҡлау камераһына тапшырғанда, балаға 5-6 сәғәт самаһы Интернетһыҙ ултырырға тура киләсәк (әгәр ҙә Интернет бик тә кәрәк булһа, хәҙер һәр мәктәптә Интернет үткәрелгән компьютерҙар бар). Уның ҡарауы тәнәфестә синыфташтары менән аралашып, төрлө уйындар уйнап ваҡыт уҙғара ала. Телефондың ҡыйбатлымы-юҡмы икәнлегенә ҡарап, тиҫтерҙәрҙе социаль ҡатламдарға бүлеү ҙә булмаҫ ине, моғайын.
Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Шул иҫәптән гаджеттар ҡулланыуҙа ла. Экранға текләп, донъяның йәмен күрмәй иң гүзәл үҫмер саҡты абайламай үткәреп ебәрмәгеҙ, тимәксемен.