Күптәрҙең кинәт кенә бер йә ике ҡолағы ла тоноп, ЛОР-табипҡа мөрәжәғәт иткәне барҙыр. Күп осраҡта был тауыш ишетеүҙең тышҡы юлында (наружный слуховой проход) сайыр төйөрө (серная пробка) барлыҡҡа килеп, ҡолаҡтың барабан пәрҙәһен ҡаплауҙан була. Ҡайҙан килеп сыға бындай "пробка"лар?
Ҡолаҡтың тауыш ишетеү юлының стенкаларындағы тиреһе аҫтында сайыр биҙҙәре бар. Кешенең ғүмере буйына шул биҙҙәр бүлеп сығарып торған ярым шыйыҡ сайыр ҡолаҡ эсен һәр төрлө тышҡы зарарлы факторҙарҙан - ваҡ бөжәктәрҙән, микроорганизмдарҙан, бактерияларҙан һәм бәшмәктәрҙән һаҡлаусы барьер булып тора. Сайырҙың дезинфекциялау үҙенсәлеге бында иң мөһим роль уйнай. Бынан тыш, шул ишетеү юлының тиреһе ваҡ ҡына йөндәр менән ҡапланған. Ул йөндәр барыһы ла тыш яҡҡа ҡарай ятып үҫә. Кеше сәйнәгән һәм һөйләшкән ваҡытта, ишетеү юлының һөйәкһеҙ булған аҫҡы стенкаһы хәрәкәткә килеп, ваҡ йөндәрҙе лә хәрәкәтләндерә. Һөҙөмтәлә, ҡолаҡ эсендә йыйыла башлаған сайыр әлеге йөн бөртөктәре ярҙамында этәрелеп сыға башлай. Саң бөртөктәрен һәм башҡа төрлө зарарлы матдәләрҙе йәбештереп алған сайыр үҙенән-үҙе тәгәрәп, тышҡа төшөп тора. Нормала беҙ уны һиҙмәйбеҙ ҙә тиерлек, сөнки ул бөртөктәр бик ваҡ ҡына була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, ҡәҙимге ҙурайып (шырпы башындай булып) килеп төшкөләгәнен, моғайын, һәр кем тойғаны барҙыр. Был - норма. Шулай, бөтә тәнебеҙҙәге ағзаларыбыҙ һымаҡ, ҡолаҡтарыбыҙҙы ла ғәжәп камил итеп яралтҡан Аллаһы Тәғәлә. Ишетеү рецепторҙары урынлашҡан эске ҡолаҡты (внутреннее ухо) ифрат та ҡаты һәм ныҡ булған баш һөйәге (череп) эсенә урынлаштырһа, уға тыштан инеү юлына ла әллә күпме "һаҡсы" ҡуйған. Ул ғына ла түгел, ишетеү юлының үҙенән-үҙе таҙартылып тороу механизмын да яралтҡан бит.
Әгәр бына ошо нормаль физиологияға ниндәйҙер тышҡы тәьҫир булған хәлдә, сайырҙың үҙаллы сығарып ташланыу процесы ла боҙолоуы мөмкин. Күпселек осраҡта саманан тыш таҙарынырға яратыусы "ҡолаҡ хужаһы" үҙе үк быға сәбәпсе булып тора: шырпы осона мамыҡ урап (йә мамыҡһыҙ көйөнсә) йәиһә аптекаларҙа һатылып торған махсус "таяҡса"лар ярҙамында, үҙенән-үҙе сығып килә ятҡан сайырҙы ишетеү каналының стенкаһына "һылап" та ҡуя. Башҡа ағзалар һымаҡ уҡ, ҡолаҡ эсе лә даими таҙартылып торорға тейеш, тип һанай был "тырыш кеше". Сайырҙың киләһе "порция"һы ла тәүгенең өҫтөнә һыланып, әкренләп ҡалыная бара. Ул ғына ла түгел, ана шундай "таҙартыу" процесында сайырҙың күпмелер өлөшө төпкә, йәғни, барабан пәрҙәһенә ҡарай этелеп, шунда ла йыйыла. Ҡолаҡты ни тиклем йышыраҡ соҡоһаң, механик тәьҫирҙән ярһыған сайыр биҙҙәре үҙ продукцияһын шул тиклем күберәк эшләп сығара башлай. Баштараҡ әйткән микроскопик йөндәр ҡолаҡ стенаһына сайыр менән ҡуша һыланған килеш ҡатып, үҙенең этәреп сығара торған функцияһын атҡара алмай. Күпмелер ваҡыттан (айырыуса, йыуынған мәлдә, ҡолаҡ эсенә һыу эләгеп, сайырҙың бүртеп ҙурайыуы арҡаһында), ишетеү юлы әлеге "пробка" менән бөтөнләйгә ҡаплана. Кеше тағы, ғәҙәтенсә, шырпыға тотона. Таҙартырға маташып, бер талай соҡоп, ҡолағындағы төйөрҙө артабан да бер аҙ "нышып" алғандан һуң, ЛОР табипҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Табип ҙур шприц ярҙамында төйөрҙө йыуҙырып сығарыу менән кеше ҡабаттан ишетә башлай. Бына шундай ваҡыттарҙа мин, врач булараҡ, һәр саҡ үҙемдең пациенттарыма ошо хаҡта аңлатыу эштәре алып бара торғайным.
Сайыр төйөрөнөң ҡолаҡты ҡаплау осраҡтары йыш ҡына балаларҙа ла күҙәтелә. Артыҡ "чистуля" булған бәғзе әсәләр балаһының ҡолағында соҡсонорға яратыусан. "Көн дә тиерлек таҙартып торам, әллә ҡайҙан килеп сыға был пробка..." тип доктор алдында хатта аҡланыусан була бындай пациенттар. Быға тап ана шул "яман ғәҙәтегеҙ" сәбәп булып тора ла инде, тип әйтә инем мин уларға һәр саҡ.
Ҡолаҡтарын таҙартыра яратыусылар тағы бер проблема менән осрашыусан. Бындай ғәҙәт йыш ҡына "наружный отит" тигән сиргә алып килә. Ҡолаҡтың тышҡы юлында ҡаты әйбер менән соҡоноу сәбәпле, уның стенкаһында микросыйылыуҙар барлыҡҡа килә һәм уларға инфекция эләгә. Ҡолаҡ стенкаһының шешенеп, эренләй, ныҡ ҡына әрней башлауы кешенең табипҡа мәрәжәғәт итеүенә тағы ла сәбәп була. Шулай уҡ, күп кенә осраҡтарҙа, унда стафилококк, стрептококк һымаҡ микроорганизмдарҙан тыш, бәшмәк (грибок) тә килеп эләгеүе мөмкин. Ҡул, аяҡ тиреһендәге күҙгә күренмәгән бәшмәктәр ифрат та йомшаҡ һәм наҙлы булған ҡолаҡ тиреһендә шәпләп үрсеүсән. Ауыртыу ҡатыш ныҡ ҡысыта башлау менән иң тәүҙә ана шул бәшмәк хаҡында уйланыу һәм шул йүнәлештә дауалана башлау ҙарур. Һәр хәлдә, табипҡа барыу кәрәк.
Үкенескә, ошондай проблема менән килгән пациенттарға (балаһы менән мөрәжәғәт иткән йәш әсәләргә) бәғзе йәш педиатрҙарҙың "нишләп балағыҙҙың ҡолағын таҙартмайһығыҙ", тигән иҫкәрмәләрен ишетергә тура килә. Ә әлеге килгән әсәнең тап ана шул ҡолаҡ таҙартырға яратыусы икәне хаҡында белеү кәрәк. Ғөмүмән, балаларығыҙҙың да, үҙегеҙҙең дә ҡолағығыҙ эсендә соҡсонмауығыҙ хәйерлерәк, тип әйтер инем. Ҡолаҡтарҙы бармаҡ һыйғансы ғына ҡәҙәр генә йыуыу менән сикләнеү кәрәк. Киләһе кәңәшем, ҡасандыр урта ҡолағы эренләп (воспаление среднего уха), барабан пәрҙәһе тишек көйөнсә ҡалған пациенттарға. Әгәр әлеге әйткән сайыр төйөрө һеҙҙә килеп сыға икән, ҡолағығыҙҙы сайҙыртырға йыйынған докторға был хаҡта әйтеү мотлаҡ. Бәғзе берәүҙәр, тартынып тормай: "Минең был ҡолағымдың перепонкаһы тишек ул", - тип әйтеүсән. Һәм был - ифрат та дөрөҫ. Сөнки, йыуҙырған мәлдә барабан пәрҙәһендәге тишек (перфорация) аша шыйыҡса эләкһә, урта ҡолағығыҙҙың ҡабаттан эренләп, ауырта башлауы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа отоларинголог, ғәҙәттә, сайыр төйөрөн инструменттар ярҙамында тартып сығара.
Сайыр пробкаһының тағы бер ҡыҙыҡ әтнәкәһе булыуы мөмкин. Бәлки, күптәрегеҙ иғтибар ҙа иткәне барҙыр: ҡолаҡ эсендә соҡона башлау менән... йүтәлләргә тотонаһың. Тышҡы ишетеү юлының тиреһендәге һиҙеү рецепторҙары йүтәлләү үҙәге менән дә бәйле булыуынан был күренеш. Әлеге әйткән төйөр ҙурайып, ҡатып торһа, ана шул рецепторҙарҙы ярһытып ҡуҙғытыу сәбәпле, тын алыу юлдары һап-һау булыуына ла ҡарамаҫтан, кешелә йүтәл башлана. Төп сәбәпсе булған ана шул "пробка"ны алып ташламай тороп, йүтәлдең тынмауы ла мөмкин…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.