Моғайын, танауы тонған мәлдәрҙә һәр кемдең иғтибар иткәне барҙыр: ауыҙыңды нисек кенә киң итеп асып тын алһаң да, һулаған һауа барыбер етешмәгән һымаҡ. Ә танау тишектәре ауыҙға ҡарағанда мәртәбәләргә тарыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, фәҡәт танау менән һулаған саҡта ғына кеше иркен тын алып, унан тулы ләззәт таба. Ҡайһы берәүҙәр, ауыҙ аша һулағанда һауа етешмәүен, быға ғәҙәтләнмәгән кешенең субъектив тойоуы ғына, тип һанай. Улай ғына түгел икән шул. Әгәр беҙ танауҙың анатомик төҙөлөшө һәм нормаль физиологияһын ябай ғына кимәлдә күҙ алдыбыҙға килтерһәк, ни өсөн һулаған һауа үпкәләргә башлыса танау аша үтеп инергә тейешлегенә шунда уҡ төшөнәбеҙ.
Танау ҡыуышлығының өҫкө өлөштәрендә (верхний носовой ход), үпкә альвеолаларының (микроскопик ҡыуыҡсалар) тулыһынса яҙылыуына булышлыҡ итеүсе нерв рецепторҙары урынлашҡан. Ә үпкәгә һауа илтеүсе ҡурылдайҙарҙың иң һуңғы, функциональ өлөшө булып торған альвеолалар, һулаған һауаны үҙҙәре аша үткәреп, ундағы кислородты ҡан капиллярҙарына тапшырыу һәм ҡандағы углекислый газды үҙенә алыу (воздухообмен) функцияһын үтәй. Танау тонған мәлдә, ана шул альвеолалар тулыһынса яҙылып етмәү сәбәпле, ауыҙ аша тын алыу менән һис кенә лә мөрхәтһенмәйбеҙ. Шундай осраҡта беҙгә ысынлап та һауа етешмәй шул. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына бына ни өсөн танау биргән икән.
Бынан тыш, танауҙы "тын юлын һаҡлаусы барьер" тип тә атайҙар. Танау ҡыуышлығы бихисап ҡан капиллярҙары булған лайлалы тиресә (слизистая оболочка) менән ҡапланған. Ә эстән ике яҡлап буйҙан-буйға урынлашҡан икешәр пар танау ҡабырсағы (носовая раковина) шул ҡатламдың майҙанын тағы ла ҙурайта. Бына шундай анатомик төҙөлөш арҡаһында, танау ҡыуышлығы беҙ һулаған һауаны йылытып, тамаҡ юлын, ҡурылдай һәм үпкәләрҙе һалҡын тейеүҙән һаҡлап тора. Танау эсендә һәр саҡ бүленеп сығып торған лайла (слизь) ла үҙенсә ҙур роль уйнай. Беренсенән, ул һулаған һауаны дымландырһа, икенсе яҡтан, һәр төрлө бактерияларҙы, башҡа зарарлы матдәләрҙе ла үҙенә йәбештереп тотоп алып, күпмелер йыйылғас, тышҡа сығарып (һеңгереп) ташлана. Ә эрерәк ҡый-ҡыпыр, бөжәк маҙарҙы танауҙың башланғыс өлөшөндәге (преддверие носа, латинса - вестибюль) тышҡа ҡарай ятып үҫкән ваҡ йөн бөртөктәре тотоп алып ҡала. Сөскөрөү рефлексы ла тап ана шул һаҡлау функцияларының береһе. Танау эсенә килеп ингән һәр төрлө химик һәм механик агенттарҙы "ашығыс" ҡыуып сығарыу сараһы ул. Танауҙың өҫкө юлында урынлашҡан еҫ һиҙеү рецепторҙарының да роле ҙур. Сифаты боҙолоп, ашарға яраҡһыҙ хәлгә килгән ашамлыҡтарҙың еҫен ваҡытында һиҙеп, күп кенә осраҡтарҙа һәр төрлө ағыуланыуҙарҙан да ҡотолоп ҡалабыҙ. Ә инде күңелгә ятышлы булған төрлө хуш еҫтәр беҙҙең кәйефебеҙҙе ыңғайға көйләү сәбәптәренең береһе лә булып тора. Әммә, йыш ҡына, һәр төрлө сәбәптәр арҡаһында бына шул тын юлыбыҙҙың "ҡапҡаһы" өлөшләтә, йә иһә бөтөнләйгә "ябылып" та ҡуя. Танау аша һулауҙың ауырлашыуы, иркенләп йәшәргә мөмкинлек бирмәй, йыш ҡына ҙур проблемалар тыуҙыра ла инде. Шул осраҡта ғына әҙәм балаһы саф һауаның ни тиклем ҡәҙерле икәне хаҡында иҫенә төшөрәлер. Ололар ҙа, балалар ҙа шул сәбәпле табип-отоларингологтың пациенты булып китә. Танау менән тын алыуҙы ауырлаштырыр сәбәптәр бихисап. Киҫкен, йә хроник тымау, балаларҙа йыш ҡына осрай торған аденоид (танау менән йотҡолоҡ тоташҡан урында үҫеп сыҡҡан "артыҡ туҡыма"), һәр төрлө нәмәгә аллергия булған кешеләрҙә рәткә күҙәтелгән полиптар, танау бүлкәһенең ҡыйшайыуы (искривление перегородки носа) һ.б. Тик ауыҙ аша ғына һулау сәбәпле, һыуыҡ һауа үтеп, кешенең тамағына, хатта үпкәһенә һалҡын тейеүе мөмкин. Әгәр кеше айҙар, йылдар буйы ауыҙы менән генә тын алып йөрөһә, йотҡолоҡ һәм ҡуғырлай (гортань) кибеп, кешеләрҙә йыш ҡына хроник фарингит, ларингит тип аталған сирҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Танау тирәһендәге ҡыуышлыҡтың эренләүе, башлыса, тымау арҡаһында килеп сыҡҡан, гайморит тип аталған сир ҙә һирәк күренеш түгел. Балаларҙың аденоид сире төнгө энурезға (ночное недержание мочи) килтереүе лә мөмкин. Танау аша тын ала алмау, ҡайһы берәүҙәрҙә төнгө йоҡолар боҙолоу, нервылар системаһы ауырыуҙарына ла этәргес булып тора. Бындай балаларҙың, ғәҙәттә, физик яҡтан үҫеше лә артта ҡалыусан. Ҡайһы бер ата-әсә балаһының һәр саҡ ауыҙ менән тын алып йөрөүенә иғтибар итмәй, уны ваҡытында отоларингологка күрһәтмәһә, баланың бит конфигурацияһы үҙгәрә (өҫкө ирендәре саманан тыш ҡыҫҡараҡ булып, ауыҙы ярым асыҡ көйө формалашыуын "аденоидное лицо" тип атайҙар). Бындай балалар айырыуса, алдараҡ әйтелгән гайморит, тамаҡ сирҙәре менән яфаланыусан, шулай уҡ, иммун системаһы ла түбәнәйеүе бар. Танау ҡыуышлығы ҡолаҡтар (урта ҡолаҡ) менән бәйле булыу сәбәпле, киҫкен, йәиһә хроник отит менән ауырып киткән осраҡтар ҙа йыш ҡына күҙәтелә. Шуға күрә, әгәр балағыҙҙың, йә үҙегеҙҙең тамағығыҙ, йәиһә ҡолағығыҙ ауырта башлай икән, иң беренсе нәүбәттә танау хаҡында ҡайғырта башлау кәрәк. Танауҙың тын алышын көйләмәй, йәғни, төп сәбәпте бөтөрмәй тороп, уның юғарыла әйткән һөҙөмтәләрен генә айырым дауалау ыңғай нәтижә бирмәүе лә мөмкин. Шуға күрә, табип-отоларинголог һеҙгә комплекслы дауалау тәғәйенләһә, ғәжәпләнмәгеҙ. Ғәҙәттә, ҡолағы ауыртыу сәбәпле балаһын табипҡа алып килгән әсәләр танауына тамыҙырға ҡушылған дарыуҙы инҡар итеүсән. "Бында танауҙың ни ҡыҫылышы бар?" тип, балаһын үҙҙәренсә дауалауҙы хуп күреүселәр ҙә осрай. Бына ошо мәҡәләм менән файҙаланып, танауға дарыуҙы нисек дөрөҫ итеп тамыҙыу хаҡында ла бик файҙалы бер кәңәш бирмәк булам.
Салҡан ятҡан килеш тамыҙған дарыу (күпселек шулайта ла инде) туранан-тура йотҡолоҡҡа ағып төшә һәм бынан дауалау һөҙөмтәһе ифрат та самалы була. Әгәр беҙ бер яғыбыҙға ҡырын ятып, аҫтағы танау тишегенә тамыҙһаҡ, юғарыла әйтелгән танау раковиналарына һәм танауҙың ана шул тышҡы "стенкаһы"на тәьҫир итеп, максималь һөҙөмтә алабыҙ, унан, әйләнеп ятып, шулай уҡ, икенсе яғына ла тамыҙабыҙ. Танау синустарының тишектәре (соустье), ҡолаҡҡа илтә торған "евстахий" торба асыҡлығы ла тап ана шул стенкала урынлашҡанлыҡтан, дарыуҙарҙы бына ошо юл менән тамыҙыу гайморит, отит һымаҡ ҡатмарланыуҙарға профилактика булып та тора.
Анатомик йәһәттән танау синустары, ҡолаҡтар баш мейеһенән 1-2 сантиметр ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Шунлыҡтан, был ағзаларҙа йыш ҡына барлыҡҡа килгән эренле гайморит, фронтит, отит һымаҡ сирҙәрҙең бәғзе ваҡыт менингит, мейе абсцесы һымаҡ ифрат та ауыр ҡатмарланыуҙарға алып килеү ҡурҡынысы бар, хатта үлемесле осраҡтар ҙа булғылай. Бына ни өсөн танау аша һулауға иғтибарҙы һүрелтеү ярамай икән! Әгәр табип операция тәҡдим итһә, быға ризалашыуҙы оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле. Эренле гайморит менән ауырып киткән пациенттарға йыш ҡына махсус энә менән тишеп, гаймор синусының эсендәге эренде һурҙырып, уны кәрәкле дарыу менән йыуҙыра торған (берҙән-бер тигәндәй) һөҙөмтәле дауалау ысулын да тәҡдим итергә тура килә. Әммә күп кенә пациенттар был процедуранан, нишләптер, ҡурҡа. Пациентын "тиштереүгә" күндерә алмаған доктор уның менән ризалашырға мәжбүр була. Әлеге ҡыуышлыҡ эсендә йыйылған эренде оҙаҡ ҡына дауалай торғас, был сир хроник формаға ла күсеүе мөмкин. Шунлыҡтан, табиптың, йәғни, үҙ һөнәре өлкәһен ифрат та яҡшы белгән һөнәрмәндең тәҡдим иткән дауалау сараларынан баш тартмаҫҡа кәрәк.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.