+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
23 Март 2023, 08:00

Намаҙ ҡылыусы кешеләр араһындағы биш айырма

Ибн әл-Ҡәйим былай тигән:"Кешеләр намаҙға ҡарата 5 категорияға бүленә:1. Намаҙҙары өсөн яза алыусылар;2. Намаҙҙары өсөн яуап тотоусолар;3. Намаҙҙары өсөн ғәфү ителеүселәр;4. Намаҙҙары өсөн бүләкләнеүселәр;5. Намаҙҙары менән Аллаһҡа яҡынлаусылар.

Намаҙ ҡылыусы кешеләр араһындағы биш айырма
Намаҙ ҡылыусы кешеләр араһындағы биш айырма

Намаҙ ҡылыусы кешеләр араһындағы 5 категория.

Ибн әл-Ҡәйим былай тигән:
" Кешеләр намаҙға ҡарата 5 категорияға бүленә:

1. Намаҙҙары өсөн яза алыусылар.
2. Намаҙҙары өсөн яуап тотоусолар.
3. Намаҙҙары өсөн ғәфү ителеүселәр.
4. Намаҙҙары өсөн бүләкләнеүселәр.
5. Намаҙҙары менән Аллаһҡа яҡынлаусылар.

1. Яза алыусы - ул тәһәрәтен һәм намаҙының ҡайғыртмаусы, намаҙын дөрөҫ һәм теүәл үтәмәүсе. Шуға күрә ул был намаҙҙары өсөн яза аласаҡ.

2. Намаҙҙары өсөн яуап тотоусо. Ул намаҙҙың һәм тәһәрәттең төп шарттарын үтәй, әммә намаҙҙың башынан алып сәләм биргәнсе уйҙары менән был доняла. Шуға күрә ул был намаҙынан бер нимә лә ала алмай.

3. Ғәфү ителеүсе. Ул намаҙҙың төп шарттарын теүәл үтәй, әммә намаҙҙың башынан аҙағына тиклем йөрәге намаҙҙан ситкә тайпылмаһын өсөн үҙ-үҙе менән һәм шайтан менән көрәшә. Ундай кеше көрәшеүсе була һәм Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә уны ғәфү итә.

4. Бүләкләнеүсе.
Ул намаҙҙың төп шарттарынан тыш, өҫтәмә шарттарын да үтәүсе һәм намаҙында баҫалҡылыҡ менән тороусо. Ундай кешене Аллаһ Тәғәлә бүләкләй.

5. Иң юғары дәрәжә. Аллаһҡа яҡынайыусы.
Ул намаҙҙың төп һәм өҫтәмә шарттарын баҫалҡы итеп уҡыусы һәм йөрәге менән Аллаһты үҙенең алдында күҙ алдына килтереүсе.

4 категориянан айырмалы рәүештә бындай кеше намаҙында Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшеү алып бара һәм йөрәге менән уның алдында тора.

Шуға күрә, кемдәр намаҙҙарын теүәл үтәй, Аллаһ алдында баҫалҡылыҡ менән баҫып тора һәм Аллаһ менән һөйләшкән кеүек итеп, Аллаһ уны күреп, ишетеп тороуон күҙ алдында тотоп уҡыһа, ул кеше Аллаһҡа яҡынлаусы була."

📚"Аль-вабиль ас-сойиб"
40-50 биттәр

 

("Иманлы ғаилә" төркөмөнән)

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: